05.10.2010 Ҡорос йөрәкле Зарипов
Һүҙгә һаран донесениелар, ғәҙәттә, бай мәғлүмәтле була. Бына улар.
«1943 йылдың 5 июлендә Прохоровка ауылы янында башланған һуғышта, – тип яҙыла 430-сы гаубица-артиллерия полкы тарихында, – расчет командиры сержант Зарипов дошмандың һөжүмен 12 тапҡыр кире ҡаҡты. 40 танк һөжүмгә килгәндә орудиеның накаты зарар күрҙе. Шуға ҡарамаҫтан, Зарипов снаряд артынан снаряд ебәреүен дауам итте һәм бер танкыны туҡтатты. Унан – икенсеһен. Башҡалары ситкә боролоп ҡотолдо. Ләкин бер аҙҙан тағы ике танк һәм десант килеүе күренде. Яҡын килгәнен көтөп, Зарипов расчеты уларҙы ла туҡтатты».
«...Көнбайыш Украинаның Винница ҡалаһы өсөн барған һуғышта, – тип башлана 623-сө артиллерия полкы командиры яҙған икенсе бер яҙмала, сержант Зариповтың орудие расчеты дошмандың 7 ут нөктәһен, күп тере көсөн ҡыйратты, ә Чертков ҡалаһы янында дүрт ут нөктәһен һәм 35 кешеһен көлгә осорҙо. Зарипов – артиллерия уты оҫтаһы, ҡыйыу һәм батыр яугир»...
... Тернополь ҡалаһы янында беҙҙең егеттәрҙе немец автоматсылары ҡамай башлай. Аранан кемдер: «Бөттө баш...» – тип әйтә һала. «Рус, сдавайсь, рус капут!» һүҙҙәре яҡшыраҡ ишетелә. Ләкин Зарипов һалҡын ҡанлы. Һәм баш һелкеүе була, дошмандарҙың өҫтөнә бер нисә граната барып төшә.
Яуҙаштары Зиннур Зариповты «ҡорос йөрәкле» тип һоҡлана. Расчетта ни бары икәү ҡалғанда ла, дошман танкыларына ҡаршы аҡыл иҫәбе менән ҡаршы тора ул.
Яҡташыбыҙҙың һуғыш батырлыҡтары тураһында һаҡланған яҙмаларын календарь битендә ҡабатлау мөмкин түгел. ҡыҫҡаһы, Зиннур Зарипов һуғышты Дан орденының тулы кавалеры булып тамамлай. Тыуған ауылы Түбәнге Әлкәшкә (Дүртөйлө районы) ҡайтып, колхозда етәксе вазифаларҙа эшләп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Фәрит ВАХИТОВ.