«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған



07.11.2014 Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Хеҙмәте менән хөрмәт яулағанСибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең участка инспекторы Радмир Аҙнағолов, енәйәтселекте кәметеү өсөн кешеләр араһында аңлатыу эштәрен өҙлөкһөҙ алып барырға кәрәк, ти
Донъялағы һәр һөнәрҙең үҙ тәғәйенләнеше бар. Әгәр ҙә игенсе булмаһа – иген һуғылмаҫ, юлсыһыҙ юлдар һалынмаҫ ине. Полиция хеҙмәткәрҙәренең дә йәмғиәт алдындағы бурысы мөһим – хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау, илебеҙҙең тотороҡлоғон, халыҡтың тыныс, имен тормошон тәьмин итеү. Уларҙың хеҙмәте бер ҡасан да еңел булманы. Тәүәккәллек, түҙемлек һәм үҙ эшеңә мөкиббән бирелеүҙе талап иткән һөнәрҙе көслө рухлылар ғына башҡара алалыр, моғайын.
Сибай ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең участка инспекторы Радмир Аҙнағолов полицияға эшкә ун йыл элек килә. Башта айнытҡыс именлеген һаҡлағандан һуң, әлеге хеҙмәтенә күсерәләр.
– Эш башлаған мәлдә күңелде тулҡынланыу ҙа, ҡурҡыу ҙа хисе биләп алғайны. Хәрби әҙерлегем ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итте, – ти Баймаҡ районының Ишей ауылында тыуып үҫкән егет. – Беҙҙең хеҙмәт хөкөм сығарыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Тауыш ярып ҡысҡырыуҙы түгел, тыныс ҡына аңлатыуҙы өҫтөн ҡуям. Кешеләр ҙә эшебеҙҙе аңлай, аҙаҡ килеп рәхмәт әйтеп китәләр.
Радмир Сәлимйән улы ҡаланың Арҡайым һәм Көньяҡ ҡасабалары өсөн яуаплы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, урындағы халыҡ башлыса үҙ-ара низағ, урлашыу осраҡтары менән мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек менән бәйле осраҡтар ҙа кәмемәй. “Йәшел йылан”ды үҙ итеп, балаларын ҡарамаған ата-әсәләр ҙә байтаҡ.
– Эш көнөбөҙ һәр көн иртән оперативкаға йыйылыуҙан башланып китә, – ти ул, көн режимы менән таныштырып. – Унан инде участканы йөрөп сығабыҙ. Иҫәптә тороусыларҙы тикшереү, ғаризалар менән эш тә бер көн эсенә инеп китә.
Радмир Аҙнағолов өлгөлө хеҙмәткәр генә түгел, яҡшы ғаилә башлығы ла. Хәләл ефете Нурзиә менән ике ул үҫтерәләр. Бәләкәйҙәре Замирға ни бары бер йәш булһа, алтынсы йәш менән барған Илмир ҡул араһына инеп, ата-әсәһенә төп ярҙамсы булмаҡсы.
– Өлкән улым полицейский булырға хыяллана. Кем булһа ла, иң мөһиме – ысын ир-егет булып үҫһен, – ти атай кеше.
Халыҡ араһында, кешене хеҙмәт биҙәй, тигән әйтем бар. Радмир Сәлимйән улына ҡарата, ул хеҙмәтте биҙәй, тип әйтергә мөмкин. Сөнки илебеҙ һағында, уның кеүек, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән баҡҡан ир-уҙамандар тора икән, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө.

Нил ҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға