«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Кем һин, агитатор егет?



11.09.2010 Кем һин, агитатор егет?

Миңә Азов диңгеҙе ярындағы «Азов» санаторийында дауаланырға насип булғайны. Шунда Брянск ҡалаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Петр Гаврилович Чудаков менән һөйләшеп ултырырға тура килде. Ул, Башҡортостан Республикаһынан икәнемде белгәс, үҙенең Бөйөк Ватан һуғышында башынан үткәндәре, 1185-се уҡсылар полкында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне.
1942 йылдың 11 ғинуарында 1-се, 2-се батарея һуғышсыларына Дағстандан өс йәшник посылка килә. Унда бер пар аҡ быйма була. Бөтә һуғышсылар ҙа уны Башҡортостандан килгән егеткә тәғәйенләй. Сөнки ул 1-се батальондағы 1-се һәм 2-се орудие батареяһында агитатор булып хеҙмәт итә. Ул ике батареяға агитатор итеп тәғәйенләнгәс тә, арыу-талыу белмәй, яугирҙар­ҙың күңелен күтәреп, һәр һуғышсыға арнап шиғыр һөйләй. Шиғырҙы тәүҙә – рус телен­дә, аҙаҡ башҡортсаға әйләндереп һөйләгән. Сөнки батальонда башҡорт егеттәре күпселекте тәшкил иткән.
1185-се уҡсылар полкы Орел өлкәһенең Тышлыков ауылы эргәһендә оборонала торған. Был ауыл Мценск ауыл советына ҡараған булған.
Немецтар көслө һөжүмгә әҙерләнгән. Был турала ҡыйыу өс башҡорт егете төндә дозор­ҙа торғанда немец һалдатын «тел» итеп тотоп алып килеп, һорашып белгән. Көтмәгәндә биш немец батареяһы Тышлыков ауылына снарядтар яуҙыра башлай. Шул ваҡытта, политрук Семеновтың бойороғон боҙоп, агитатор егет беренсе орудие батареяһынан икенсеһенә агитация уҙғарыу маҡсатында тороп йүгерә.
Шул саҡ немецтар өс снаряд ебәрә. Тәүге икеһе агитаторҙан 50 метр алыҫлыҡта төшөп шартлай, ә өсөнсөһө егеткә тура килә. Немецтарҙың һөжүме кире ҡағылғас, һәләк булғандарҙы йыйған ваҡытта агитаторҙың аҡ быймаһындағы ике аяғы ғына табыла.
Башҡортостандан полкта өс башҡорт егете – Муса, Гәрәй, Саҙиҡ исемле егеттәр ҙә була. Әңгәмәсем агитатор егеттең исемен дә, фамилияһын да онотҡан.
Һәләк булған егеттәрҙең кәүҙәләрен Тышлыков ауылы эргәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр. Политрук Семенов, һуғышсыларҙың исем-фамилияларын яҙып, Мценск ауыл советы рәйесенә тапшырған.
Әңгәмәсем, миңә ҡулындағы ҡағыҙҙарын һуҙып: «Бына, ҡағыҙҙарым араһында агитаторҙың шиғыр яҙған бер бит ҡағыҙы. Мәгеҙ әле, уҡып ҡарағыҙ, нимә тураһында яҙған икән?» – тине.
ҡағыҙ ваҡыт үтеү менән һарғая төшкән, бөкләнеп тә бөткән. Петр Гаврилович: «Свердловскиҙа уҡыған саҡта бик күп яҙыуымды өйҙәгеләр һаҡламаған. Күп нәмә хәтерҙә ҡалмаған. Агитатор егетебеҙ тулы кәүҙәле, киң яурынлы, түңәрәк битле, ҡара сәсле, урта буйлы кеше ине», – тип үкенеп тә ҡуйғайны.
Шиғырҙы көс-хәл менән уҡып сыҡтым да, Петр Гавриловичҡа үҙемсә тәржемә иттем:
«Батальон командиры Исаев
План төҙөй һөжүмгә.
Санаға урынлаштырып «Максимка»ны
Фронт буйлап уҙырға».
Шиғыр юлдарын ары уҡырлыҡ түгел, юйылып бөткән.
Уҡып, бәлки, иҫкә алынған ир-егеттәр иҫән булһа, барыһын да асыҡларға ярҙам итер­ҙәр, һәм агитатор егеттең кем булыуы асыҡланыр.
Хәйер, туғандары ул егеттәрҙе түбәндәге адрес буйынса эҙләй ала: Орловская область, Мценский район, д. Тышлыков, Спасский с/с., председателю сельского совета.

Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға