«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



11.12.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...ӨМӨТЛӘНДЕРҘЕ
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин «ХимРар» юғары технологиялар үҙәген барып ҡараны. Импорт ҡорамалдар менән эшләүсе үҙәктә үлемесле вирустарға ҡаршы вакциналар әҙерләйҙәр. Германия һәм Америка ҡушма Штаттарында уҡып ҡайтҡан белгестәр ВИЧ- инфекцияһына ҡаршы дауа уйлап табырға тырыша. Владимир Путин үҙәктең эшен юғары баһаланы. Лабораторияла уникаль робот та бар. Ул 10 мең матдәнән дарыу эшләргә яраҡлы 10 өлөшсәне айырып алырға һәләтле. Робот ярҙамында элек хеҙмәткәрҙәр бер ай эсендә башҡарған эш бер көндә тамамлана. Үҙәктә шизофренияға ҡаршы препарат та әҙерләнә. Владимир Путин «ХимРар» юғары технологиялар үҙәген барып ҡарағандан һуң лабораторияла фармацевтика һәм медицина сәнәғәтен үҫтереү буйынса федераль программаның проекты менән таныштырҙы. Премьер-министр 2020 йылға тиклем илдә дарыу препараттарының – 90, медицина ҡорамалдарының 50 процентын эшләү бурысын ҡуйҙы. Был маҡсатта Рәсәйҙә 123 миллиард һум аҡса бүленә.

...ҡУРҡЫТТЫ
Инде нисә аҙна бөтә ил халҡы теленән төшмәгән Кущевская станицаһы фажиғәһенә килтергән сәбәптәр ныҡлы тикшереү һөҙөмтәләргә кил­терҙе.
Хәҙер илдең бик күп ҡалаһынан, ауылынан кешеләр урындағы енәйәтселәргә ҡаршы сығып, власть вәкилдәренә мөрәжәғәт итә башлаған.
Бандиттарҙың халыҡты йонсотоуынан, милиция һәм чиновниктарҙың ошо енәйәтселәрҙе яҡлауынан арыған, бөлгөнлөккә төшкән урындарҙың шул тиклем күп булыуын бер кем дә күҙ алдына килтермәгән. Хәҙер прокуратура хеҙмәткәрҙәренә тын алырға ла ваҡыт юҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ Бүрәт Республикаһында ла шулай уҡ ныҡлы ойошҡан бандиттарҙы ҡулға алдылар. Улар тураһында иң тәүҙә урындағы гәзиттәр яҙып сыҡҡан. Ундағы бандиттар шул тиклем шашҡан – көпә-көндөҙ кешеләрҙе муйынына бау тағып, мотоцикл менән ауыл урамдары буйлап һөйрәп йөрөткәндәр.
Әлбиттә, енәйәтселәрҙең суд алдына баҫыуы – һәйбәт күренеш. Тик халыҡты зар илатҡан төркөмдәрҙең шул тиклем күп булыуы ғына ҡурҡыта.

...КӨЛДӨРҘӨ
ҡытай белгестәре ниндәйҙер билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында сафтан сыҡҡан йылылыҡ торбалары проблемаһын сисә алмай, оҙаҡ ҡына баш ватты. Хатта илдең иң һәйбәт белгестәре лә күп ҡатлы 70 мең йортто йылылыҡтан мәхрүм иткән «дошман»ды эҙләне, симпозиумдар ойошторҙо.
Етмәһә, һуңғы көндәрҙә ҡытайҙа һауа температураһы ныҡ төштө. Йөҙәр меңләгән кеше йорттарында өшөп йәшәй. Ә проблеманың башында бер ниндәй ҙә террорсылар йәки түбән һауа температураһы түгел, сысҡандар тора икән. Меңәрләгән сысҡан, кабелдәрҙе кимереп, йылылыҡ системаһын сафтан сығарған. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы йылдарҙа ҡытайҙа кимереүселәрҙең арта барыуы күҙәтелә. Шуға ла уларға ҡаршы етди көрәшергә ниәтләйҙәр.

...АПТЫРАТТЫ
Бөйөк Британияла юғары белем алыу өсөн түләүҙе арттыр­ҙылар.
Ошо айҡанлы илдә әллә күпме демонстрация ойошторолдо. Әлбиттә, белем алыуҙы аҡсаға ғына бәйләү күптәрҙең асыуына тейҙе. Студенттар, йәштәр, уларҙың ата-әсәләре урамдарға сыҡты, власть вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итеү өсөн машиналарҙы ватып, биналарҙы яндыра башланы. Хатта принц Чарльздың машинаһының да тәҙрәләрен ватып бөттөләр.
Ил властарының экономиялау өсөн мәғариф өлкәһен һайлауы аңлашылмай. Етмәһә, белем алыу өсөн хаҡтың 80 процентҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға