«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр » Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын



28.06.2011 Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын

Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһынУҡытыусы ағай бер ваҡыт мине Райхана менән Зифаның уртаһына ултыртты. Уларҙың атайҙары булғас, тамаҡтары туғыраҡ булғандыр, шаяралар, мине ултырмаһын тип ике яҡлап семетәләр, сәсте тарталар, ә уларға ҡаршы һуға алмайым. Сөнки Зифаның атаһы ҡаршыла ғына, беҙҙе уҡыта (беренсе партала ултыра инек), Зифаға һуҡһаң Мостафа ағай хәҙер башыңа таяғы менән килтереп һуға (уң аяғы зәғиф, таяҡҡа таянып йөрөй ине). Класташым Мостафа менән бер урамда йәшәгәс, бергә ҡайта инек. Ул да мине ҡыйырһытты. Ул минән бер йәшкә оло һәм атаһы ла бар. Шулай ҡыйырһытылып булһа ла 1948 йылды дүрт класты яҡшы ғына уҡып бөттөм. Шул аслыҡ, яланғаслыҡ менән йәй ҙә үтеп китте, Сәйетбабаға бишенсегә барырға ни кейем юҡ, ни йөрөрлөк хәл юҡ. һигеҙ саҡрым араны көн дә үтергә кәрәк, хәҙерге кеүек интернат йәки мәктәп автобусы юҡ. Был ҡышты ағайҙар менән сабата яһарға тотондом, уҡымағас эшләргә кәрәк бит.
Беҙҙең атай һаман ҡайтманы. Шунлыҡтан беҙгә, биш балаға, 177 һум пенсия билдәләнеләр. Был аҡса берәр һумлыҡ байтаҡ ҡына ҡағыҙ була, ә һатып алырға әллә ни килмәгәндер. Миҫал өсөн: ондоң бер бото 800 һум, тиҙәр ине. Әгәр баҙарҙа булһа алаһың, уны 25 саҡрымдағы Еҙем-ҡаран баҙарынан күтәреп ҡайтырға кәрәк, ә һуғыш барған ваҡытта пособие итеп 75 һум аҡса түләнһә, ә ҡалала шырпының бер ҡабы 15 һум торған. Шулай итеп, беҙгә, балаларға, биш ҡап шырпылыҡ пособие биргәндәр.
Һуғыш барған ваҡытта ҡара, ручка, ҡәләм булманы. Мөрйәнең ал яғында бер киртләсе бар ине, шунда бик ваҡ ҡором йыйыла, шуны алып һыуҙа яҡшы итеп бутаһаң, бына тигән тушь шикелле ҡара буяу була ине. Ә муйыл ҡабығына пероны еп менән ныҡ итеп урап бәйләйбеҙ ҙә ручка итеп яҙышабыҙ, ҡоромдан яһалған ҡараны әленән-әле һелкетеп, бутап торорға кәрәк.
Аслыҡ йылдарҙа әсәйҙең ҡустыһы Сабирйән ағай юғалды, беҙҙән өйҙәренә, Саҡма ауылына тиклем ете саҡрым арала юғалған. Уны Хисами ҡартатай әллә күпме урманда эҙләне, әммә һөйәктәрен дә таба алманы. Сабирйән ағайҙы эҙләгән көндәрҙә ул беҙгә сәй эсергә инә ине. Уның әпәйе һәм шәкәре була, нишләп шундай ашамлыҡ унда бар, ә беҙҙә юҡ, тип аптырағаным иҫтә, ә әсәйҙән йәиһә үҙенән һорарға баҙнат итмәгәнбеҙҙер. Һуңыраҡ белеүебеҙсә, ул быяла заводына ағас күмер яндыр­ған, уға паек биргәндәр, ҡарт булғас, һуғышҡа алынмаған. Ул килгән көндәрҙә әсәй беҙгә лә, бәләкәй генә киҫәк әпәй менән тараҡан ҙурлыҡ шәкәр киҫәге бирә ине. Шул тиклем ниндәй тәмле әйбер икән тип, ауыҙҙан алып ҡарарға уйлаһаң, ул эреп бөткән була. Бына шунда беренсе тапҡыр шәкәр тәмен татып ҡарар­ға тура килде. Әсәй эшкә китер алдынан, айыртылған һөттө ҡатыҡҡа ойота. Ойоғас эсерһегеҙ, ти. Ойоғас уның нимәһе артҡандыр инде. Шуны уйлаптыр, беҙ уны күп ваҡыт ойоғансы бүлешеп эсеп бөтәбеҙ, түҙемлек еткәндә ҡатыҡ итеп, уны ағас ҡалаҡтың тыш яғына буяп ҡына, ялай инек, шулай ашаһаң, оҙаҡҡараҡ етә. Бер ваҡыт әсәй урлап йомортҡа һалған тауыҡтың ояһын табырға ҡушып эшкә китте. Артынан барһаң, ояһына бармай, шунан беҙ аяғына нәҙек кенә оҙон йүкә бәйләп, йүкәнең һелкенеп барған осон күҙәтеп барҙыҡ, йүкә һелкенеүҙән туҡтағас, йомортҡалары менән тауыҡты таптыҡ. Әгәр ултырып себеш сығарһа, уларҙы ашатырға ла юҡ, йомортҡа һалыусы тауыҡ та булмай. Ул бит һирәкләп булһа ла йомортҡа һала.
1949 йылдың яҙында Зөфәр һәм Ғаязетдин ағайҙар менән ауылдың һыйырҙарын көтөргә ялландыҡ. Миңә 12 йәш. Беҙгә йәй буйы көтөү өсөн бер һыйырға 100 һум аҡса, бер бот бәрәңге һәм бер ҡаҙаҡ май бирергә булдылар. ҡояш сыҡмаҫ элек көтөүгә тороп китеү ҡыйын ине. Ул йылды яланда ҡыҫыр арыш күп булды. Ауылда иген сәсмәй башланылар, ауыл халҡы ҡап һуғып, саңғы, сана, тәгәрмәс, сабата, арҡан ишеү һ.б. эштәр менән булашты. Шул арышты йыйып утта өтөп, бутҡа һымаҡ әйбер бешерәбеҙ. Зөфәр ағай Хисами бабайҙарҙың һыйырын, тағы лы бер һыйырҙы һауа ине. Хужа белмәһен өсөн яртышар литр ғына һауа, ә беҙ Ғаязетдин ағай менән тирә-яҡты ҡарап торабыҙ, кеше килеп сығып күреп ҡалмаһын, тип. Беҙҙең туплау урман эсендә, Әлдәшле йылғаһы буйында, Минәж ҡапҡаһының аҫ яғында ине. Шулай итеп, беҙ туҡлыҡҡа сыҡтыҡ, өйҙән әсәй, бутҡағыҙға һалырһығыҙ тип, ярты литр һөт тә ебәрә. Ул беҙҙең һыйыр һауғанды белмәй, әгәр белһә, рөхсәт итмәҫ ине, беҙ бит ярлы кешеләрҙең, мәҫәлән, Ғәйникамал абыстай йәки Кәмилә әбейҙәрҙең һыйырын һауманыҡ, ә Хисами бабайҙар хәлле ине, улар икәү генә йәшәй. Ул ҡарт бер нисә йыл рәттән, беҙҙең ҡыш сыҡҡан бер йәшлек башмаҡты юҡ хаҡына (12 – 13 бот бәрәңгегә) ала ине, ә беҙ аслыҡтан, малыбыҙҙы шул хаҡҡа бирергә риза булғанбыҙҙыр. Ә беҙгә көҙгөлөккә ит тә, сурт та юҡ.
Бер ваҡыт иртән көтөү ҡыуғанда, Әйүп бабай килде лә, кисә һыйырҙы һауғанһығыҙ, тип әрләй башланы. Уның һыйыры һауырлыҡ түгел, арҡаһы эйәр һалып боҙолоп, себенләп йөрөй. Сөнки ул шул һыйырын менеп ауылдарҙа малайҙар бесеп йөрөнө.
Көҙгә табан минең үксә шешеп китте. Йәй буйы урманда, яланда ялан аяҡ йөрөгән кешенең табаны хәҙерге күн ботинканың табаны шикелле булып ҡатҡан, шеш тишелә алмай. Ул ваҡытта ихтиол мазы булмағас, шешкә йылы һыйыр тиҙәге, юл япрағы үләне һ.б. нәмәләр ябып бәйләп, ул көскә тишелде һәм аяғымдың һыҙлауы туҡтаны.
1949 йылдың 1 сентябренә бишенсе класҡа уҡырға барҙым. Мәктәпкә йөрөгәндә бик арымай инем, ә иптәштәрем арыйбыҙ, тиҙәр. Ни тиһәң дә бит йәй буйы көтөүҙә йөрөп өйрәнгән кешемен.
Сәйетбабаға уҡырға ҡар яуғансы ялан аяҡ йөрөнөк. Көҙгө ҡырауҙарҙа иртән аяҡтар өшөй, бер нисә малай йыйылышып арттараҡ ҡалып, бер урынға тығыҙ баҫып, һейҙектең бер тамсыһын да ситкә төшмәҫлек баҫып, аяҡтарҙы йылытабыҙ ҙа, ары атлайбыҙ, бер аҙ барғас, тағы туҡтайбыҙ.
Аслыҡ йылдарҙа бет бик күп була ине. Күлдәк кенә бетләмәй, баш та бетләй, уныһынан тиҙ ҡотолабыҙ. Әсәй беҙҙе аҙаш бабайға (Ғиләж ҡарт) сәсте алырға ебәрә. Бабай муйыныбыҙҙы бото араһына ҡыҫтыра ла башты ышҡып-ышҡып сылата, шунан үҙе яһаған бритва менән баштарыбыҙҙы ҡыра, әллә ни яҡшы үтмәгән бритваһы менән ҡырғанда күҙҙән уттар күренә, түҙергә тура килә, башҡа сәс алырҙай кеше юҡ. Ул да шул һуғыш осоро булғанға, етем малайҙар урам тулы, сауап булыр тип сәсебеҙҙе алғандыр инде. Ул бик уҡымышлы, дини бабай ине, уға эше өсөн беҙҙең түләргә бер нәмә лә булманы.
Беҙҙән ике өй генә йәшәгән Ғәлинур йәштәшем бар ине, уларға һирәкләп булһа ла бара торғайным. Йорт хужаһы Хөсәйен бабай үлгәс, уның икенсегә алған ҡатыны үҙ балаларын алып башҡа өйгә күсте. Ә бабайҙың беренсе ҡатынынан булған балалар үҙҙәре генә тороп ҡалды. Өйҙә бер оло хужа булмағас, ул ваҡытта улар үҫеп еткән булһа ла аслыҡтан бик интекте, мал-тыуарҙары бөттө. Уларҙың ишегендә, йылытыу өсөн тире ҡағылғайны, элек ишеккә йә тире, йә септә ҡуйҙылар. Шул тирене алып, йөнөн өтөп, һыуҙа ебетеп, аш бешереп ашанылар. Ул ваҡытта кемдең ишегендә тире бар − барыһы ла ашап бөттө.
Беҙ урманлы ерҙә йәшәгәс, ашай торған бик күп төрлө үҫемлек үҫте. Астан үлеүселәр булһа ла, кеше ашау күренештәре булманы, астан үлеүселәр − ата-әсәләре ҡарамаған, яр­ҙам­һыҙлыҡтан үлгән балалар. Июнь айҙарында Зөфәр ағай, ике Нәжип, Ғәбиҙулла ағайҙар, тағы ла кемдәр­ҙер Йыла йырыны янында ерҙе үгеҙҙәр менән парға һөрҙө. Әсәй тәмәке янсығындай янсыҡҡа ярты стакан он һалып, мине ағайға алып барырға ҡушты. Барғас, ағай шул ондан аш бешерергә булды, ҡайтып китергә уйлағайным ағай ҡайтарманы, аш ашап ҡайтырһың, тине. Ул аш йомортҡа бешергәндән дә тиҙерәк беште, шул ашты ашап, ҡайтып киттем.
Шул ауыр йылдарҙа (Саҡма ауылы яғына бесән йыйырға барған ваҡытта Мәсет уҫаҡлығы янында), Зөфәр ағай­ҙы йылан саҡты, ул ваҡытта медицина хеҙмәтенең беҙҙең ауылда булмауы ағайҙы бик ныҡ интектерҙе, уның теле шешеп ауыҙына һыймай, һөйләшә лә алмай ятты. Мәғфиә әбей аяғын, йылан саҡҡан ерҙе, лайлалы ҡарама йәки йүкә таяғы менән ышҡый. Ул таяҡтарҙы беҙ урмандан көнөнә икешәр тапҡыр барып килтерәбеҙ. Әммә шеш бөтмәне, ағай терелмәй, ә ҡарсыҡ, арбауҙы туҡтатырға түгел әле, ти. Ағай үлер инде, тип беҙ бик ҡайғырҙыҡ, ә әсәй нисек түҙгәндер, ул уның уң ҡулы ине. Шулай итеп, ул арбауҙарҙың бер файҙаһы ла булманы, үҙенең организмы арҡаһында 20 – 25 көн тирәһендә ағай терелде. Әлеге ваҡытта йылан сағыуын, ҡорт саҡҡан тиклем генә күрәләр.
Әсәйгә эйәреп барып, бер ваҡыт магазинға (ул ваҡытта лавка тиҙәр ине) индек. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: һатыусы булып һуғыштан ҡайтҡан Лотфулла бабай эшләй ине. Магазин кәштәләренда теҙелеп араҡы шешәләре генә ултыра, башҡа бер нәмә лә юҡ. Ә яҙыусы Талха Ғиниәтуллин һуғыштан ҡайтҡас, магазинда араҡы һәм кәрәсин мискәһен генә күргән, ә беҙҙең магазинда мискә лә юҡ ине, әллә кәрәсин һатмағандар. Һуғыш ваҡытында магазиндарҙа араҡы бер ваҡытта ла өҙөлмәгән. Мин белгәндә уны ике генә кеше эсә ине. Уның береһе − күршебеҙҙә генә йәшәгән Сыраҡай бабай ине. Уның магазин яғынан иҫереп ҡайтҡанын йыш ҡына күрә инем. Бер көндө ҡайтып килгәнендә, Чернушка тигән үгеҙ артынан етте лә, мөгөҙө менән бабайҙың ышҡырынан (ыштанды ҡыҫып бәйләй торған бау) элеп алып Абзал ағайҙар­ҙың ситәненә элеп ҡуйҙы, ҡарт шунда аҫылынып торҙо, шунан әбейе килеп ышҡырын тишеп, бабайҙы төшөрөп, һаҡалынан һөйрәп тип әйтерлек алып ҡайтып китте.
Һуғыштан ҡайтҡан кешеләрҙең физик яҡтан таҙалары бик күп немец әйбере алып ҡайттылар. Әлбиттә һатып алып түгел. Күрше Торна Нурислам бабай ҙа шулай байып ҡайтты, был әйберҙәр минең бала­лар­ҙың ғүмеренә етә, тиһә лә, әйбер­ҙәр әллә ни оҙаҡҡа барманы ул. Беҙ, бала-саға ла һуғыштан ҡайтҡан кешене күрергә индек, беҙҙең усҡа берәр семтем шәкәр һалдылар.
Беҙҙең ғаилә шикелле күп балалы тағы бер ғаилә ныҡ интекте. Ул Кәмилә әбей менән Ғәрифулла ба­бай­ҙар ғаиләһе. Уларҙың һуғыш ваҡытында ике бәләкәй ҡыҙҙары астан шешенеп үлде. Ғәрифулла бабай урманда ҡарауылда ятҡан ерендә үлеп ятҡан, бабай үлгәс, тормоштары тағы ла насарайҙы. Әммә улар ауылда эшләгәнгә яҡшы ғына он бирә башлағас, тамаҡтары туйҙы, барыһы ла эшләрлек йәштә инеләр, ҡап һуғып йәшәнеләр. Уларҙың дүртеһенә лә ул ваҡытта кейәүгә сығыу бәхете эләкмәне. Ул йылдарҙа атайымдың ике һеңлеһе буй еткереп, иргә сыға алманы.
Һуғыш бөткәс, 1948 йылдарҙан һуң бер аҙ тере иген була башланы, аҙ-маҙ ғына өйрәлек кенә булһа, унан үҙебеҙҙең ҡул тирмәнендә ярма итеп аш бешерәбеҙ, ә күберәк булһа Ғәйникамал абыстайҙарҙың ҙурыраҡ, ҡул менән ике кеше әйләндермәле он яһай торған таш тирмәне бар ине, унан үткәрелгән ондан күмәс, көлсә бешереп була. Ул тирмән ташландыҡ хәлдә булып, уны абыстайҙың улы Кәбир ағай, он яһарлыҡ итеп йүнәткән. Кешеләр шул тирмәнгә килә ине. Шулай булғас, ҙур ғаиләле хужаларға әҙерәк булһа ла онлата килем булғандыр. Әлегесә әйткәндә, бизнес.
Донъя көтөү саҡ ҡына арыулана башлағас, бик яҡшы туҡланыу булмаһа ла аслыҡ бөткәйне. 1953 – 1955 йылдарҙа тамаҡ туйһа ла, аяҡта һаман сабата ине, клубҡа йөрөй башланыҡ. Уйынға барһаҡ, Нәжип ағай клубҡа индермәй, сабата кейеп, кеше көлдөрөп йөрөмәгеҙ ти, ә үҙҙәре әрменән ҡайтҡан (Зөфәр, Ғәбиҙулла ағайҙар һ.б.), аяҡтарында һалдат итектәре, улар шаҡылдатып бейей.
Һуғыш һәм унан һуңғы бер нисә йылда күп балалы ғаиләләр кисергән ауырлыҡтар бер ниндәй үлсәмгә лә һалып бөтөрлөк түгел. Уларҙы беҙҙең әсәйҙәр нисек кисерҙе икән? Нисек бөгөлөп төшмәгәндәрҙер? Һуғыштан ҡайтҡан кешеләргә, бигерәк тә бер ере лә йәрәхәтләнмәгәндәренә әлеге ваҡыттағы кеүек хөрмәт юҡ ине. Етем балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, бына һин ҡайтҡанһың, ә беҙҙекеләр юҡ йәки һуғышта барыһы ла һуғышҡан, ә ысын һуғышсылар шунда ятып ҡалды, тигән уйҙар күп ине.
Йылдар үткәс, халыҡтың көнкүреше бер аҙ яҡшыра төштө, аң-белеме юғарыраҡ булғандар, район үҙәгенән килеп халыҡ-ара хәлдәр тураһында лекциялар уҡыны. Яңынан һуғыш сығыу ҡурҡынысы ла ишетелә башланы. Беҙ, 14 – 16 йәшлек малайҙар ҙа, уйланабыҙ. Ул йылдарҙа беҙҙең урам малайҙары илдәге хәлдәр торошон Кәбир ағайҙан һораша инек. Беҙ, йыйылышып торғанда ул беҙгә нимә булһа ла һөйләп китә. Бер ваҡыт, йәйге каникул ваҡытында, ул беҙгә, әйҙәгеҙ малайҙар, бөгөн кискә клуб­ҡа халыҡты йыйығыҙ, Муса Йәлил тураһында әңгәмә үткәрәм, тине. Беҙ ауылдың өс урамында йөрөп сығып халыҡҡа әйттек. Киске әңгәмәлә Кәбир ағай татар шағиры Муса Йәлилдең нисек Моабит төрмәһендә немец фашистарына ҡаршы көрәш алып барыуы, уның нисек йыртҡыс­тарса язалап үлтерелеүе, төрмәнән иҫән ҡотолоп сыҡҡан Бельгия кешеһе Тимерман Советтар Союзына килеп, уның төрмәлә яҙған шиғырҙарын, ҡуйын дәфтәрен килтереп биреүе хаҡында һөйләне. Быға тиклем һатлыҡ йән булып иҫәпләнгән Муса Йәлилдең геройҙарса һәләк булыуы һәм уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе хаҡындағы хәбәрҙе иҫебеҙ китеп тыңланыҡ.
Ул ваҡытта күсмә киноны ауылдан-ауылға йөрөтөү ауыл ойошмаларына йөкмәтелгәйне. Бер ваҡыт киноны Ағайтуғанға алып барырға кәрәк булған. Ауылдан кеше эҙләп торманылар, мине ебәрергә булдылар. Көн һыуыҡ, әҙерәк бураны ла бар, өҫтөмдә йүнле кейем юҡ, Ларибан исемле бер ҡарт атты егеп, мине ултыртып ебәрҙеләр. Барғанда бик өшөнөм, гел йүгереп, сана артынан барҙым, ярай, ҡарт ат юлды ташламай, аҙашып үлеүең бик мөмкин, ә мин, үҙеңә аҡса яҙырбыҙ тигәс, бик риза булып киттем. Ул ваҡытта 12 – 13 йәш булғандыр. Теге Ларибан тигән атты, ҡарт булыу сәбәпле, фронтҡа ебәрмәнеләр. Ул беҙҙең ауылда берҙән-бер ат ине, уны 20 йәштәр тирәһендә Октябрь байрамына һуйҙылар һәм бөтөн ауыл халҡына аш бешереп ашаттылар. Ашты бер нисә ҡаҙан аҫып, Фатиха абыстайҙар янында, йүкәләр эргәһендә бешерҙеләр, ул аш кискә генә әҙер булды, шунан төркөм-төркөм булып инеп, Фатиха абыс­тайҙарҙың өйөндә ашаныҡ.
Бер ваҡыт әсәй менән Фәсәхәт абыстай, эй ошо балаларға берәр телем әпәй телеп бирәһе ине тип ултыралар, ә минең булмаған әпәйгә ауыҙҙан һыу килде. Ә бит Талха Ғиниәтуллин яҙыуы буйынса, немец балалары аслыҡтан интекмәгән, ә Гитлер, нисек кенә насар кеше булһа ла, һуғышҡа ҡәҙәр запас йыйған. Хәҙерге китап-журналдар буйынса, беҙҙең илдән икмәк тейәлгән эшелондар 1941 йылдың 21 июненә тиклем йөрөүен дауам иткән, запас кәрәкмәгән, шул арҡала беҙҙең ил халҡы һуғыш башланған йылда уҡ асыға башлаған. Беҙҙең тиҫтерҙәр­ҙең ул ауыр йылдарҙа башында Сталин һәм Гитлер ине, береһен маҡтап, икенсеһен ҡәһәрләп йәшәнек. Гитлер алып барған һуғыш арҡаһында мин мейес башында ыштанһыҙ, тәҙрә ҡаршыһында әсәйҙең ҡайтҡанын көтөп ултырғанда, әйтерһең, ул бер ҡапсыҡ әпәй алырға киткән, яҙғы ташҡын һыуыҡ һыуҙа, көҙгө ҡырау­ҙар­ҙа яланғас аяҡтың әрнеп өшөүе, 12 йәштә сыбыртҡы һөйрәп ялан аяҡ көтөү көткәндә лә, ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа һигеҙ саҡрымдағы мәктәпкә барғанда алама бер ҡат ыштан менән боттарҙың өшөүе, хужаһыҙ ас эт шикелле, нимә ашарға инде тип, урман буйҙарында, баҡса тирәһендә, ас, саҡ-саҡ йөрөгән саҡтарҙа, сей муйылдан башҡа бер нәмә лә ашамайса, бәҙрәфкә сыға алмайынса аҡырған саҡтарҙа, урта мәктәпте бөтөп, юғары уҡыу йортона инеп, белем ала алмауҙа, һуғышта атайҙың үлеүен күреп, Гитлерҙы ҡәһәрләй инек, ә Сталинды маҡтаныҡ. Ярай әле, ас булһаҡ та теребеҙ, беҙҙең ергә тиклем Гитлерға килеп етәргә мөмкинлек бирмәне.

Ғәзимйән РАХМАНҒОЛОВ.
Ғафури районы,
Красноусол ауылы.

(Аҙағы. Башы 48-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға