«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



18.12.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...УЙЛАНДЫРҘЫ
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Дәүләт-патриотик клубы ултырышында өлкән синыфтарҙа уҡыусылар­ҙың дәрестәрен ике тапҡырға кәметеү кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы.
Клуб вәкилдәре билдәләүенсә, аҡыллы, фекерләй белгән, гражданлыҡ позицияһы булған кешеләр тәрбиәләү мәсьәләһе бик киҫкен тора. «Берҙәм Рәсәй» партияһына ҡараған был клуб Рәсәйҙә милләтселек, экстремизм күренештәре һиҙелеүен халыҡта толерантлыҡ булмауға бәйләй.
Ултырышта билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа мәктәптә белем генә бирелә, ә тәрбиә хаҡында онотолған. Шуға ла өлкән синыфтар өсөн яңы мәғариф стандарты булдырырға кәрәк. Улар дәрестәрҙе ике өлөшкә бүлергә тәҡдим итә. Беренсе өлөштә уҡыу­сылар белем алһа, икенсе өлөштә үҙ шәхесен, ил­һөйәрлек тойғоларын үҫтереү менән шөғөлләнәсәк.
Әлбиттә, мәғарифҡа яңы ҡағиҙәләр индерергә тырышыу йәмғиәттә ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Хәл иткес ҡарарҙы Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡабул итәсәк. Шулай ҙа ил халҡында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү артыҡ булмаҫ кеүек тойола.

...ӨМӨТЛӘНДЕРҘЕ
Рәсәй Федерацияһының Бала хоҡуҡтарын яҡлау бу­йын­са вәкиле Павел Астахов етемдәргә һәм күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер участкалары бүлеп биреү механизмын булдырыу кә­рәк­леген билдәләй.
Был эште башҡарыу өсөн һәр төбәктең айырым механизмы ла булыуы ихтимал. Иң мөһиме – торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торған кешеләргә ярҙам итеү.
Федераль закон буйынса һәр бер төбәк муниципалитет аша етем балаларҙы фатир менән тәьмин итергә бурыслы. Ләкин был эш еңелдән түгел. Сөнки күп балалы ғаиләләр, етем балалар унар йылдар буйы торлаҡһыҙ интегә.

...ХӘҮЕФЛӘНДЕРҘЕ
Үтеп барған аҙнала илдә славян халҡы менән Кавказдан, Урта Азиянан килеүселәр үҙ-ара ыҙғышты.
Һөҙөмтәлә Мәскәүҙә ике меңләп кеше ҡулға алынды. Иң тәүҙә илебеҙ баш ҡалаһында башланып киткән ғауға (хатта һуғыш тип әйтеп булыр ине) тора-бара тотош илгә таралды. Илдең төрлө ҡалаларында славян йөҙлө кешеләр менән гастарбайтерҙар, беҙгә ситтән килеп уҡып йөрөүселәр араһында булған аңлашылмаусанлыҡтар бер-береһен туҡмауға әйләнде. Ике яҡ вәкилдәре лә осрашыуға бысаҡтар, балта, сүкеш, травматик пистолеттар алып килгән. Бөтә ығы-зығы «Спартак» футбол клубының көйәрмәне Егор Свиридовтың үлтерелеүенән башланып китте.
Владимир Путин билдәләүенсә, был дөмбәҫләшеүҙәр көйәрмәнде үлтереү арҡаһында ғына килеп сыҡмаған. Бөтәһенә лә власть вәкилдәренең егетте үлтереү фактына ҙур иғтибар бирмәүе ғәйепле.

...АПТЫРАТТЫ
Смоленск өлкәһендә самолет һәләкәтенә осрап һәләк булған Польшаның элекке Президенты Лех Качиньский, уның ҡатыны һәм башҡа ҡорбандарҙы ерләгән ваҡытта буталсыҡҡа юл ҡуйылған, тигән шөбһә тыуған.
Польша вәкилдәре фекеренсә, бер кешенең кәүҙәһенең төрлө өлөштәре төрлө ҡәберҙә ерләнеүе ихтимал. Бындай ҡарар­ға килеүгә шул этәргес булған – ил адвокаттарының фекеренсә, Рәсәй документтар­ҙы һанау, мәрхүмдәрҙең тән ағзаларын барлау буйынса ныҡлы тикшереү үткәрмәгән. Хатта Лех Качиньскийҙың ҡәберендә шул уҡ авиаһәләкәттә һәләк булған генералдың ҡулы ерләнгән, тигән мәғлүмәт тә бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға