«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » «Хыялдарым тормошҡа ашты»



07.05.2011 «Хыялдарым тормошҡа ашты»

«Хыялдарым тормошҡа ашты»Был ғәжәйеп кешеләр – Хизбулла олатай һәм Сания инәй менән үткән көҙ осрашып таныштым. Икеһе бер-береһенән күҙен алмай, янынан үтеп барғанда ла арҡаларынан ҡағышып, серле йылмайышып ҡына ултырған был икәү, әйтерһең, еңгәләре бикләп ҡалдырған өйҙән яңы ғына килеп сыҡҡан йәш кәләш менән кейәү балаҡай – күҙ ҡыҙмалы күренеш. Йәшлек хистәрен 90 йәшкәсә түкмәй-сәсмәй алып килтереп еткереү һәр кемгә лә тәтемәй шул. Үҙҙәре хаҡында һөйләгәндә лә, Хизбулла олатай – кәләше хаҡында, кәләш иһә үҙенең хәләле хаҡында һөйләүен белде.
Хизбулла Артыҡаев Баймаҡ райо­нының Йолалы ауылында тыуып үҫеп, бала көйө атайҙан тороп ҡала. Шулай булһа ла, әсәйем беҙҙе, биш баланы, етем итмәне, кеше араһында һыр бирмәй эшләне, тәрбиәләне, тип хәтерләй бала сағын Хизбулла олатай. Ағаһы мәрхүм булғас, баш бала булып ҡалған үҫмер ололар менән бер ҡатар эшләп, иртә өлгөрә. Йолалы мәктәбендә етенсе синыфҡа тиклем белем алғас, Йылайыр педагогия училищеһына уҡырға инә. Хәсән күле, Халхин-Гол ваҡиғалары (япондар менән бәрелештәр) булғас та, патриотик рухлы егет хәрби белем алырға хыяллана башлай һәм, ниһайәт, был хыялын тормошҡа ашыра – Пушкин ҡалаһындағы Ленинград танк училищеһына уҡырға инә. Был хәл 1941 йылдың апрель айында була.
Бөйөк Ватан һуғышын Хизбулла олатай Ленинград ҡалаһы янында ҡаршылай. Уның училищеһы Рыбинск ҡалаһына эвакуациялана. Бында Хизбулла Артыҡаев, техник-лейтенант зва­ние­һы алып, уҡыуын тамамлай.
«Беҙҙе, курсанттарҙы, 1941 йылдың 22 июне таңында хәрби тревога менән йоҡонан уяттылар. Йәһәт-йәһәт ҡапҡылап алдыҡ та, Кингессеп ҡалаһына марш яһаныҡ, унда төшкән немец десантын юҡ итергә, тигән бойороҡ алдыҡ. Өс тәүлек дауамында десантсыларҙы тотоп бөттөк, аҙаҡтан иһә беҙҙе, йәш курсанттарҙы, ут һыҙығынан Пушкин ҡалаһына кире оҙатырға тигән бойороҡ килде. Ул арала немец самолеттары Пушкин, Рыбинск ҡалаларын бомба утына тота башланы. ҡаланы һыу баҫһын өсөн, Рыбинск һыу һаҡлағысын, нефть базаларын, автомотор заводын юҡ итергә тырыштылар. Был заводты беҙ, көнө-төнө ҡутарып, хәүефһеҙ урынға күсерҙек. Рыбинск ҡалаһында, бомбаларҙан ҡасып, ярты ғүмеребеҙҙе окоп-траншеяларҙа үткәрҙек, тиһәм дә, хата булмаҫ – шул хәтлем мәхшәр булды», – тип хәтерләй һуғыштың тәүге көндәрен Хизбулла олатай.
Һуғыш ауырлығын Хизбулла Артыҡаев баштан аҙағынаса үҙ иңдәрендә үткәрә, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай. 1942 – 1943 йылдарҙа – Брянск фронтында, 1943 йылда – Үҙәк фронтта, 1944 йылда Украина фронтында фашистарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Һуңғыһында 19-сы танк корпусы взводы командиры дәрәжәһендә Курск дуғаһы мәхшәрендә ҡатнаша, имен ҡала.
«Минең өсөн Курск һуғышы 1943 йылдың ҡышында беҙҙең ғәскәр­ҙәрҙең һөжүме менән башланып китте. Был һөжүмдә беҙҙең 19-сы танк корпусы ла ҡатнашты. Курскиҙы, башҡа совет ҡалаларын азат иттек. Был һуғыштарҙа, айырыуса немецтарҙың «Цитадель» операцияһында, ике дәүләт армияларының ни тиклем ҡаты алышыуын һаман онотоп булмай. Айырым ерҙәрҙә бер саҡрым арауыҡта йөҙәрләгән танк, үҙйөрөшлө орудие тупланғайны. Һауала иһә – самолеттар: аҫтараҡ штурмовиктар, урта тошта бомбардировщиктар, ә иң өҫтә иһә истребителдәр каруселе өйрөлә. Был беҙҙең өсөн үлем менән йәшәү араһындағы алыш булды, һәм беҙ йәшәүгә хоҡуғыбыҙҙы яҡлай алдыҡ. 19 июлдә Гитлер «Цитадель» операцияһын туҡтатты, ә 5 августа иһә беҙҙең ил Курск дуғаһында еңеү хөрмәтенә салют ойошторҙо».
Артабан, 1944 –1945 йылдарҙа, Хизбулла бабайыбыҙ 1-се һәм 2-се Балтик буйы фронттарын гиҙә, «Багратион» операцияһына – Белоруссияны фашистарҙан азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Еңеү байрамын ул Румынияла, 4-се Украина фронты сафында ҡаршылай.
Гвардия капитаны Хизбулла Зиннәтулла улы Артыҡаевтың һуғыш эпопеяһы 1948 йылдың майында тамамлана: Запорожье ҡалаһының 450-се хәрби госпиталендә оҙайлы ваҡыт дауаланыусы яугирҙы табиптар комиссияһы артабанғы хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, 2-се төркөм инвалиды тип таба һәм ул ошо көндән алып отставкаға оҙатыла. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн гвардия капитаны ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
Шулай ҙа Хизбулла Артыҡаевтың яу ҡырында йөрөүенән бигерәк, кәләшле булыу мажараһы оҡшаны. Был тарихты, көлә-көлә, Сания инәй Артыҡаева һөйләп бирҙе.
– 1945 йылдың 26 июнендә Баймаҡтың 1-се урта мәктәбен тамамлап, ҡулыма өлгөргәнлек аттестаты алдым. 18 йәшлек сағым. Уҡытыусылар етешмәгәс, мәктәп директоры мине немец теле уҡытыусыһы итеп алып ҡалды. Кисә генә үҙем уҡып йөрөгән мәктәптә уҡытыусы булып эш башланым.
Уҡыу йылы тамамланыу өҫтөндә, имтихандар башланды. Шул мәлдә Хизбулла олатайығыҙ, ул саҡта йәш кенә офицер, Баймаҡҡа отпускыға ҡайтҡан булған икән. Сит яҡта мәрйәнән кәләш алып ҡайтмаһын тип, быға туғандары Баймаҡта тыуып үҫкән ете ҡыҙҙан исемлек төҙөп тотторған: барып күр, күңелеңә ятҡаны менән таныш, кәләш әйттерербеҙ. Был исемлекте аҙаҡтан күреп ҡалдым. Исемлектә минең фамилиям беренсе булып торһа ла, Хизбулла мине иң һуңғы мәлдә генә килеп күргән – бығаса тап итә алмаған. Клубта бейеү кисәһендә яныма килеп танышты, оҙатып ҡуйырға рөхсәт һораны, өйөмә етәрәк, үҙемде албырғатып, мине кәләш итеп алырға теләүен белдерҙе...
Санияның кейәүгә сығыуына, әсәһенән бигерәк, мәктәп директоры ҡаршы була. Уның, никах танытмаһын күрмәйенсә, мәктәптән бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тип ныҡышыуына ҡаршы килә алмай, йәштәр Сибайға ЗАГС-ҡа бара. Күп тә үтмәй, гвардия капитаны Хизбулла Артыҡаев кәләше Сания Закир ҡыҙын хәрби хеҙмәт урынына – Көнсығыш Европаға алып китә...
Отставканан һуң Артыҡаевтар Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Сания Закир ҡыҙы ла, Хизбулла Зиннәтулла улы ла мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә башлай: тәүгеһе рус теле уҡытыусыһы булһа, икенсеһе балаларға хәрби хеҙмәт серҙәрен төшөндөрә. Артабан Хизбулла олатай ҡаланың төрлө ойошмаларында урта звено етәксеһе булып эшләп, 1981 йылда хаҡлы ялға сыға. Бөгөн, Хизбулла олатай сырхаулаңҡырап торһа ла, һис кенә лә күңел күтәренкелеген юғалтмай, тормошонан ҡәнәғәт:
– Һуғыштан имен ҡайтырға, матур кәләш алып, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерергә, йорт һалып сығырға хыяллана инем, быларҙың барыһы ла тормошҡа ашты. Инәйегеҙ менән йәшәп ятҡан өйҙө үҙем һалып сыҡтым, улым менән ҡыҙым күптән эйәле-башлы булды. Никахыбыҙға 65 йыл тулып килә – мин бәхетле кеше.

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға