«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыш рекордтарҙан башланды



11.12.2010 Ҡыш рекордтарҙан башланды

«Метеоновости» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл ҡыш рекордтарҙан башланды. Декабрҙең тәүге көнө үк Рәсәйҙең Европа өлөшө халҡын көн торошоноң үҙгәреүсән булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Илдең ҙур өлөшөндә миҙгел һалҡын башланды. Уртаса тәүлек температураһы йылдың был мәле өсөн үтә түбән. Кире аномалия 8 градустан 18-гә тиклем тәшкил итә. ҡайһы бер ҡалаларҙа температура экстремаль дәүмәлгә етеп, яңы рекорд ҡуйҙы. Әйтәйек, Архангельскиҙа (–33.6), Вологдала (–28.9), Рыбинскиҙа (–25.2), Костромала (–28.6), Тверҙә (–27.4) көн торошо айырмалығы асыҡ күренә.
Әммә ҡыш бөтә ерҙә лә үҙ хоҡуҡтарына инмәгән. Көньяҡ Волга буйында, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарында һыуыҡтар йылыны еңә алмаған әле. Бында ғәҙәттәгенән 8 – 10 градус­ҡа йылыраҡ. Ә Һарытау (+13.4), Әстерхан (+12.0), Махачкала (+15.1), Ырымбур (+6.1), Өфө (+3.6) ҡалаларында көн торошо йылылығы менән рекорд ҡуйҙы. Бындай йылы һауа һуңғы тапҡыр 1997 йылда күҙәтелгән.

Торнадо АҡШ-тың көнсығыш яр буйына барып еткән

АҡШ-та һуңғы йылдарҙа көҙ аҙағында һәм ҡыш башында торнадо ысын һәләкәткә әйләнә бара. Мәҫәлән, АҡШ өҫтөндәге циклон, ике антициклон араһында ҡалғанлыҡтан, бер урында тора. Уның атмосфера фронты рәхәтләнеп ҡотора. Әйтәйек, ноябрҙең һуңғы көнөндә илдең көньяҡ штаттарының күбеһендә ҡойма ямғырҙар, көслө ел һәм торнадо үҙ көсөн күрһәтә. Джорджия штатындағы Атлантала торнадо тиҫтәләгән йортто ер менән тигеҙләгән. Миссисипи штатында утыҙлаған кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, тиҫтәләгән йорт утһыҙ ҡалған, ун трейлер зыян күргән.
Американың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, был көндө бәлә-ҡаза күргән штаттарҙа кискә табан көн торошо яҡшыра, сөнки атмосфера фронты көнсығышҡа табан шыла, һәм АҡШ-тың көнсығыш яр буйы уның йоғонтоһо аҫтында ҡала. Шуға күрә лә синоптиктар Төньяҡ һәм Көньяҡ Каролинала, Мэрилендта һәм Вашингтонда көслө ел-дауыл буласағы тураһында иҫкәртә.
Черноземьела ҡайтанан сатнама һыуыҡ рекорды
Декабрҙең икенсе тәүлеге аҙағында сираттағы сатнама һыуыҡ рекорд ҡуйҙы. Курскиҙа төндә һауа температураһы – 24,6 градусҡа төшә һәм 1998 йылдағы – 23,9 градус рекордын уҙып китә.
Үткән тәүлектә бында көн әҙерәк йылынды. Көнбайыш циклон ҡар алып килде, ә температура 8 – 13 градусҡа тиклем төштө.
Себерҙе һыуыҡ ялманы
Эвенкияла декабрҙең тәүге көндәрендә үк температура төндә 47 гра­дус­ҡа төшкән, ә аҙаҡ 50 градусҡа етеп, был күр­һәткесте лә уҙып киткән. Әлегә Якутияла һыуыҡ­лыҡ 53,6 градусҡа етә.
Иркутск өлкәһенең төньяҡ райондарында, Ханты-Манси Автоно­мия­лы Округы халҡын – 40 градуслы һыуыҡтар яфалай.

ҡытай циклоны Алыҫ Көнсығышҡа ыңғайлай
ҡытай территорияһында хасил булған циклон, төньяҡ-көнсығышҡа табан юл алып, Рәсәй сиктәренә килеп етте. Алыҫ Көнсығышта ҡар-ямғырҙар яуасаҡ, ел секундына 23 – 28 метрға тиклем көсәйәсәк, юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк.
Сахалинда епшек ҡар яуыуы көсәйәсәк. Хабаровск крайын да ҡар баҫыуы көтөлә.
Р. МӘХИЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға