11.12.2010 Алданмағыҙ
«Тиҙ рәүештә һатыусы-кассир, һаҡсылар талап ителә» тигән иғландарҙы Өфөлә билдәле супермаркеттарҙың ишектәрендә күрергә була. Бындай сауҙа нөктәләрендә юғары уҡыу йортон тамамлап, эш таба алмай ирекһеҙҙән урынлашыусы йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр эшләй.
Федераль законға ярашлы, кеше көнөнә һигеҙ сәғәт эшләргә тейеш. Ә ниңәлер был супермаркеттың системаһы бөтөнләй икенсе. Беренсенән, улар законды, икенсенән, кеше хоҡуҡтарын боҙа. Бында һатыусы-кассирҙар көнөнә 14 сәғәт эшләй. Етмәһә, көнө буйы аяҡ өҫтө 500-ләгән кешене хеҙмәтләндерәләр. Шул арала килгән тауарҙы урынына теҙергә лә, йыйыштырып торорға ла өлгөрөргә кәрәк. Һау-сәләмәт кеше өсөн дә 14 сәғәт буйы аяҡ өҫтө тороп эшләүе, иң беренсе сиратта, уның һаулығына, психикаһына насар йоғонто яһай.
Магазинда теләгән бер әйбереңде алып сығырға була, кеҫәңдә аҡсаң ғына булһын. Үҙем менән булды был хәл. Кискә ҡарай ошо супермаркеттан икмәк алғайным, ҡайтып ҡараһам, эсе йөнләнеп, күгәреп бөткән. Кире алып барырға һуң ине. Ә бына йәйгеһен, ысынлап та, пакеттарҙағы һөттәрҙең әсегән осраҡтары йыш булды. Шуға күрә ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Тауарҙың сифатын, яраҡлылыҡ ваҡытын тикшереп, ашыҡмай ғына ҡарап алығыҙ. Һәм шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: иң яңы, иң һәйбәт тауар күҙгә күренеп ятмай. Унар рәтләп теҙелгән ҡаптарҙың иң төптәгеһен ҡарап алыу зарур. Сөнки, һатыусылар үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙы шулай итеп теҙергә өйрәтәләр икән.
Эш хаҡы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Берәй проблема килеп тыуа икән, бахыр һатыусы-кассирҙың «елкәһе»нә яҙып та ҡуялар. Аҙаҡ, эш хаҡын алғанда, мәжбүри рәүештә яраҡлылыҡ ваҡыты үткән билмән, йә булмаһа, кәтлит һатып алырға ҡушалар.
Бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр береһе лә өндәшмәй шул. Сөнки хәҙерге көрсөк ваҡытында аҡса, эш табыуы еңел түгел. Бына ошолай оятһыҙ ҡыланыусылар хаҡында аноним рәүештә булһа ла «Роспотребнадзор»ға еткерергә кәрәк. Халыҡты, тәү сиратта, эшселәрҙе мыҫҡыл итмәһендәр.
Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.