18.12.2010 Миәкә йәштәре яҡташтарын тәүге байрамға йыйҙы
Күптән түгел генә Миәкә йәштәре берлеге үҙ эшен башланы. Тәүҙә бер нисә кешенән генә торған коллективыбыҙ көндән-көн әүҙем райондаштарыбыҙ менән тулыланып торҙо. Әллә күпме яңы таныш һәм дуҫ барлыҡҡа килде. Кеше нисек кенә һәләтле булмаһын, бер үҙе барыбер тауҙар аҡтара алмаҫ ине. Ә күмәкләшеп йыйылғас, бер ниндәй ҡыйынлыҡ та ауыр түгел һымаҡ тойолдо.
Ойошторолоуына бер ай ғына булыуына ҡарамаҫтан, беҙ бүтән райондарҙың яҡташтар берлегенән ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. БР Яҡташтар ассоциацияһы ойошторған «Дневной дозор» уйынында ете команда араһында икенсе урынды алдыҡ. Ә ошо көндәрҙә үҙебеҙҙең тәүге байрамыбыҙҙы ойошторҙоҡ. Һуңлабыраҡ булһа ла, беренсе курсҡа уҡырға килеүселәрҙе йыйып, уларҙы ысын студент тормошона «аяҡ баҫтырҙыҡ». Әҙерлек өсөн ваҡытыбыҙ бик аҙ булыуға ҡарамаҫтан, байрам юғары кимәлдә үтте. Айырыуса районыбыҙҙың төрлө милләт йәштәре берләшеүе отошло булды. Концертта яңғыраған дәртле башҡорт, татар, сыуаш, рус йырҙарына тамашасылар рәхәтләнеп бейеп тә алды. Иң йәш артисыбыҙ – 4-се синыф уҡыусыһы Данир Ғимаҙиевтың сығышына ҡул саба-саба хәле бөттө тамашасының. Ысынлап та, ул үҙен сәхнәлә шул тиклем ышаныслы тота. Концертыбыҙҙың милли үҙенсәлек менән заман һулышын оҫта берләштереүе лә һәйбәт булды. Кемдер бында килеп, рухи аҙыҡ тапһа, рәхәтләнеп туған телендәге йырҙарға ҡушылып йырлаһа, икенселәр заманса бейеүҙәрҙе үҙ итте, студент тормошондағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе сәхнәләштереүгә рәхәтләнеп көлдө. Тамашасылар менән уйындар ҙа ойошторолдо.
Тәүге шундай ҙур байрамыбыҙ менән ҡотларға районыбыҙҙың билдәле кешеләре – яҙыусы Азат Мағазов, журналист Зөлфиә Сафина ла килде. Улар йәш яҡташтарына аҡ юл теләне. Район хакимиәтенән килергә тейешле ҡунаҡтарыбыҙҙың булмауы ғына күңелде ҡырҙы, әлбиттә. Әммә тиҙҙән үткәреләсәк Яңы йыл байрамында уларҙы күрербеҙ, тип ышанабыҙ. Етәкселектең ярҙамын тойоу йәштәр өсөн бик мөһим бит...
Был беҙҙең тәүге ҡоймағыбыҙ булһа ла, Аллаға шөкөр, төйөрлө булманы. Артабан да һынатмаҫбыҙ, тип ышанғы килә.
Р. РИНАТОВА.