«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шыршыны нисә һумға алыр инегеҙ?



11.12.2010 Шыршыны нисә һумға алыр инегеҙ?

Яңы йыл да етеп килә. Бөгөн күп ғаиләләр өйҙәренә шыршы ҡуйыу тураһында уйлана башлағандыр ҙа инде. Нәҡ ошо осорҙа йәшел ҡупшыҡайҙарға ҡарата контроль көсәйтелә. Шунһыҙ булмай. Сөнки улар рөхсәт­һеҙ ҡырҡылырға, сауҙаға сығарылырға тейеш түгел. Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле барлыҡ дәүләт унитар предприятиелары үҙ биләмәләрендә, килешеү документтарына ярашлы, шыршы әҙерләү менән мәшғүл. Урман хужалығы предприятиелары быйыл Яңы йыл байрамы алдынан ике йөҙ меңләп ҡупшыҡайҙы һатыуға сығармаҡсы. Ә яҡын көндәрҙә үк республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында шыршы баҙарҙары асыла. Баш ҡалала ғына 130 шыршы баҙары эшләйәсәк. Йәшел ҡупшыҡай буйынса төрлө ҡараш йәшәй. Берәүҙәр шыршыларҙы әрәм итмәү яҡлы, икенселәргә уны бер нисә көндән өйҙән сығарып ырғытыу бер ни тормай. Хаҡы ҡиммәт булһын ине, тип иҫәпләй өсөнсөләр. Сираттағы рубрикала «Шыршыны нисә һумға алыр инегеҙ?» тигән һорауға яуап эҙләйбеҙ.
Розалиә ШӘФИҒУЛЛИНА, «Добрый день» компанияһы менеджеры:

– Ныҡ йәлләйем шыршыларҙы, хатта ҡыҙғанам. Үҙем йәшәгән баш ҡаланы ғына һүрәтләйем: декабрь уртаһы етеү менән кемуҙарҙан өйгә шыршы ташый башлайҙар. Байрам үттеме, йәшел ҡупшыҡайҙарҙың ҡәҙере бөтә. Подъезд алды ботаҡтар менән лыҡа тула. ҡайһы берәүҙәр уны хатта сүп эргәһенә алып барып ҡалдырыу тураһында ла уйлап ҡарамай, ҡарға ғына ҡаҙап китә. Ылыҫлы ағастарҙың хаҡын арттыр­һындар ине. Ул саҡта урман да әҙерәк ҡырҡылыр, кеше лә бик алып бармаҫ ине. Беҙ үҙебеҙ яһалма шыршыны биҙәйбеҙ. Хәҙер һатыуҙа уларҙың ниндәйгенәһе юҡ?! Хуш еҫенә кинәнеп булмаһа ла, күрке ни тора!
Лилиә СИРАЕВА, журналист:

– Шул тиклем шыршы ҡырҡыуҙы ҡырағайлыҡ тип һанайым. Алға киткән бер илдә лә был хәл күҙәтелмәй. Бигерәк тә йыл һайын Өфөгә Нуриман районынан күмәртәләп килтерелгән шыршылар өсөн йәнем әсей. Бәләкәй генә шыршының да хаҡы мең һумдан түбән булырға тейеш түгелдер. Ул саҡта күптәр магазинда һатылған яһалма елкаларға өҫтөнлөк бирер, урмандағы әллә күпме ылыҫлы ағас һаҡлап ҡалыныр ине. Һәр хәлдә, өйгә яһалма шыршы ҡуйыу яҡлымын. Бик тә ылыҫ еҫен сығарырға теләгәндә, махсус майҙарҙы ҡулланырға мөмкин.
Илнур НӘҒИМОВ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы белгесе:

– Шыршыларҙың хаҡы оҙонлоғона ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, метр ярым бейеклектәгеһе 180 – 250 һум торһа, ике метрҙан бейегерәктәре – 300 – 450 һум, өс метрлыҡтары иһә 580 – 700 һумға һатыласаҡ. Был «Өфө урманы» дәүләт унитар предприятиеһының берәмләп һатыу хаҡтары, ә күмәртәләп һатыу хаҡы тағы ла арзаныраҡ. Шул уҡ ваҡытта хаҡтарҙың бер аҙ өҫтәлеүе лә мөмкин. Был, ғәҙәттә, байрам алдынан күҙәтелә. Һатып алыусылар шуға иғтибар итһен ине, шыршы менән сауҙа итеү урындары байрамса биҙәлергә тейеш. Һатыусыларҙың мотлаҡ рәүештә прайс-ҡағыҙҙары, тәҡдимдәр һәм теләктәр журналы, үлсәү өсөн линейкалары булырға тейеш.
Сәлим ДӘҮЛӘТОВ, Баймаҡ районы:

– ҡыҙыҡ хәл. Өс көнлөк байрам өсөн ылыҫлы ағасты йәлләмәйҙәр, ә өй һалам тип, бер нисә кубометр ағас һораһаң, алырмын тимә. Йылдар буйы артынан йөрөргә тура килә. Бәлки, минең менән килешмәүселәр ҙә табылыр. Шулай ҙа мин Яңы йыл өсөн ҡырҡылған урманды йәлләйем. Хаҡына килгәндә, шуны әйтер инем, йәшел ҡупшыҡай байрам өсөн һатылырға тейеш түгел. Ә бына уны рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан кешегә штраф күләмен тағы ла арттырһалар, яуапҡа тарттырһалар, бик яҡшы булыр ине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға