«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”



14.11.2014 Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”Беҙ бала саҡта районыбыҙға яҙыусылар килеп осрашыуҙар уҙғарһа, оло байрам була торғайны. Яҙыусы тиклем яҙыусы ағай-апайҙарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, уларҙың матур сәхнәнән, бейек трибунанан уҡыған шиғырҙарын, әҫәрҙәрен таң ҡалып, һоҡланып тыңлай инек.
Күптәребеҙ шул замандарҙа уҡ ҡәләм тирбәтеп, тәүге шиғыр, әҫәрҙәребеҙҙе яҙҙыҡ. Тик ҡулъяҙмаларыбыҙға иғтибар иткән, илһам ҡанаттары ҡуйғандай ағайҙар табылманы. Шунлыҡтандыр инде, әҙәбиәткә һуңлап килгән беҙҙең быуын яҙыусыларының күбеһе – илле йәштән уҙған, башлап яҙыусылар иҫәбендә һаналған ике-өс китап авторҙары.
Ошоларҙы яҡшы аңлаған Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәкселеге уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында йәмәғәт башланғысындағы әҙәби берләшмәләр булдырҙы. Сибай ҡалаһындағы “Ирәндек” берекмәһенә – Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында йәшәп ижад итеүсе йәш һәм башлап яҙыусылар, Учалылағы “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһенә Белорет, Бөрйән, Учалы райондары, Белорет, Учалы ҡалаларында йәшәүсе ижадсылар ойошто.
Эшмәкәрлек йәмәғәт башланғысында алып барылһа ла, ойошмаларҙа ысын мәғәнәһендә ныҡлы ижади мөхит булдырылды. Һөҙөм­тәлә бик күп шағир, яҙыусы, композитор республикаға билдәле шә­хестәр булып китте, башҡорт әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең йөҙөн билдәләне.
Һуңғы осорҙа илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъяла барған үҙгәрештәр бөтә йәшәйешкә, тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә емергес тәьҫир яһаны. Уның шауҡымы рухи тормоштоң мөһим тармаҡтарының береһе булған әҙәбиәтебеҙгә лә килеп ҡағылды. Бығаса эшләп килгән ҡайһы бер әҙәби берекмәләр тарҡалды, эштә һүлпәнлек һиҙелде.
Ошондай шарттарҙа Башҡортостандың Урал һәм Көньяҡ Урал райондарында йәшәүсе ижадсыларҙы берләштергән айырым ижади ойошма төҙөү зарурлығы килеп баҫты. Уның төп маҡсаты булып ижади көстәрҙе яңынан туплау, йәш көстәрҙе ылыҡтырыу, бигерәк тә мәктәп йәшендәге балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте пропагандалау торҙо.
Шул ниәттә 2013 йылдың 30 майында Белорет ҡалаһында яңы ойошманы төҙөү буйынса ойоштороу йыйылышы уҙҙы. Уның уставы раҫланды. “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе итеп бер тауыштан Учалы яҙыусылар ойошмаһының элекке әүҙем етәксеһе, таныл­ған яҙыусы, шағир Мәүлит Ямалетдинов һайланды.
Һайланған көндән алып бөгөнгәсә уның етәкселегендә иҫ китмәле күп эш башҡарылды. Ойошма Учалы, Белорет, Әбйәлил ижадсылары менән генә эшләмәй, үҙенә Силәбе өлкәһе “Урал ынйылары” ижади берекмәһен дә ылыҡтырҙы.
Йәш һәм башлап яҙыусыларҙың 27 ҡулъяҙмаһы тикшерелде, райондар һәм республика матбуғатына тәҡдим ителде.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Белореттан М. Сә­лимовтың “Балалар өсөн йырҙар” йыйынтығы, И. Ноғомановтың “Һаҡмарбаш” романы, А.Йәғәфәрованың “Дала ҡыҙы”, М. Яма­летдиновтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы, З. Ҡара­ғужинаның “Донъясығым”, Р. Аҫыл­­ғужинаның “Үтәгән ауылы тарихы һәм шәжәрәһе” китаптары Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтендә, Ә. Ялаловтың “Күңел хистәре” әҫәре Учалы ҡала типографияһында донъя күрҙе.
Әбйәлилдән М. Сәлмәнованың балалар өсөн яҙған шиғырҙары, Ф. Биктимерованың балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы, З. Ка­шапова һәм Г. Әхмәҙиеваның шиғри йыйынтыҡтары, Белореттан Ә. Аҫыл­ғужинаның хикәйә, нәҫер, әкиәттәре Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте, поэзия һәм проза секцияларында тикшереүгә тәҡдим ителде.
Әбйәлилдән А. Хәсәнованың, Белореттан М. Кәримовтың әҫәрҙәре Башҡортостан Яҙыусылар союзы секцияларында тикшерелеп, ыңғай баһаланды һәм “Китап” нәшриәтендә баҫырға ҡарар сығарылды.
2013 йылда ойошма тарафынан Белорет ҡалаһында бер семинар, ике идара ултырышы, Әбйәлилдә бер ултырыш, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында берлектәге ижади конференция уҙҙы. Ошо уҡ йылда Әбйәлил районының Рыс­ҡужа ауыл мәҙәниәт йортонда осра­шыу, Красная Башкирия ҡасабаһында танылған яҙыусы, шағирә, драматург А. Йәғәфәрованың 65 йәше тулыуға ар­нал­ған кисә, Учалыла Р. Ҡәлимованың 60 йәшенә арналған ижад кисәһе, М. Яма­лет­диновтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се то­мы, М. Сәлимовтың “Балалар өсөн йырҙар” китаптарының исем туйҙары уҙҙы.
Ойошма ағзаларының ижадына байҡау яһап, ижадҡа рухландырған, һулыш өргән ун биш мәҡәлә “Сибайский рабочий”, “Урал”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Ос­ҡон”, “Яйыҡ”, “Уча­линская газета” гәзиттәрендә баҫылып сыҡты.
Яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп дәртләнгән ойошма ағзалары быйыл да илһамланып ижади мөхиткә сумды.
Силәбе өлкәһе “Урал ынйылары” ижади берекмәһе ҡатнашлығында С. Хәкимованың “Аҡ­ман-тоҡман ҡыҙымын” китабының исем туйы үткәрелде. “Ағиҙел” журналының 2-се һанында “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының (31 автор) әҫәрҙәр шәлкеме донъя күрҙе.
Әбйәлил районының Күсем ауылында әҙәби берекмәнең ултырышында С. Хәки­мова менән З. Ҡарағужинаның шиғырҙары тик­шерелде, ауыл халҡы менән осрашыу уҙҙы. Әбйәлил районының Асҡар ауылында Бибикамал Мәһәҙиева исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар­ҙың республика төбәк конкурсын уҙғарыуға ярҙам иттек. Ойошма үҙендә ағза булып торған һәүәҫкәр композиторҙар менән Бе­лорет районының Шығай ауылында Абдулла Хәлфетдинов исемендәге призға зона фестивале уҙғарҙы. Магнитогорск ҡалаһының башҡорт-татар китапханаһында “Урал ынйылары” берекмәһе ағзаларының әҫәрҙәренән төҙөлгән китаптың исем туйында ҡатнаштыҡ. М. Ямалетдинов һәм Х. Ниғ­мәтуллин – Маг­нитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты, әҙәби консультант Ф. Бик­тимерова Башҡортостандың Силәбе өлкә­һендәге даими вәкиллегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ойошма етәксеһе М. Ямалетдинов Әбйәлил районы хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Учалы районының үҙәк китапханаһында Р. Хи­саметдинова менән В. Ғүмәровтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙғарылды.
Ойошма ағзалары – Әбйәлилдән З. Ҡа­ра­ғужина, Учалынан М. Ихса­нов һәм Ф. Бү­ләков Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды.
Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы мәктәбендә С. Әхмәтйәнова-Һаҡмарованың ижадына арналған кисә ойошторолдо. Бе­лорет райо­нының Абҙаҡ ауылынан мәрхүмә З. Ур­манцеваның “Әсә фатихаһы” китабы донъя күрҙе. Уның исем туйы Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауыл мәҙәниәт йортонда билдәләнде.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылындағы күсмә ултырышта Х. Ал­сынбаевтың, Х. Ниғ­мәтуллин­дың, З. Бәшәрованың ҡулъяҙмалары тикшерелеп, тейешле баһа, күрһәтмәләр бирелде. Шулай уҡ Ф. Биктимерова менән З. Кашапованы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алырға тәҡдим ителде.
Белорет районының Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда танылған яҙыусы, шағир Мәүлит Кәримовтың ижад кисәһе уҙҙы. Унда Әбйәлил, Учалы, Белорет райондары, Силәбе өлкәһе ижадсылары ҡатнашты.
Октябрь айында Әбйәлил районының Рауил ауылы мәктәбендә Белорет, Учалы, Си­ләбе ижадсылары ҡатнашлығында Ф. Бикти­ме­рованың балалар өсөн, З. Ка­шапованың һәм Г. Әхмәҙиеваның шиғырҙар йыйынтығы тикшереүгә ҡуйылды. Башҡортостан Яҙыу­сылар союзының балалар әҙәбиәте һәм поэзия секцияларына тәҡдим итеү өсөн протокол һәм ҡарар күсермәләре әҙерләп бирелде.
Ойошма мәктәп йәшендәге балалар араһында телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләүҙә, әҙәбиәтте пропагандалауҙа ла ҙур эш башҡара. Әҙә­биәткә балаларҙы кесе йәштән йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында ойош­ма рәйесе М. Ямалетдинов инициативаһы менән Учалы, Бе­лорет, Әбйәлил райондарының мәғариф бүлектәре менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында “Минең бе­ренсе китабым” исем­ле ижади конкурс ойошторолдо. Унда еңеп сыҡ­ҡан уҡыусылар быйыл үҙҙәренең тәүге китаптарын ҡулға алып ҡыуанды. Бәйгенең һөҙөмтәһе булып Учалыла – дүрт авторҙың әҫәрен туплаған “Юл башы” (мөхәррире М. Ямалетдин), Әбйәлилдә ун авторҙың әҫәренән торған “Йон­доҙсоҡтар” исемле әҙәби баҫмалар донъя күрҙе.
Был күркәм сараның иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаһы – октябрь айында Әбйәлил районының Рауил мәктәбендә ике уҡыусының ижадына арналған матур кисә уҙҙы. Байрамда мәктәптең “Йәнтөйәк” әҙәби түңәрәге етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Гүзәл Әхмә­ҙиева ойошманың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Беҙ, ижадсылар, ойошманың эшен арымай-талмай алға әйҙәүсе етәксебеҙ Мәүлит Ямалетдиновҡа, уның ярҙамсылары, урынбаҫарҙары Мәүлит Кәримов, Ғәҙел Ишмора­тов, Хәҙис Ниғмәтуллинға рәхмәтлебеҙ. Ошондай, илем, телем, халҡым, ерем, тип янып йәшәгән аҫыл заттар булғанда, “Ҡуңыр буға” йәшәр, ялҡынланып ижад итер, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерер.

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.

Әбйәлил районы,
Ҡолоҡас ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға