07.11.2014 Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
Заман ауыр тип, йыш ҡына заманға һылтанырға яратабыҙ. Ә уйлап ҡараһаң, ҡасан еңел булған һуң?! Белеүебеҙсә, һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да аслыҡта, яланғаслыҡта, етешһеҙлектә интегеп көн күргәндәр. Һуғыш үҙе генә лә кешегә күпме ҡайғы, ауырлыҡ алып килгән. Бәлки, совет осоронда ғына халыҡтың бер аҙ күҙе асылып, иртәгәге көнгә ышаныс менән иркенләп йәшәп ҡалғандарҙыр. Әммә, сағыштырып ҡараһаң, бөгөн дә кешеләр бик матур йәшәй: ҙур итеп өйҙәр һалалар, бер йортта әллә нисә еңел машина, ә сит илдә ял итеүселәр күпме? Заманға зарланыу гонаһ һымаҡ булып китә хатта. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был хаҡта ни уйлай икән? Шулай итеп, сираттағы аҙна һорауы: бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
Альбина НАЗАРОВА, Өфө ҡалаһы:
– Хоҙай биргән һәр көндән ҡәнәғәтмен. Минең өсөн иң мөһиме – һаулыҡ, бәхет, яҡындарымдың именлеге һәм баламдың ҡыуанысы, уңыштары. Заман яҡшы булһа ла, насар булһа ла, алда әйтелгән ҡиммәттәрҙе бер ниндәй хаҡҡа ла һатып алып булмай. Бәләкәй генә нәмәнән дә ҡыуаныс, йәм табып йәшәйем. Һәм был минең булмышымда ла сағыла. Кешегә аҡса күпме булһа ла етмәй ул, шуға күрә булғанына шөкөр итергә кәрәк. Икенсенән, миңә көнләшеү тигән нәмә хас түгел, шуға күрә лә бәхетлемен.
Мәҙинә САЛАУАТОВА, Бөрйән районы:
– Ҡәнәғәт булып киткән саҡтар ҙа була, ҡәнәғәт булмаған мәлдәре лә. Әлеге ваҡытта, Байназарҙа дауахана ябыла, тип зыҡ ҡубабыҙ. Быға, әлбиттә, риза түгелбеҙ. Төрлө хәлдәр була, ауырып китһәк, беҙ нимә эшләргә тейеш?! Икенсенән, ауылда эшһеҙлектең артҡандан-арта барыуы борсоуға һала. Бына ошондай ойошмалар ябылһа, тағы ла күпме кеше эшһеҙ тороп ҡаласаҡ.
Бала саҡта тормош матурыраҡ булған кеүек. Кешеләр эш тип ситкә лә китмәне, ваҡытында эш хаҡын алдылар, магазинда аҙыҡ-түлек тә етерлек ине. Барыһы ла, артыҡ бай булмаһа ла, үҙенсә матур итеп донъя көттө. Әле лә донъя көтәм тигән кешегә йәшәргә була ул. Мал аҫраһаң, йәшелсә-емеш үҫтерһәң, икмәк-тоҙлоҡ аҡсаң булһа, шул еткән инде. Ә инде етеш тормошта йәшәйем тиһәң, тағы ла нығыраҡ тырышырға кәрәк. Йүнселдәр, ғөмүмән, йүнен таба. Тик бына дауаханаларҙың, мәктәптәрҙең ҡулайлаштырыуға эләгеүе бер ҙә яҡшы түгел.
Фәниә ИШБУЛАТОВА, Йылайыр районының Сидоровка ауылы:
– Ҡәнәғәтмен. Тормош матурлығы, йәшәү кимәле һәр кемдең үҙенән тора. Нисек донъя йөгөн тартаһың, тормошоң да шулай. Кем матур, өлгөлө, намыҫсан итеп, башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып йәшәй, уларҙың тормошо ла алға бара. Ғаиләң ныҡлығы, балаларҙың матур йәшәүе, эшең булыуы – тормошта ныҡ этәргес. Теләк булһа, бөгөн бөтә нәмәне лә булдырып була, эш юҡ, тип хөкүмәтте һылтап ҡына ултырырға ярамай, минеңсә.
Илдар ҒӘЙНУЛЛИН, Бәләбәй районы:
– Мин оло быуын кешеһе инде, шуға күрә үткән заманды маҡтайым. Беҙ эш эҙләп тә йонсоманыҡ, рәхәтләнеп эшләнек тә, аҡсаһын да алдыҡ, донъяһын да көттөк. Хәҙер ир-егеттәр эшһеҙлектән ситкә китә. Шуныһы бигерәк аяныс, барып эшләп тә, йүнләп эш хаҡы түләмәйҙәр. Алдаҡ көсәйҙе. Кешене оторға ғына торалар. Беҙҙең заманда барыһы ла тиң тормош алып барҙы, байҙар, ярлылар булманы. Хәҙер иһә үтә ныҡ байҙар күбәйеп китте. Ә шул уҡ ваҡытта ауылда күптәрҙең тормошо ауыр. Бына шуныһы күңелде өйкәй…
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.