«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йылҡы йылын оҙатып



27.12.2014 Йылҡы йылын оҙатып

Йылҡы йылын оҙатыпТағы бер йыл артта ҡалды. Беҙ тағы ла бер йылға өлкәнәйҙек, тәжрибә тупланыҡ, аҡыл йыйҙыҡ, күпте күрҙек, күпте кисерҙек, йәшәргә тырыштыҡ. Нимәгәлер ирештек, ниҙелер юғалттыҡ. Ҡайһы бер маҡсаттарҙан баш тартырға ла тура килде, бәғзе хыялдар тормош­ҡа ашты. Барыһы ла булды.
Беҙ, Рәсәй халҡы, шулай ғәҙәтләнгәнбеҙ – зарланырға яратмайбыҙ. Дөйөм алғанда, күпмелер үтә лә пессимистарҙы һанамағанда. Холҡобоҙ шундай. Был, моғайын, тормоштоң төрлө күренештәрен артыҡ кисергәндәндер ҙә. Беҙ бер ҡасан да самаһыҙ байлыҡтан “һимермәнек”, артыҡ шатлыҡтан шашманыҡ, килгән ҡайғы-бәләләр­ҙән сыға белдек, өмөтләндек, ышандыҡ, эшләнек. Айырыуса өлкән быуын кешеләренең ауыҙынан сыға әлеге һүҙҙәр. Бәлки, ХХI быуат кешеһе икенсе төрлөрәктер, әммә беҙ – үҙ ата-әсәләребеҙҙең ба­ла­лары. Йөрәктә, күңелдә улар һалған орлоҡ шыта, үҫә. Эйе, арабыҙҙа эске янауҙарға (ил эсендә таралған эскелеккә, ауыр сирҙәргә, насар ғәҙәттәргә, ялҡаулыҡҡа, битарафлыҡҡа һ.б.) бирешкән кешеләр ҙә бар, әммә, моғайын, тышҡы хәүефтәргә (Хоҙай аралаһын, илгә килгән дошманды әйтәм) генә ҡаршы торорлоҡ көсөбөҙ етер. Берҙәм булһаҡ. Бер­ҙәмлек ҡайҙан килә? Минең, һинең, уның бер юлдан барыуынан. Дө­рөҫ юлдан.

Тағы бер йыл уҙып китте. Ҡапҡа төбөндә яңыһы көтөп тора. Ерҙең, илдәрҙең, Ва­тандың, йәнтөйәктең тағы бер йылъяҙмаһын башларға. Алда – өмөт, артта – хәтирәләр. Әле булмаған тураһында ниҙер һөйләргә мөмкин түгел. Булғандарҙы барлау, һығымталар яһау, уйланыу, фәһем алыу, хәтер йомғағына урап ҡуйыу мөмкин. Теләк булғанда. Ә тарихта ваҡиғаларҙың һәр төрлөһө лә ҡалды. Түбәндә – беҙҙең ҡарамаҡҡа ҡапыл ғына онотоп булмаҫтай хәл-күренештәр.

Йыл болаһы

Был теманы бер нисек тә иғтибар­һыҙ ҡалдырып булмай. Эйе, күрше дәүләт – Украинала булған хәл-ваҡиғалар ундағы халыҡтың ғына түгел, беҙҙең дә ярабыҙға әйләнде. Рәсәйҙең унан алыҫыраҡ төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә битараф ҡала алмай. Украинанан беҙҙең илгә күсеп килергә мәжбүр булыусылар ҡала-ауылдарыбыҙҙа күпме? Үҙәк телеканалдарҙан ундағы ваҡиғаларҙы күрһәткәндә, тәүҙәрәк аптырашта ҡалһаҡ та, һуңынан халыҡ менән бергә тиерлек ҡайғыра башланыҡ. Эйе, башта был фажиғә кеүек түгел ине – оппозицияның сираттағы сығышы тип ҡабул ителде “Евромайҙан”. Аҙағыраҡ, февралдең 18-енән һуң, Киев уртаһында оппозиция менән милицияның бәрелеше арҡаһында 77 кеше үлгәнен ишеткәс, был тарафтарҙа граждандар һуғышы ҡубыуына шик ҡалманы. Тағы ла бер аҙҙан, 2 майҙа, Одессала “майҙансы”ларға ҡаршы сығыш яһаусы бер төркөм активисты (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 40-тан ашыу тип яҙылды, бәғзеләрҙә 116 кешенең үлеүе хәбәр ителде) Профсоюз йортонда яндырып үлтер­ҙеләр. Тағы Донбасста ысын һуғыш тоҡанды. Хәҙер ундағы зыяраттарҙа балаларҙың ҡәбере лә артты. Бөгөн көньяҡ-көнсығыштың күп төбәктәрендә емерек йорттар, буш ҡалған фатирҙар, йәшәү шарттарынан мәхрүм ителгән ололар, инвалидтар ғына ҡалған.

Йыл һәләкәте

Тәбиғәт кешелекте һәр төрлө ғәрәсәттәре менән һынап ҡына тора. Ул ер тетрәү булһынмы, ташҡындармы, янартау атылыумы – барыһы ла көтмәгәндә килеп тыуыусан. Быйыл Һиндостан менән Пакстан халҡы ҡойма ямғырҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән ташҡындан зыян күрҙе, ҡорбандар, зыян күреүселәр һаны меңләгән булды. Ә шулай ҙа кеше ғәйебе менән булған һәләкәттәр арта. Миҫалға Көньяҡ Кореяла “Севоль” борамының батыуын алайыҡ. 16 апрелдәге фажиғәлә суднолағы 476 кешенең (325-е – мәктәп уҡыусылары) 288-е һәләк була. Тикшереү барышында шул асыҡлана: борам менән тәжрибәһе булмаған 25 йәшлек ҡатын идара иткән. Ҡапыл боролош яһап, судно ҡыйшая, халыҡ күп булғанлыҡтан, тиҙ генә “урынына” ултыра алмай, ҡырынайған көйө бата. Техник боҙоҡлоҡтар булыуы ла ҡарала. Ә капитан суднонан тәүгеләрҙән булып ҡаса. Әле ул 36 йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Йәнә бер һәләкәт – июлдә Амстердамдан Куала-Лумпурға осоп барған самолет Украина күгендә ҡолап төштө. 298 кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар барыһы ла ябай пассажирҙар ине – каникулға юлланыусы студенттар, эшҡыуарҙар, хеҙмәткәр­ҙәр, йәмәғәт эшсәндәре – һәр кемеһе үҙ йомошо менән барырға сыҡҡайны, бәғзеләре өйҙәренә ҡайтырға тейеш ине. Европа кешеләре лә, Азияныҡы ла, Австралия, Американыҡы ла бар ине. Самолет юлы хәрби хәрәкәттәр барған Донецк өҫтөнән һалынғайны шул. Хәҙер кем тарафынан утҡа тотолғаны тикшерелә.

Йылдың сәйер юғалыуы

8 мартта Малайзияның 227 пассажиры, 12 экипаж ағзаһы булған Боинг – 777-200 самолеты Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙарында сәйер рәүештә юҡҡа сыҡҡайны. Радарҙар ҡапыл ғына самолетты күрһәтмәй ҙә ҡуя. Күпмелер ваҡыттан 500 саҡрым самаһы ситтәрәк кире килеп сыға ла, йәнә юғала. Тәүҙә көнбайышҡа юллана, унан – төньяҡҡа. Бер күтәрелә, бер төшә. Спутник сигналдары уның һауала ете сәғәт самаһы осоп йөрөүен белдерә. Әле һаман тикшереп “төбөнә” барып етә алмайҙар. Ҡайҙа? Нисек? Ни өсөн?

Йыл сире

Эбола вирусы тураһында һүҙ. Ул бер быйыл ғына асылмаған, бығаса ла бихисап ҡорбаны булған. Көнбайыш Африкала, Заирҙа “тыуған” вирусҡа шундағы йылға исеме ҡушылған. Әле ул эпидемия рәүешендә таралған. “Врачи без границ” ойошмаһынан белдереүҙәренсә, Эбола биҙгәге медиктар контроленән сыҡҡан һәм бөтә донъяға хәүеф менән янай. Сир йоҡторған кешеләрҙең 90 проценты һәләк була. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре лә тынысландырмай: быйыл ғинуарҙа башланған эпидемия оҙайлығы яғынан Африкалағы бөтә сирҙәрҙе лә уҙып киткән. Әле 7,5 мең кеше үлгән, ауырыуҙар һаны 20 меңгә яҡын. Иң күп осраҡ Гвинеяла, Ли­берияла, Сьерра-Леонела булһа, Нигерия, Сенегал, Мали, АҠШ, Испанияла ла сирлеләр теркәлгән. Был – рәсми статистика, ә рәсми булмағаны?

Йыл “аңһыҙы”

Кеше – тиҙ ышаныусан зат. Күп өлкә буйынса наҙандар ҙа байтаҡ, уларға нимә әйтәләр, ниндәй мәғлүмәт бирәләр, шуға ышана ла ҡуялар. Етмәһә, ул хәбәрҙе “юғары”ла ултырыусылар таратһа. Тимәк, иң мөһиме, түрәләрҙең аҡыллы булыуы? Тап шулай. Әммә киреһенсә сифатлылар, халыҡтың башын бутаусылар ҙа күп.
Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы үҫешен күрә алмаусылар рәтендә Пентагондың вазифалы етәкселәре иң алда баралыр. Шундайҙарҙың береһе – АҠШ Дәүләт департаментының рәсми вәкиле Джен Псаки ханым. Виртуаль донъя яңылыҡтарында әүҙем ҡатнашыусылар тарафынан “аңралыҡ һәм компетентһыҙлыҡ” шкалаһын билдәләүсе термин барлыҡҡа килгән хатта, уны “Бер Псаки” тип атағандар.
Украинала граждандар һуғышы тоҡанғандан һуң әлеге ханымдың Рәсәй тураһында булмағанды һөйләүен әҙәм башы ҡатырыу йә, унан да тупаҫыраҡ әйткәндә, аңһыҙлыҡ, тип атамай, ни эшләйһең?
Псакиса бит Европаға ла газ Украинанан Рәсәй аша бара, Белоруссияла ла диңгеҙҙәр бар, ә Рәсәй кешеләре – һаҡаллы һәм камуфляжда. Һуңғыһы бигерәк ҡыҙыҡ. Вашингтон вәкиле, интернет аша бер фотоны күреп, Украинаның көньяҡ-көнсығышында Рәсәй ғәскәрҙәре булыуын иҫбатлаған. Ә фотола камуфляж кейгән һаҡаллы ир-егет. Джен Псаки ханым тап ошондай кешеләрҙең Рәсәйҙеке булыуына ышана. Ер йөҙөндә һаҡаллылар әҙме ни?
Псаки ойошторған матбуғат конференцияларын нисәмә илдең телеканалдары күрһәтә. Ябай халыҡтың тәрилкәһенә ни һалаһың, үкенескә күрә, асыҡһа, һайланып тормай. Шулай Рәсәй ғәйепле була ла ҡуя. Аңлағанһығыҙҙыр.

Йыл фажиғәһе

Террорсылар йоҡламай. Улар кеше күңеленең иң нескә ҡылдарында уйнауын дауам итә. Ҡурҡыу һалыуҙың иң хәтәр ысулын да тапты улар – мәктәптәргә һөжүм итеүҙе. Рәсәйҙә “Беслан фажиғәһе” тигән һүҙбәйләнеш кенә лә күҙҙәргә йәш тултыра.
Бынан ике аҙна самаһы элек Пакстанда донъяны тетрәткән ваҡиға булды – Пешавар ҡалаһында террорсылар хәрби мәктәпте баҫып алды. 10 йәштән 18 йәшкәсә 131 баланың, 9 хеҙмәткәрҙең үлеме уларҙың намыҫында. Хәйер, намыҫ тигән һүҙҙең булғанын да онотҡандыр был әҙәмдәр. “Талибан” (“Тәһрик-ә Талибан Пакстан” хәрәкәте яуаплылыҡты үҫ өҫтөнә алған) террорсылары төркөмө Пакстан ғәскәрҙәренең униформаһында һәм бронежилеттар­ҙа булған, бинаға артҡы ишектән инеп, күҙҙәренә кем күренә, ата башлаған. Тимәк, бандиттар балаларҙы атырға тигән маҡсат менән килгән, ә бер ниндәй талап ҡуймаған. Нимәһе һағайта: төркөм лидеры артабан да мәктәптәргә һөжүм дауам ителәсәген белдергән.

