«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уны "Абдулла фәрештәһе" тиҙәр



24.08.2010 Уны "Абдулла фәрештәһе" тиҙәр

Был мәҡәләне күптән яҙырға йыйынғайным. Сибай ҡалаһынан Р. Ғәббәсовтың «Йәшлек»тең «Ғәжәйеп әд-донъя» рубрикаһында (19.08.2008) яҙған һүҙҙәре быға этәргес булды. Бына ул һүҙҙәр: «Йәгеҙ әле, Абдуллалағы сихырсы әбейҙең им-томо кемгә килешеп, кемдең ошоғаса уның ярҙамы менән эскелектән бөтөнләйгә арынып йөрөгәнен беләһегеҙ, иҫләгеҙ әле?»
«Сихырсы» тип түгел, «Абдулла (Абдуллино) фәрештәһе» тип атай­ҙар минең ауылдашты. Шәмсиямал Ғәни ҡыҙы Әғлиева (Солтанова) 1935 йылда Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылында тыуып үҫкән. Өләсәһе ейәнсәрендә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш сәйер көс-ҡеүәт барлығын һиҙеп, уға ҡөрьәндән өшкөрөү доғаларын өйрәтә башлай. Әммә совет заманында өшкөрөү түгел, был турала өндәшергә лә ярамай ине бит. Шулай ҙа күрше-тирәләр: «ҡыҙым, һыйырым (йәки һарығым) сирләне бит әле, инеп өшкөрөр инең», – ти. Шәмсиямал ҡаршы килмәй, инеп, малҡайға өшкөрөп һыу һөртә һәм, ни ғәжәп, һауыҡтыра ла ҡуя. Шулай итеп, аҡрынлап уның даны бөтә ауылға тарала. Ә бөгөн исеме бик күптәргә таныш. Ваҡытында, бигерәк тә йәш сағында, «сихырсы» тип күптәр уның йәнен үртәй. «Һине бер кем дә кейәүгә алмаҫ», – тиҙәр. Бәлки, шуғалыр, егерме йәше булғас, Шәмсиямал Ырымбур өлкәһенең Абдуллино ҡаласығына килеп эшкә урынлаша: тимер юл вокзалының ресторанында һауыт-һаба йыуа, тирмән комбинатында эшләй. Бына инде 50 йылдан ашыу ире менән татыу тормош көтөп, ике игеҙ ҡыҙ бала үҫтерҙеләр.
Элек-электән, сирле кешене күрһә, ярҙам иткеһе килә Шәмсиямалдың. Уға кемдәр генә мөрәжәғәт итмәй: балаға уҙа алмаған ҡатындар, араҡы менән мауығыусылар, рентген аппараты ла күрһәтмәгән һөйәк һыныуҙар, тайыуҙар-ҡаймығыуҙар, бауырҙағы һәм бөйөрҙәге таштар менән ыҙаланыусыларҙы, тимерәү, эпилепсия, псориаз, энурез һәм башҡа бик күп төрлө сир менән ауырыусыларҙы дауаларға тура килгән яҡташыма.
Рәсәйҙә билдәле булған сәйәсмәндәр, артистар, эшҡыуарҙар ҙа, Шәмсиямал Ғәни ҡыҙына килеп, ярҙам алған. Күрше район-өлкә- республикаларҙан автобустар менән килтерелгән эсеү менән мауығыусылар, наркомандар бында яман сирҙән ҡотолоу сараһын таба, тәмәкеселәр кодҡа һалына. Һәр саҡ машиналар сираты бихисап, бер-бер артлы теҙелгән кешеләр төркөмө ҡайҙан ғына килмәгән: Ижевск, Магнитогорск, Ырымбур, Ека­теринбург, Стәрлетамаҡ, Салауат, Тоцк, Мәскәү, Силәбе, Мурманск, Татарстан, Себер, ҡаҙағстан, Яҡут-Саха, хатта Германиянан...
