14.12.2010 Гөлназ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА: «Башҡорт ҡыҙы бар яҡтан да матур булырға тейеш!»
Һеҙҙең алдығыҙҙағы ҡыҙ – яғымлы ҡарашлы, һомғол буйлы башҡорт һылыуы Гөлназ Ғөбәйҙуллина. Ул 1992 йылда Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән.
Гөлназ бала саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Үҙенең тормошон сәнғәт өлкәһенә бәйләү хыялы менән тәүҙә «Сулпан» вокал һәм хореография ансамблендә шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегендә дүртенсе курста уҡып йөрөй.
һәр кем менән еңел уртаҡ тел табыуы, ҡыйын мәлдәрҙә таянырлыҡ дуҫтары күп булыуы менән дә айырыла Баймаҡ ҡыҙы. Был уның изге күңелле, ярҙамсыл, ихтирамлы булыуы һәм һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә ҡала белеүе менән бәйлелер. Ваҡытының бер генә минутын да бушҡа уҙғармай Гөлназ. Уныңса: «Башҡорт ҡыҙы бар яҡтан да матур һәм һәләтле булып ҡалырға тейеш». Шулай уҡ «Һылыуҡай» гүзәллек студияһында, театр мәктәбендә шөғөлләнә.
Гөлназдың киләсәктә маҡсаттарына ирешеп, сәхнә «йондоҙ»о булып балҡырына шик юҡ.
Самат ҡОТЛОЕВ,
БДУ студенты.