Йыл ваҡиғаһы

“Яманауыҙҙар” була шул. Әле “Крымнаш” тигән һүҙҙе ауыҙын салышайтып әйтеүселәр күренеп ҡала. Йәнәһе лә, илдә ауырлыҡтар күп, уның ҡарауы, Ҡырым беҙҙеке. Ә ниңә, насармы ни?
Кешелек төркөм-төркөм, ҡәбилә-ҡәбилә, ил-ил булып йәшәй башлағандан бирле уларҙың төбәктәренең сиге нисәмә тапҡыр алмашын­ған?! Әле ҡасан ғына карталар яңынан төшөрөлдө һәм унда нисә яңы дәүләт хасил булды? Был – ғәҙәти күренеш. Ә Ҡырымдың Украинаға барып эләгеүен тарихтан барыбыҙ ҙа белә. Ғөмүмән, Украина үҙе лә беҙҙеке ине ул. Илебеҙҙең үҙ сиген ғәҙел рәүештә киңәйтеүенә ниңә беҙ, шул ил халҡы, аптырайбыҙ һуң? Улайға китһә, Ҡырым халҡы референдум менән билдәләмәнеме ни киләсәген? 16 марттағы һайлау Ҡырымдың – 96,77, Севас­тополдең 95,6 процент халҡы Рәсәйгә ҡушылыу яҡлы булыуын күрһәтте бит. Ҡыҫҡаһы, Ҡырым – беҙҙеке һәм был ваҡиға хаҡлы рәүештә беҙгә шатлыҡ килтерергә тейеш.

Йыл килешеүҙәре

Ҡытай менән Рәсәйҙең хеҙмәттәшлеге йылдан-йыл тығыҙыраҡ була бара. Быйыл майҙа Владимир Путин етәкселегендәге делегация бер юлы 40-лап килешеүгә ҡул ҡуйып ҡайтты. Шуның менән бәйләнештәрҙең яңы этабына күселде. Икәү-ара мөнәсәбәттәр былай дауам итһә, сауҙа кимәле киләһе йылға 100 миллиард долларға етәсәк. Унан да былайыраҡ ниәт: 2020 йылға тауар әйләнеше 200 миллиард долларға етергә тейеш.
Ҡытайға газ һатыу тураһында хаҡы 400 миллиард доллар торған 30 йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйылды. Был иң ҙур ҡаҙаныштыр, сөнки һөйләшеүҙәр тиҫтә йылға һуҙылған. Газ үткәргестәр тулыһынса әҙер булғас, беҙ Ҡытайға йылына 38 миллиард кубометр тәбиғи яғыулыҡ ебәрәсәкбеҙ. Рәсәйҙең “ғорурлығы” дуҫ дәүләткә Яҡут республикаһы, Иркутск өлкәһе ятҡылыҡтарынан “Себер көсө” тигән яңғырауыҡлы исемле торбалар аша юллана. Ул тарафтарҙа газ запастары иҫ киткес күп. Президент әйтеүенсә, алдағы 50 йылда үҙебеҙгә лә, һатыуға ла иркен етә.
Әйткәндәй, Төркиә менән дә газ буйынса килешеү төҙөлдө. Ҡара диңгеҙ аша Европаға бара торған “Көньяҡ ағым” проектының тағы ла көньяҡҡараҡ боролоуы хаҡында яҙғайныҡ инде.

Йыл берлеге

Евразия иҡтисади союзы барлыҡҡа килеүе хаҡында. Бөгөн ул дөйөм халҡы 170 миллиондан ашыу территорияны, ҙур күләмдә нефть һәм газ запастарын үҙ эсенә ала. Килешеүгә иң тәүгеләрҙән булып Астанала осрашыуҙарында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко, Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ҡул ҡуйғайны. Торараҡ Әрмәнстан башлығының да ҡултамғаһы өҫтәлде. Ә бер-ике көн элек кенә Ҡырғыҙстан да берлек ағзаһы буласағын белдерҙе. Рәсми рәүештә өр-яңы берлектең тыуған көнө, моғайын, ул эшләй башлаған көндән, 2015 йылдың 1 ғинуарында билдәләнер. Әммә, килешеү имзалары булғас, йылдың сағыу ваҡиғаһына индереү дөрөҫтөр. Евразия иҡтисади союзы биләмәләре киләсәктә киңәйеүе күҙаллана.
Ағза-дәүләттәр тауар, хеҙмәттәр, капитал, эшсе көстәрҙең ирекле әйләнешен гарантиялай, энергетикала, сәнәғәттә, ауыл хужалығы һәм транспорт тармағында бергә фекер алышып эшләй башлай.
Ҡаҙағстан Президенты Нур­солтан Назарбаев берлекте “XXI быуаттың яңы геоиҡтисади ысынбарлығы” тип баһаланы. Берләшеү идеяһы тап уныҡылыр, сөнки Нурсолтан әфәнде тәү тапҡыр шул турала бынан 20 йыл элек үк сығыш яһаған булған.


Йыл “нормаһы”

Ил башлығы Владимир Путин бер кәңәшмәлә, йәш быуындың йыш сирләүенә, күп халыҡты йәлеп иткән спорт сараларының һирәк үтеүенә, бигерәк тә балалар спорты тирәләй хәл-тороштоң әллә ни үҙгәрмәүенә туҡталып, СССР ваҡытында бик популяр булған ГТО системаһын кире тергеҙеү кәрәклеге хаҡында белдергәйне. Башлан­ған эш – бөткән эш – ГТО нормативтары быйыл 1 сентябрҙән индерелде лә. Нигеҙендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (“Готов к труду и обороне”) һүҙҙәре ятҡан программа арҡаһында заманында әллә нисәмә быуын һау-сәләмәт кеше үҫкән. Уны тергеҙеү Ватаныбыҙҙың яҡшы йолаларына ҡарата ихтирамды ла күрһәтә.
ГТО нормалары, физик культура һәм патриотик тәрбиә биреү маҡсатында, 1931 йылдан алып 1991 йылғаса ғәмәлдә булған. Ул биш йәш категорияһынан торған, нормаларға ярашлы, йәтеш кенә лозунгылар ҙа табылған: “Ҡыйыу­ҙар һәм йылғырҙар” (10 – 13 йәшлектәр өсөн), “Спорт алмашсыһы” (14 – 15 й.), “Көс һәм батырлыҡ” (16 – 18 й.), “Физик камиллыҡ” (ир-егеттәр – 19 – 39 й., ҡатын-ҡыҙҙар – 19 – 34 й. ), “Дәрт һәм һаулыҡ” (ир-егеттәр – 40 – 60 й., ҡатын-ҡыҙҙар – 35 – 55 й.). Йүгереү, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереү, йөҙөү, туп бәреү, саңғы уҙышы, турникта күтәрелеү, атыу, велокросс, туристик поход кеүек ябай ярыштар ҡаралған булған.

Йыл хайуаны

Рәсәй тигәндә, ҡайһы бер сит илдәрҙә беҙҙе урамда айыуҙар йөрөгән ил тип күҙ алдына килтерәләр икән. Шаяртыу ҡатыш әйтеүҙәре лә мөмкин. Әммә был хайуанды беҙ бик ихтирам итәбеҙ. Быйыл Президентыбыҙ Владимир Путин да уға иғтибарын йәлләмәне. Эйе, ил башлығының йәнлектәр һәм ҡоштар донъяһына битараф булмауын яҡшы беләбеҙ. Айыуҙы ул айырым бер символ итеп күҙ алдына килтерә.
Тәүҙә “Валдай” бәхәс клубында Путин Рәсәй бөтөнлөгө, үҫеше, үҙебеҙҙең маҡсатҡа ынтылыш, тышҡы янауҙар тураһында һөйләгәндә былай тигәйне: “… айыу беҙҙә тайга хужаһы һанала һәм, иманым камил, үҙенә уңайһыҙ булған башҡа бер ергә лә күсергә теләмәй. Тайгаһын да ул берәүгә лә бирмәйәсәк. Был аңлашылырға тейеш тә”.
Тағы бер тапҡыр тура эфирҙан матбуғат конференцияһында телгә алды: “… үҙенең тайгаһын һаҡлаған айыу тураһында әйткәнем бар инде. Ҡайһы берҙә миндә шундай уй тыуа: бәлки, беҙҙең айыуға тик кенә ултырырғалыр? Биләмәһенән сусҡа-фәләндәрҙе ҡыумаһын, әйҙә, еләк ашап, бал тәмләп кенә йөрөһөн. Бәлки, уны тыныслыҡта ҡалдырырҙар? Юҡтыр, сөнки уны һәр саҡ сылбырлап ҡуйырға теләй­ҙәр. Тотһалар, шундуҡ теш-тырнаҡтарынан яҙҙырырҙар. Теш-тырнаҡһыҙ айыуҙың кәрәге лә юҡ. Тайганы ла тиҙ генә ҡулға төшөрөр­ҙәр. Күп кенә рәсми кешеләрҙән йыш ишеттек бит – шул тиклем бай Себерҙең бер Рәсәйҙеке булыуы ғәҙел түгел. Баяғы айыуҙан ҡарас­ҡы ғына яһарҙар”.
Бик яҡшы әйтте бит башлыҡ. Аңлағандарға.