Шәмсиямал: «Мин кеше организмына һауығыу өсөн этәргес көс (биоэнергия) бирәм генә», – ти. Тормош ауырлығынан нервылары ҡаҡшаған, теге йәки был ауырыуға дусар булған кешеләргә ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Ете синыф ҡына белеме булған ауылдашымдың, хәҙерге экстрасенстарҙағы кеүек, дипломы ла, бер ниндәй танытмаһы ла юҡ. Ул бары тик ихлас инаныу менән Хоҙайға табынып йәшәй, ысын күңелдән доғалар уҡый.
«Изгелекле кеше мең йәшәр», – тиҙәр бит. Шәмсиямал Ғәни ҡыҙына 75 йәш. Шуның илле йылын ул кешеләрҙе дауалауға, улар­ға файҙа ҡылыуға бағышлаған. Мин Шәмсия­малға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек һәм киләсәктә лә кешеләргә бөгөнгөләй шәфҡәтле, бик кәрәкле булыуын теләйем.
Шулай уҡ уға күренеп, эсеүҙән бөтөнләй ҡотолған, үҙ асылына ҡайтҡан, айыҡ тормошто үҙенең арта­бан­ғы йә­шәү рәүеше итеп алғандарҙың барыһы ла үҙен шундай афәттән ҡотолдорған ауылдашыма мең рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра. Мәҫәлән, Златоуст металлургия заводынан эшсе ҡатын-ҡыҙҙар, баш эйеп, рәхмәт сәләмдәрен тапшыра – ауылдашым, уларҙың сәрхүш ирҙәрен сәләмәтләндереүҙән тыш, йөҙләп ғаиләне тарҡалыуҙан ҡотҡарған. «Салауат­гидромаш» асыҡ ак­цио­нерҙар йәмғиәтенән Г. Заме­сина тулы бер автобус менән ебәрелгән эскеселәрҙе һауыҡтыр­ғаны өсөн Шәмсиямалға уларҙың ҡатындары һәм балалары исеменән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Н. Самойлов «АиФ в Оренбуржье» гәзитендә (№40, 2005) элекке алкоголиктың тәүбәгә килеүен, аҙаҡҡы сиккә еткәс, «Абдулла фәреш­тәһе»нең доғалары уны упҡындан йолоп алып ҡалыуы хаҡында бәйән итә.
«Абдуллинские просторы» (апрель, 1999) гәзитендә И. Степанова ла сикһеҙ рәхмәтле минең ауылдашҡа: уның ауырлығы 103 килограмм булған, ә хәҙер – 70; ҡустыһы алкоголизмдан дауаланғас, донъяға хәҙер айыҡ күҙ менән ҡарай, бөтөнләй икенсе кеше булған. Ижевск ҡалаһынан Ильяның әсәһе яҙа: ире 30 йыл тәмәке тарт­ҡан, хәҙер тартмай, улы ла тартмай, бөгөн тыныс, сабыр кешеләр... «Әгәр өлкән улыма һәм уның дуҫтарына ла ярҙам итә алһағыҙ – сикһеҙ рәхмәтле булыр инем», – тип өҫтәгән ул.
Жанна Обломкина «Сорочинский вестник» гәзитендә (14.11. 2001) 22 йәшлек наркомандың әсәһе кисергән ҡот осҡос хәлдәр тураһында яҙа. Халыҡ дауалаусыһы улын әсәһенә һауыҡтырып ҡайтарыу менән бер рәттән, уның ғаиләһен дә тергеҙә.
Ингән аҡсанан Шәмсиямал Әғлиева һалым түләй, ауылыбыҙҙың мәсетенә ярҙам күрһәтә, кемгәлер юллыҡ аҡса бирә, ярлы-ябағаға, етемдәргә ярҙам ҡулы һуҙа, бөлгөнлөккә төшкәндәрҙе ерләү өсөн ярҙам итә. Ауылдашымдың изгелегенең сиге юҡ.

Рифмир ГӘРӘЕВ,
библиограф-крайҙы өйрәнеүсе.

Йәрмәкәй районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға