11.05.2012 Әсәйем десантсы булған
Әсәйемде белмәһәм дә, ул һәр саҡ күҙ алдына килеп баҫа. Уны фоторәсеменән генә беләм.
Ул – Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы Буранғолова, 1924 йылда Ғафури районының ҡауарҙы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә уҡырға килә. Профессор Ж. Кейекбаевтың тәҡдиме буйынса сит телдәр институтына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына уҡытырға ебәрәләр. Унда кейәүгә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тормош иптәше һуғышҡа алына. Ләкин уға фронтҡа инергә насип булмай. Улар барған поезды немецтар бомбаға тота.
1942 йыл. Әсәйем үҙ теләге буйынса Бөрйән районының хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа оҙатыла. Десантсылар төркөмөнә эләгә, Севастополь ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.
Десантсылар төркөмөнә немецтар тылына осоп инергә бойороҡ бирелә. Улар бөтәһен дә уңышлы үтәп, беҙҙең яҡҡа рация аша хәбәр ебәрә. (Әсәйем немец телен бик яҡшы белгән була һәм ул һуғышҡа тәржемәсе итеп тә алына). Симферополь аша осҡан саҡта фашистар, һиҙеп ҡалып, самолеттарына ут аса. Әсәйем парашют менән һикереп ҡотолоп ҡала һәм ҡамышлыҡтар араһына килеп төшә. Парашютын ысҡындырған ваҡытта күҙе йәрәхәтләнә. Рациянан үҙҙәре тураһында хәбәр итә. Уны табып, Мәскәүгә госпиталгә оҙаталар. Арыуланғас, отпуск бирәләр, һәм ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылына ҡайтып төшә. Унда уның бер туған апаһы – 40 йылға яҡын ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән уҡытыусы Гөлсөм Мансурова (Буранғолова) йәшәгән була.
Отпускыһы бөтөп, әсәйем һуғышҡа ҡабат барырға теләһә лә, уҡытыусыларҙы ҡабат һуғышҡа алмаҫҡа тигән бойороҡ сыға. Ул ҡабаттан Бөрйән районына уҡытырға китә. Унда беҙҙең атайҙы осрата һәм уға тормошҡа сыға. Ләкин, һуғышта алған яраларынан мандый алмай, миңә – 6 ай, апайыма 5 йәш булғанда әсәйем яҡты донъянан китеп бара. Мине уның бер туған апаһы – Гөлсөм Мансурова тәрбиәгә ала. Уның үҙенең бер улы, бер ҡыҙы була. Олатайым Әхмәт Мансуров парторг һәм колхоз рәйесе булып эшләй, һуғышҡа алына һәм батырҙарса һәләк була. Украинаның Греченск ауылында ерләнгән. Уҡыусылар уның ҡәберен тәрбиәләп, сәскәләр үҫтерә. Сәйетбаба ауылында мемориаль таҡтаташта 500-ләп ир-егет араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан әсәйемдең генә исем-фамилияһы тороуы ла беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, журналист, яҙыусы Айҙар ағай Буранғолов та (мәрхүм) япон милитаристарына ҡаршы һуғыша. Әйткәндәй, әсәйемдең бер туған ағаһы – Камил Буранғолов та уҡытыусы була, Ишембай районының Маҡар, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта. Һуғыш башланғас, яуға китә, әйләнеп ҡайтырға насип булмай.
Хәҙер инде мин үҙем өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәрем үҫә. Мине ҡарап аяҡҡа баҫтырған инәйемдең дә яҡты донъянан китеүенә ун йыл тулды. Аҙаҡҡы көндәрендә һәм йылдарында ул миндә йәшәне.
Гөлгөнә МЫСЫРҒӘЛИНА.
Ғафури районы,
Һабай ауылы.