Йыл енәйәтсеһе

Үкенесле хәл, Рәсәйгә лә “Америка тәжрибәһе” килеп етте – урамда, офистарҙа, мәктәптә атыштар осрағы теркәлә башланы. Кешегә ҡорал тотоноу иркенлеге бирелде бит. Йәнәһе, һаҡланырға-фәлән кәрәкһә. Шул арҡала хатта йәш енәйәтселәр ҙә барлыҡҡа килде.
Мәскәүҙең 263-сө мәктәбендә булды фажиғәле хәл. 10-сы класс уҡыусыһы, хатта “алтын миҙал”ға дәғүә итеүсе алдынғы уҡыусы Сергей “4” билдәһе ҡуйған өсөн генә география уҡытыусыһын “аҡыл­ға” ултыртыр өсөн мәктәпкә мылтыҡ тотоп килә. Ишек төбөндәге һаҡсы ла туҡтата алмай уны. Үҫмер егет дәрес барған класҡа инеп, 15 йәшлек 20-нән ашыу уҡыусыны аманат итеп ала, географҡа ике тапҡыр ата. Андрей Кириллов (уҡытыусы) тәүҙә яралана, уның үлмәгәнен күргән енәйәтсе йәнә башына тоҫҡап ата. Полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәс, йәш бандит уларға ҡаршы ут аса. Бер прапорщик үлемесле яра ала, тағы берәү ауыр йәрәхәтләнә.
Егет түбән калибрлы винтовканан барлығы 11 тапҡыр ата. Унда тағы бер ҡорал була, винтовка ла, мылтыҡ та атаһы исеменә теркәлгән.

Йыл һынауы

Беҙ, ниһайәт, быны булдырҙыҡ. Ошо аҙнала ғына Архангел өлкәһенең Плесецк хәрби космодромынан “Ангара – А5” тип аталған ауыр клас­тағы ракета йөрөтөүсе тәү тапҡыр йыһанға осоролдо.
“Ангара – А5” Рәсәй йыһан тармағы өсөн бик әһәмиәтле ине. Уны төҙөүҙә тик үҙебеҙҙә етештерелгән деталдәр ҡулланылған. Ракетаға ауыр тигән сифат юҡҡа ғына бирелмәгән, ул ысынында ла шундай. Хатта осош майҙанына уның айырым блоктарын июлдә үк ташый башлағандар.


Йыл хыялы

Тиҙҙән Рәсәйҙең йорт-ерһеҙ халҡы уңайлы һәм арзан бәләкәй фатирҙарға эйә булып бөтәсәк. РФ Төҙөлөш министрлығы хөкүмәткә күпләп торлаҡ төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Иң бәләкәй фатирҙың майҙаны 18 квадрат метр булыуы күҙаллана. Хаҡы иһә бик яҡшы күренә – квадрат метры 30 мең һум. Был, бер бүлмәле торлаҡ ни бары 540 мең һум торасаҡ, тигән һүҙ. Социаль фатир “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһы буйынса төҙөлә. 2017 йылға тиклем тамамланырға тейеш. “Путинка” тигән исем биреләсәк икән йорттарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға