28.06.2011 Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ...
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Төхвәтулла ҡорманаевтың яҡты рухына бағышлап, Учалы районының Рәсүл ауылында обелиск астылар
14-се башҡорт полкы составында хеҙмәт иткән батыр яугир, һәләтле ҡурайсы, полк муллаһы Төхвәтулла Парижды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ике көмөш миҙал менән наградлана («Парижды алған өсөн» һәм «1812 – 1814 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә»). Ул башҡорт атлыларының үҙенсәлекле маршына әйләнгән «Любезники-любизар» йыры авторҙарының береһе тип иҫәпләнә. Үкенескә күрә, ҡыйыу яҡташыбыҙ хаҡында бар мәғлүмәт шунан ғибәрәт.
– Тарих менән ҡыҙыҡһыныуым атайымдан килә, – ти батырҙың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған ветеран уҡытыусы Талип Ғәйнуллин. – Ул өс һуғышта ҡатнашҡан. Биш йыл батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайтыуы булған, уны рус-япон һуғышына саҡырғандар. Ике йыл япондарға ҡаршы һуғышҡан. Хәтеренә иң оло яра һалған бер алышты гел дә иҫләр ине: эш ҡул һуғышына барып еткәс, алдағы дошманды штык менән сәнсеп үлтергән, арттағыһына приклад менән елгәргән. Яу һуңында бер ялан булып ятҡан мәйеттәр араһында ике генә һалдат аяҡ өҫтө ҡалған – рус һәм башҡорт егете. «Беҙ уның менән ҡосаҡлаштыҡ та, илап ебәрҙек – тере ҡалыуыбыҙға ҡыуанһаҡ, кешеләрҙең күп ҡырылыуы йөрәкте өттө. Мине физик яҡтан көслө булыуым ҡотҡарҙы, Хоҙай ҙа ярлыҡаны», – тип һөйләне атайым. Уға империалистик һуғышта ла ҡатнашырға тура килә, рус-төрөк сигендә һаҡта тора. Революциянан һуң тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан һалдатты ауылдаштары ауыл советы рәйесе итеп һайлай. Тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә яҙмай, Граждандар һуғышы ҡабынып китә. Ул һуғышта иң ҡыйыны аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла туған-тыумасаларҙың булыуы, тип хәтирәләре менән бүлеште атайым һуңынан.
Еңеү менән Парижға барып еткән ҡартатаһы тураһында Талип Ғәйнуллин тәүге тапҡыр атаһынан ишетеп, уның уҡымышлы булыуын, полк муллаһы сифатында хеҙмәт итеүен хәтер һандығына һалып ҡуя, тик исеме иҫендә ҡалмай. Олоғайғас, шәжәрә төҙөүгә тотона, шунда ҡартатаһының исеме билдәһеҙ ҡала. Өс йыл элек улы архивтан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлеген алып ҡайтҡас, Талип Ғәйнулла улы унда ҡартатаһының исемен күрә. Төхвәтулла ҡорманаев тураһында иҫтәлек бөтөнләй эҙһеҙ юғалмаһын өсөн батырҙың исемен мәңгеләштерергә кәрәк, тигән ниәтен туғандарына, дуҫтарына еткерә. Изге ниәтте күтәреп алып, совет ойошторалар, унда Рәсүл мәсетенең имам-хатибы Салауат Насиров, 98-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы Марат Ғәйнуллин, Рәсүл мәктәбе директоры Фәнил Мәүлитҡолов, йәмәғәт эшмәкәре Нурат Дауытова инә. Обелискының ҡоймаһына Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рәшит Маннанов аҡса бүлә. Һүҙҙәрен эш менән нығытҡандарҙың ниәте тормошҡа ашты: элек ҡарауыл, һуңынан ҡыҙҙар, әле Зыярат тауы тип исемләнгән түбәлә хәҙер данлы тарихты онотмаҫҡа өндәгән обелиск тора.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.