«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ер ҡиммәтен халыҡ белә



30.11.2010 Ер ҡиммәтен халыҡ белә

Ер ҡиммәтен халыҡ беләЕргә бәйле проблемаларҙың республикаға инвесторҙар килеүенә ҡамасаулауы тураһында быға тиклем дә йыш телгә алына ине. Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә лә һүҙ тап шул турала барҙы. Булған проблемалар хаҡында бергә ултырып һөйләшеү, кәңәш ҡороу өсөн РФ Дәүләт Думаһы депутаты, РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондар сығарыу комитеты рәйесе Павел Крашенинников, ошо уҡ комитет рәйесе урынбаҫары, «Деловая Россия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең рәйестәше Андрей Назаров та килде. «Түңәрәк өҫтәл»де Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов алып барҙы. Сарала республика министрлыҡтары, башҡа ведомстволар вәкилдәре лә ҡатнашты.
Әлбиттә, республикаға инвесторҙарҙы йәлеп итеү – көнүҙәк мәсьәлә. Был юҫыҡта эш быға тиклем дә алып барыла ине. Хәҙер ул тағы ла әүҙемерәк дауам итергә тейеш. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та был эште әүҙемләштереү яҡлы.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан – инвестор­ҙар өсөн ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ, эшләргә мөмкин булған республика. Беҙҙең ер фонды структураһында ерҙең бөтә категориялары ла бар. Иң күп ер ауыл хужалығына ҡарай. Урман, һыу, сәнәғәт тәғәйенләнешендәгеләре лә, запасҡа ҡуйылғандары ла бар. Ергә ҡытлыҡ юҡ, уны дөрөҫ файҙаланыу ғына талап ителә. Был байлыҡты рәхәтләнеп ҡулланыр алдынан бик күп административ баҫҡысты йырып сығырға тура килеүе, ергә ҡағылышлы закондарҙың камил булмауы ғына бәкәлгә һуға.
«Түңәрәк өҫтәл»дә сығыш яһаусылар фекеренсә, ерҙе файҙаланыуға тапшырыу процесын ябайлаштырыу, камиллаштырыу кәрәк. Был инвестор­ҙарҙы йәлеп итеүгә ҙур аҙым буласаҡ. Ерҙәрҙе рейдерҙарҙан һаҡлау ҙа, инфраструктура менән тәьмин итеү ҙә мөһим. Ә инде ергә бәйле закондарҙы камиллаштырыу тураһында яҙып тороу ҙа артыҡ – эшҡыуарҙар, башҡа кешеләр ер участкаһын алыу, кәрәкле документтарҙы йүнәтеү өсөн өсәр йыл төрлө кабинеттарҙың тупһаларын тапарға мәжбүр. Был эшҡыуарлыҡтың үҫешенә ныҡ ҡамасаулай һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә.
Павел Крашенинников билдәләүенсә, яҡын арала ергә бәйле ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индереләсәк. Атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһының Граждандар кодексында үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Улар көсөнә ингәндән һуң байтаҡ мәсьәлә хәл ителер, тип ниәтләнә. Үҙгәрештәр бигерәк тә шәхси милеккә ҡағылған урындарға индерелмәксе.
Андрей Назаров та, төбәккә инвесторҙарҙы күпләп йәлеп итеү өсөн документтарҙы теркәгәндә килеп сыҡҡан административ барьерҙарҙы юҡҡа сығарыу, һалым түләү процесын яйға һалыу һәм, әлбиттә, ерҙәрҙе рейдер тартып алыуҙарынан ҡотҡарыу кәрәк, тип һанай. Бөгөн Башҡортостанда ерҙәрҙе закон­һыҙ рәүештә тартып алыу йыш күҙәтелә тип әйтеп булмай. Әммә шулай ҙа был проблема ла етди иғтибар талап итә.
Башҡортостанда ер мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк. Был урындағы халыҡтың менталитетына, йолаларына ла бәйле. Республикабыҙ халҡы өсөн ер һәр ваҡыт ҙур байлыҡ, төп ҡиммәттәрҙең береһе булып һанала. Урындағы халыҡ бер ваҡытта ла ергә ҡағылышлы мәсьә­ләләрҙе артыҡ бошонмай ғына хәл итмәйәсәк. Шуға ла был тармаҡта эш ентекле алып барыла. Яҡын арала беҙҙә тағы ла бер фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Унда төбәктә ер һәм милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү, камиллаштырыу буйынса килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡараласаҡ. Эш барышында республикала ер һәм милек мөнәсәбәттәренең үҫеше буйынса концепция ла ҡабул ителеүе көтөлә.
Республиканың иҡтисади үҫеше өсөн инвестор­ҙарҙы йәлеп итеү мөһим икән, был тармаҡта эш етди алып барыласаҡ. Бер генә эш тә тиерлек ергә ҡағылмай үтмәгәнлектән, был байлыҡты дөрөҫ ҡулланыу, файҙаһын күреү, урындағы халыҡты ла, килгән инвесторҙарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек закондарға таянып эш итеү бик мөһим.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға