«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Улар – ауылымдың ғорурлығы



22.05.2015 Улар – ауылымдың ғорурлығы

60 йыл татыу ғүмер кисергән Фәрзәнә һәм Мөждәбә Ҡәнәғәтуллиндар, Мөслимә һәм Ҡәйүм Нәбиуллиндар эштә лә, тормошта ла һынатмай.

Улар – ауылымдың ғорурлығыДонъя фани, ғүмер үтә ҡыҫҡа,
Йылт итеп үтә лә китә.
Донъяға йәм биреп,
эҙ ҡалдырып,
Матур йәшәүҙәргә ни етә…
Ошондай шиғыр юлдары менән башланып китте 60 йыл татыу ғүмер кисереүсе Фәрзәнә менән Мөж­дәбә Ҡәнәғәтуллиндар һәм Мөс­лимә менән Ҡәйүм Нәбиуллин­дарға арналған кисә.
Ауылыбыҙҙың абруйлы хеҙмәт ветерандары, ҡәҙерле атай-әсәй, олатай-өләсәй улар. Был ғаиләләр­ҙең татыу ғүмер итеүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. 60 йыл бергә… Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта йәмғиәткә тоғро хеҙмәт итеп, гәүһәр туйға етеү өсөн күпме сабырлыҡ һәм түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк?! Яратышып ғаилә ҡороу ғына етмәй, ошо усаҡты һүндермәйенсә һаҡлап ҡала белгән, йәмғиәтебеҙгә лайыҡлы балалар үҫтергән, ауылдаштары араһында ихтирам яулаған өлгөлө ғаиләләр ул Ҡәнәғәтуллиндар менән Нәбиуллиндар.
Ғаилә башлығы Мөждәбә ағай Байым ете йыллыҡ мәктәбен Маҡтау ҡағыҙы менән тамамлай. Ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа тиҫтерҙәре менән колхоз эшендә йөрөй: ат менән сиҙәм ерҙәрҙе һөрә, бесән саба, кәбән һала, колхозға тракторҙар килә башлағас, тракторға ултыра.
Байым мәктәбендә уҡып йөрөгәнендә танышҡан Мораҡай ҡыҙы Фәрзәнә менән 1954 йылдың көҙөндә өйләнешәләр. Ата-әсәнең мөхәббәтен нығытып, улдары Мансур донъяға килә. Күп тә үтмәй, Мөждәбә ағай хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Фәрзәнә еңгәй улы менән өс йыл яңғыҙы донъя көтә. Йәй – колхозда, ҡыш мәктәп буфетында эшләй, клубта йыйыштырыусы була. Ҡул эштәренә лә оҫта ул. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, байрамдарға, һабантуйҙарға, төрлө сараларға буҙа ҡоя, тәмле итеп икмәген дә бешерә. Бөгөн дә ул төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙары менән Белорет ҡалаһында үткән һабантуйҙа тирмә ҡороп, беренсе урын яулай. Район һабантуйында ла колхоз исеменән ҡорған тирмәһе призлы урын алғаны хәтерҙә.
Ҡәнәғәтуллиндар өс ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Мансур Яңы Балапан мәктәбендә уҡытты, оҙаҡ йылдар директор йөгөн тартты (үкенескә күрә, ул фани донъянан иртә китте), Ғәшүрә Межгорьела балаларға математика серҙәрен өйрәтә, Әлзирә Белоретта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, өсөһө лә «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Гөлдәр – Белоретта, Шәүрә – Таштимерҙә башланғыс кластар уҡытыусыһы, Закир – Учалы мәктәптәренең береһендә директор, «Рәсәй Федерация­һының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» исемен йөрөтә, Сәлих Яңы Балапанда уҡыта. Бөгөн бөтә балалары ла үҙаллы тормош ҡороп, балалар үҫтереп, ата-әсә өлгөһөндә матур донъя көтә.
Мөждәбә ағай, балалары ҙурайып бөткәс, Аксен ауыл хужалығы техникумын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ғүмере буйына колхозда тракторсы, шофер, бригадир булып эшләне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә үҙенең тракторында туғандарына, ауылдаштарына утын-бесән әҙерләргә ярҙам итә. Ауылдың имам-хатибы ла ул, мәсет төҙөгәндә йәштәр менән бер рәттән янып эшләне. Мөждәбә ағай «Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе» исемен лайыҡлы йөрөтә. Намыҫлы хеҙмәте райондың, ауыл советының, колхоз идараһының күп һанлы Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән. Балаларына ныҡлы терәк, 15 ейән-ейәнсәренә, 10 бүлә-бүләсәренә хәстәрлекле олатай, өләсәй, ауылдаштарына өлгө ул Ҡәнәғәтуллиндар.
Ҡәйүм ағай Нәбиуллин да ғүмере буйы тракторсы булып эшләгән кеше. Һуғыш башланыу менән уның атаһы Мәхмүт ағай, комсомол булараҡ, тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына, ҡаты яраланып, 1942 йылда әйләнеп ҡайта һәм, күп тә тормай, гүр эйәһе була. Ҡәйүм һигеҙ йәшенән етем ҡала. Ололар менән бергә колхоз эшенә егелә, ер һөрә, иген сәсә, мал ҡарай. Таштимер МТС-ында тракторсыға уҡып ҡайтып, хаҡлы ялға сыҡҡансы механизатор булып эшләй. Өлгөлө хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙы, юбилей миҙалы менән билдәләнгән. Ҡәйүм ағай­ҙың хәләл ефете Мөслимә апайҙың да атаһы – һуғыш ҡорбаны, уның «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килә. Әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Мәктәпкә кейеп барырға кейеме булмау сәбәпле, Мөслимә бишенсе кластан һуң уҡымай, колхозға эшкә сыға…
Нәбиуллиндар алты балаға ғүмер биргән. Надир – юғары белемле, афған һуғышы яугиры, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ, Белорет районының Николаевка ауылында 28 йыл инде хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара. Ҡыҙҙары Сәүиә Һамар ауылында һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Таһир, Силәбе политехник институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар механик булды, бөгөн Магнитогорск ҡалаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Флүрә – алты бала әсәһе, хаҡлы ялға киткәнсе клубта эшләне, Камил менән Данил – механи­заторҙар.
Атай кеше улдарына игенсе хеҙмәтен хөрмәтләргә, атай һүҙен йыҡмаҫҡа өйрәткән. Балалар аталарының илһөйәр, намыҫлы игенсе, алдынғы механизатор булыуы менән ғорурлана, өс улы уның юлынан китеп, оҙаҡ йылдар колхозда тир түкте. Балаларының һәр ҡайһыһы матур ғаилә ҡорған. Колхоз эшенән бушамай, иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙан ҡайтмай эшләгән Ҡәйүм ағайҙы йылы ашы менән көтөп, шул уҡ ваҡытта бәләкәй балаларҙы тәрбиәләгән, донъяһын да ялт итеп тотҡан Мөслимә еңгә барыһына нисек өлгөрҙө икән?
Мөслимә еңгәй йәй башҡалар менән бесән сабырға йөрөнө, бер эштән дә ситләшмәне, ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙың уртаһында булды. Йәш сағынан ҡул эштәренә маһир еңгә ҡорамалап юрғандар һырыны, шәл бәйләне.
Ғаилә башлығы – ир, ә ғаиләнең тотҡаһы – ҡатын. Нәбиуллиндар йортоноң ҡайһы ғына мөйөшөнә ҡарама, нимәгә генә күҙ һалма, барыһы ла ҡатын-ҡыҙ ҡулдарының йылыһын алып, балҡып, йылмайып торған кеүек. Егәрле хужабикәле йортта аҡыллы, сыҙам, хәстәрлекле әсә ҡуйынындағы балалар ҙа, тәрбиәле ир ҙә – бөтәһе лә бәхетле. Мөслимә еңгәй менән Ҡәйүм ағай­ҙың 23 ейән-ейәнсәре, 18 бүлә-бүләсәре бар.
Тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, терәк-таяныс булып, ғаилә усағын һүндермәй, йәштәргә өлгө булып йәшәргә лә әле йәшәргә һеҙгә, хөрмәтле ауылдаштарым.

Сәриә МАЛЫБАЕВА,
Яңы Балапан ауылының
ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға