«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » АТАЙЫМДЫҢ ҠӘБЕРЕН ЭҘЛӘЙЕМ



07.09.2010 АТАЙЫМДЫҢ ҠӘБЕРЕН ЭҘЛӘЙЕМ

Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите редакцияһы!
«Яҡындарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ» тигән мәҡәләне уҡығас, һеҙгә хат яҙырға булдым. ҡайҙа, кем аша атайымдың ҡәберен табырға, тигән һорау мине күптән борсой. Атайым 1909 йылда элекке Матрай районының Ишбулды ауылында (ҡашҡар ауыл советы) тыуған.
Совет армияһында Украинала кавалерист булып хеҙмәт итеп ҡайта. ҡәһәрле һуғыш башланғас, 1941 йылдың 6 авгусында уны ил һаҡларға алып та китәләр. Ул Матрай РВК-һынан саҡырылған, 172-се кавалеристар полкының 1-се гвардия кавалеристар корпусында ҡылыссы, рядовой булған. 1942 йылдың 13 ғинуарында Смоленск өлкәһенең Макаровка ауылында туғандар ҡәберендә ерләнгән. Эҙәрмәндәр шул ҡәберҙе таба алмаҫмы икән? Атайымдың исеме шундағы исемлектә юҡмы икән? Уны эҙләрлек туғаным да юҡ.
Миңә 75 йәш. Еңеүҙең 65 йыллығына һуғыш тураһында күп һөйләнеләр, күп күрһәттеләр. Ошо 172-се кавалерия полкы тураһында бер ерҙә лә бер нәмә лә ишетмәнем. Фашистарға ҡаршы яуға ҡылыс менән генә инеп, бөтәһе лә үлеп бөткәнме икән ни? Бер кем дә, бер тапҡыр ҙа 172-се кавалерия полкы тураһында телгә лә алмай. Башҡорт атлылар дивизияһы бит 1942 йылдың февралендә һуғышҡа китә, ә был 172-се полктың һалдаттары үлгән булып сыға.
Элекке Матрай районының Яманһаҙ ауылында 109-сы ат заводы була. Атайымдарҙы, 15 – 20 кавалеристы, аттарына аҡ ябыуҙар ябып, һыбай – Сара станцияһына, унан, вагондарға тейәп, Алкинға (Әлкәгә) оҙаталар.
Әсәйемә пенсия юлларға биргән извещениеның күсермәһен һалам (ул мәрхүмә инде).
Шәмсинур НӘҘЕРҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға