«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яза шартлы ғына



11.12.2010 Яза шартлы ғына

Шундай хәлдәр ҙә була – күмәкләп көсләү статьяһы буйынса хөкөм ителгәндәр ҙа шартлы рәүештә генә иркенән мәхрүм ителә. Быйыл йәй 20 һәм 24 йәшлек ике иҫерек егет Өфө районында йәшәүсе бер ҡыҙҙы көсләгән. Булгаков ҡасабаһындағы туҡталыш эргәһендә был ике егет ҡорбанын көсләп кенә ҡалмаған, ныҡ итеп туҡмаған да.
ҡыҙының бәләгә тарыуын ишеткән атай кеше ҡайғыһынан йөрәк өйәнәге арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан. Етмәһә, туҡмалған йәш ҡатын йөклө лә булған, табиптар тыуып та өлгөрмәгән сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡала алмаған.
Әле был енәйәт буйынса суд булды. Уның ҡарары буйынса, егеттәрҙең береһе – биш, икенсеһе алты йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Әлбиттә, был ҡарарҙы ҡайтанан ҡарарға йыйыналар. Сөнки енәйәтсе егеттәргә бирелгән яза үтә лә йомшаҡ күренә.
Тик шундай мәғлүмәт тә бар: көсләнгән, туҡмалған ҡатын судта был егеттәргә ауыр яза бирмәүҙе үтенгән. Сөнки, әле енәйәтселәрҙең икеһе лә ҡурҡыныс ауырыу менән йонсой. ҡатын: «Хоҙай уларға үҙенең язаһын биргән инде», – тигән фекерҙә ҡалып, енәйәтселәрҙе ғәфү иткән...

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға