«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Береһе менән бирәләр, икенсеһе менән алалар



18.12.2010 Береһе менән бирәләр, икенсеһе менән алалар

Береһе менән  бирәләр, икенсеһе  менән алаларАптырарһың. Власть етәкселәре үҙҙәре бер туҡтауһыҙ тыуымды арттырыу тураһында һөйләгән кеүек. Хөкүмәт һәр бала хаҡында хәстәрлек күргәндәй. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың башланғысы менән йомарт рәүештә «Әсәлек капиталы», «Бала табыу» сертификаттары өләшелә. Ғәҙәттә, Яңы йылдан һуң әҙләп булһа ла балалар пособиеларының, декрет аҡсаһының артыуына ла күнеккәйнек шикелле. Хәстәрлектең дауамлы булыуы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылыш­ҡа Мөрәжәғәтнамәһенән һуң бөтөнләй нығынғайны. Дмитрий Анатоль­евич, сығышын тотошлай тигәндәй бер темаға – тыуымды арттырыуға арнап, балалар тураһында хәстәрлек күреү дәүләт сәйәсәтенең иң өҫтөнлөклө йүнәлеше булырға тейеш, тип белдергәйне. Мөрәжә­ғәт­на­мәлә, дәүләт икенсе бала тапҡандар хаҡында ғына түгел, өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләр­ҙе дәртләндерергә тейеш, тип асыҡ әйтелә.
Тик бер аҙна үтеү менән был теләктәрҙең барыһы ла юҡҡа сыҡҡандай булды. 8 декабрҙә Президент «Әсәлек менән бәйле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡты мотлаҡ социаль страховкалау тураһында»ғы икенсе документҡа ҡул ҡуйып, 343-сө Федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе раҫланы. Һөҙөмтәлә Закондың яңы редакцияһы пособие күләмен өстән бер өлөшкә тиклем кәметә. Тимәк, ауырға ҡалыу, шулай уҡ йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса Социаль страховка фонды түләгән аҡса күләме өмөтләнгәндән ике-дүрт тапҡырға әҙерәк буласаҡ. Хәҙер пособие күләме әсәнең декрет ялына китерҙән алдағы һуңғы ун ике айҙағы эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Йыл буйы эшләп тапҡан аҡсаның күләме, йәғни сумма көндәргә бүленә һәм уртаса ғәҙел эш хаҡы килеп сыға. Артабан уны 30,4-кә ҡабатлап, уртаса килемде билдәләйҙәр. Был пособие иҫәпләү өсөн нигеҙ булып тора.
Закондың яңы редакцияһы 2011 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. Күреүегеҙсә, пособиены иҫәпләү формулаһы әсәләр өсөн ыңғай булмаған яҡҡа үҙгәрә. Хәҙер уртаса көнлөк эш хаҡын иҫәпләү өсөн бер йыллыҡ ҡына түгел, ике йыллыҡ хеҙмәт хаҡын 730-ға бүләләр. Йәғни 365 көн икегә ҡабатлана, ә инде ике йыл эсендә отпускыла, «больничный»ҙа булғанһың икән – үҙеңә үпкәлә. Сөнки был көндәр өсөн түләүҙәр ике йыллыҡ килемгә индерелмәй.
Дөрөҫ, депутаттар бер аҙ үҙгәреш индерҙе-индереүен. Уға ярашлы, ҡатын-ҡыҙ уртаса эш хаҡын иҫәпләү өсөн бер йылды ла һайлай ала. Әгәр ике йыл эсендә буласаҡ әсә декрет ялында йә бала ҡарау буйынса отпускыла булһа, икенсе йылды ла һайларға хоҡуҡлы. Ә стаждары ике йылдан әҙерәк булған йәки ике йыл һайын берәр бала тапҡан гүзәл заттар өсөн әлеге алымдың да файҙаһы сикле. Аңлауығыҙса, яңы закон икенсе йә өсөнсө балаһын табырға теләгән әсәләргә ҡаршы эшләгән кеүек килеп сыға.
Дәүләт шулай уҡ дауаханаға ятыр­ға, йә ял алырға, оло балаһы ауырыған осраҡта «больничный»ға китергә мәжбүр булған ауырлы ҡатындар менән дә «ҡаты» эш итмәксе. Әйткәндәй, бала тапҡан әсәләрҙең генә түгел, ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да пособие күләме 30 процентҡа кәмейәсәк. Карьера эшләүсе гүзәл заттар өсөн дә һөйөнөрлөгө юҡ. Сөнки пособиены иҫәпләү өсөн йыллыҡ килемдең иң юғары нөктәһе тип 415 000 һум алынған. Йәғни, айына 34 500 һум күләмендәге эш хаҡы.
Яңы йылдан ғәмәлгә инәсәк законға аңлатма биреүҙе үтенеп, Рәсәй Страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенә шылтыраттыҡ. Тик белгестәрҙән был турала аныҡ ҡына яуап алыуға ирешә алманыҡ. План-иҡтисад бүлеге буйынса урынбаҫар Вера Константиновна Гусаренко, аңлатма биреүҙән баш тартып, Мәскәүҙән документ көтөүҙәре хаҡында хәбәр итеү менән генә сикләнде. Ә әсәләр иһә, билдәле, яңы законға ҡаршылыҡ белдерә. Аңлашыла, эшләмәй өйҙә ултырған әсәләрҙең килеме күҙгә күренеп әҙәйәсәк шул. Тимәк, бынан һуң Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының күпләп бала табырына өмөт икеле.
Р. КҮСЕМХАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға