«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Һуғыш йылдарындағы ауыр бала саҡ онотолмаясаҡ



07.05.2011 Һуғыш йылдарындағы ауыр бала саҡ онотолмаясаҡ

Һуғыш йылдарындағы ауыр бала саҡ онотолмаясаҡКөтмәгәндә илебеҙгә, шул иҫәптән Башҡортос­тандағы бәләкәй Иҫән ауылына ла ҙур ҡайғы килде: ҡаты һәм ҡанлы һуғыш башланды. Фронтҡа китеүселәр тәүге көндәрҙә, дошманды үҙ илендә тар-мар итеп, тиҙ арала еңеү менән ҡайтасаҡтарын белдерҙе. Ләкин көн дә меңәрләгән ауыл, ҡала, һалдаттарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында һуғыш яландарынан ҡайғылы хәбәрҙәр килеп торҙо.
Ошо йылдарҙа беҙҙең ғаиләнән дүрт ағайым һуғышҡа китте һәм ҡарт атайымды ла хеҙмәт фронтына алдылар. Ләкин колхоз һәм ауыл советы рәйесенең һорауы буйынса бер нисә аҙнанан һуң Белорет ҡалаһынан ҡайтарҙылар.
ҡайғы яңғыҙ килмәй, тиҙәр: шул йылдарҙа Салауат ағайым, Әнүәр ҡустым, Үлмәҫбикә һеңлем төрлө ауырыуҙан үлеп ҡалды.
1941 йылдың көҙөндә ауыл халҡын бер ваҡиға тетрәтте: ауыл аша Баймаҡтан Магнитогорск тимер юлы станцияһына меңәрләгән йәш егет йәйәүләп үтте. Ауыл халҡы уларҙы, күҙ йәштәренә күмелеп, күстәнәстәр биреп, һау ҡайтыу­ҙарын теләп оҙатты.
1942 йылдың көҙөндә Әхмәҙулла ағайым Сталинград яғындағы ҡаты һуғышта һәләк булды, йәш ҡатыны һәм ул киткәндә ун өс көнлөк кенә булған сабыйы ҡалды.
Фронт менән тыл араһында айырма бик аҙ ине. Унда бомбалар шартлаһа, пулялар һыҙғырһа, ҡан ҡойол­һа, бында ҡаты эш, яланғаслыҡ һәм аслыҡ хөкөм һөрҙө.
Беҙ бөтә мәктәп менән башаҡ йыйып, колхозға тапшырабыҙ, күбәләр яһап, һыбай бер өйөмгә ташыйбыҙ, ҙурыраҡтар ат тырмаһында эшләй һәм иген таҙарта.
Ул йылдарҙа аслыҡтан төрлөһөн ашарға тура килде: киндер орлоғо, йыуа, һарына, бигерәк тә картуф, балыҡ һәм башҡаларҙы.
Колхоз етәкселеге, ғаилә һанына, кешеләрҙең нисек эшләүенә ҡарап, аҙнаһына бер тапҡыр ҡырлыҡлы игенде яҙып бирә торғайны. Миңә әсәйем теккән бәләкәй тоҡ менән ул норманы әллә күпме ташырға тура килде. Бөтә ғаилә менән ағас ҡул тирмәнен әйләндереп, он тартып, икмәк бешерә инек.
Көҙөн башаҡ йыйғанда һуғыштағы Ғәфүр ағайҙың ҡатынын яланда осратып, атайым менән ауылға алып ҡайттыҡ. Ләкин аслыҡтан, күп ҡан юғалтыу сәбәпле, бала таба алмай үлеп ҡалды. Тиҙҙән Ғәфүр ағай – фронтта, ҡарт әсәһе ауылда яҡты донъянан китеп барҙы.
Һуғыштың аҙаҡҡы йылдарында атайымдың ағаһы Зариф ҡатыны, ун йәшлек улы менән Магнитҡа барған һәм бер оҙон барак янында улдарын юғалтҡандар. Бер нисә көн эҙләгәндән һуң кешеләр: «Улыңды эҙләмә, ул күптән тере түгел», – тигәс, ҡайғырып, илашып ауылға ҡайттылар. Һуғыш ваҡытындағы ҡаты аслыҡ ҡайһы бер бәндәләрҙе кеше ашау дәрәжәһенә еткерҙе.
Шул заманда Түбә ҡасабаһында 7 меңгә яҡын кеше йәшәй ине. Улар Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индер­ҙе. Ләкин Олесов, Архипов, Охраменко, Чипенко кеүек 15 – 16 йәштәге егеттәр, һәр береһе унарлаған малайҙы эйәртеп, кешеләрҙе, бигерәк тә ситтән килгәндәрҙе, талап, йәберләп йәшәне. Миңә лә уларҙан 2 – 3 тапҡыр ҡаты ғына эләкте, ләкин зәғифләнеүҙән ике йүгерек аяғым ҡотҡарҙы.
Ғаилә менән бергә туҡланыу өсөн ун-ун ике бала, 15 саҡрым юл үтеп, яҙлы-көҙлө Түбә мәктәбенә йөрөп уҡый инек. Бер көн дуҫым Зиннур ҡыҙрасов аҡсаһын урлатты, беҙ йәшәгән фатир хужаһының балалары, сумаҙанымды асып, түңәрәк икмәктең яртыһын ашаған. 2 – 3 көн сәй менән генә туҡланып, тамам асыҡҡас, ишек алдында оҙаҡ ҡына иланыҡ та, ауылға ҡайтып киттек. Бер нисә көндән һуң, аҙыҡ биреп, уҡырға ҡабат алып барҙылар.
Яҙ көнө ҡайтып барышлай юл уртаһында яртылаш тултырылған тоҡ таптым һәм, тиҙ генә урман эсенә алып инеп, асып ҡараным. Унда ике буханка икмәк, бер нисә килограмм шәкәр, сәй һәм төрлө кәнфиттәр бар ине. Уларҙы туйғансы ашап, Талҡаҫтан ятып һыу эстем дә, ҡалғанын әсәйемә ҡайтарып бирҙем.
– Һин урламаныңмы, улым? – тип һораны әсәйем. Был ваҡиғаға алтмыш йылдан ашыу ваҡыт үтте, ләкин шул аҙыҡтың тәме һаман иҫемдән китмәй.
Беҙҙе шул замандың оҙайлы һыуыҡ бурандары бик ныҡ йонсотто. Йыш ҡына ҡулдарыбыҙҙы, бит-ҡолаҡтарҙы өшөттөк. Ошоға бәйле бер ваҡиға һаман иҫтә ҡалған. Бер ваҡыт ҡайтып барғанда, ҡапыл ҡар ҡатыш көслө буран башланды. Ярты юлды үтеп, тамам арығас, мин, иң ололары булараҡ, балаларҙы Талҡаҫ ярындағы ҡуйы ағаслыҡҡа индерҙем дә, Рәфҡәт Әминев тигән көслөрәк малай менән телефон бағаналары буйлап ауылға барып еттем. 3 – 4 сәғәт алда ҡайтып китеүебеҙҙе телефон аша ишеткәс, атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе бөтөнләй юғалтып, илашып ултыра ине. Хәмит ағайым бер егет менән, толоптар һалып, ҡалған иптәштәребеҙҙе сана менән алып ҡайтты.
Бер көн мәктәптә һуғышта аталарын юғалтҡан балаларға берәй кейем һайлап алырға ҡуштылар. Беҙҙең ауылдан Морат һәм Фуат Ишбирҙиндарға ике бушлат эләкте. Талҡаҫ күленә барып еткәс, күмәкләп фронттан ебәрелгән бүләктәрҙе асып ҡараныҡ: Мораттыҡы таҙа, кейерлек, Фуаттың бушлатының тышында ҙур тишек, эсендә ҡарайып ҡатҡан ҡан ине. Һабын булмағанлыҡтан, Фуаттың Талҡаҫ ҡомо менән тырышып-тырмашып ҡанлы бушлатты йыуыуы һаман да күҙ алдымда.
7-се синыфта уҡығанда Зиннур менән Фәриҙә Ғәриф ҡыҙы Бикбулатоваға йомош менән индем. Ул беҙҙе күреп, һүҙһеҙ ҡалды: Зиннур – ялан аяҡ, мин галошты аяғыма бәйләгән килеш баҫып тора инек. Ул оҙаҡ ҡына юғалып торҙо һәм ҡулына иҫке бер пар ботинка, ике пар нәски тотоп килеп инде, беҙҙе ултыртып кейендерҙе һәм ҡайтарып ебәрҙе. Уҡыу тамамла­ныр­ға бер нисә ай ҡалғас, Зиннур ауыр тормош арҡаһында 8-се синыфты ташлап, ауыл малын көтөргә ялланды. Көҙ көнө мәктәп мөдире Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов уны саҡыртып, имтихандарын тапшыртты һәм 9-сы синыфҡа күсерҙе.
Ауыр замандарҙа беҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, уҡытып, кеше итеп сығарғас, уҡытыусыларыбыҙға мәңгелеккә рәхмәтлебеҙ.
Бала булғанлыҡтан, һуғыштың башланғаны һәм тамамланғаны иҫемдә ҡалмаған. Ләкин Бөйөк Түбә ҡасабаһындағы Еңеүҙең 10 йыллығына ҡарата үткәрелгән тантана һаман да онотолмай.
Меңәрләгән халыҡ клуб алдындағы майҙанға йыйылды, йыр, гармун тауыштары яңғыраны, бейенеләр. ҡапыл халыҡ тынып ҡалды. Киң урамдан икешәр теҙелгән алтмышлаған еңеү батыр­ҙары йөҙҙәрендә яҡты нур уйнатып, түштәрендә орден, миҙалдар ялтыратып килеп инде. Халыҡ улар­ҙы: «Ура!», «Еңеүселәргә дан!» – тип, алҡышлап ҡаршы алды. Ялҡынлы телмәрҙәр һөйләнеләр, ҙур концерт булды. Халыҡ кискә тиклем майҙандан таралманы.
Еңеүҙең ун йыллығына арнап шул көндәрҙә шиғыр ҙа яҙғайным:
Ун йыл үтте, һаман ҡолаҡтарҙан
Бомба тауыштары китмәгән.
Улһыҙ, ирһеҙ ҡалған
ҡатындарҙың
Күҙҙәрендә йәштәр кипмәгән.
Дошман тапаған һәр бер
ер өҫтөндә
Һаман күренә һуғыш эҙҙәре.
Һаман күҙ алдында балаларҙың
ҡурҡып ағарынған йөҙҙәре.
Фугас бомбаһының соҡорҙары
Һаман күренә әле далала.
Шаулап янған йорттоң күмерҙәре
Ос(о)рай әле ауыл, ҡалала.
Ун йыл үтте, ләкин тәнебеҙҙә
Сәнсеп һыҙлай әле яралар.
Онотмайбыҙ шуға беҙ һуғышты,
Алыҫайһа ла күптән аралар.
Онотмайбыҙ, сөнки
Фашист пуляһынан
Күпме әсә ҡалды Зояһыҙ.
Күпме Матросовтар күҙен йомдо,
Маресьевтар ҡалды аяҡһыҙ.
Бар Европаны азат иттек,
ҡотҡарҙыҡ беҙ ҡоллоҡ, иҙеүҙән.
Онотмайбыҙ ҡан һәм ҡорбан
менән
Яулап алған Бөйөк Еңеүҙе.
Мин ошо ауыр йылдарҙа үткән бала саҡты ике сәбәп менән хәтергә алып яҙҙым. Беренсенән, Иҫән халҡы, балалары кеүек, бөтә ил йәшәне, эшләне, уҡыны һәм бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡты. Икенсенән, хәҙерге быуын йәштәре оло быуындың тылда һәм һуғыш яландарында батырлыҡтар күрһәтеп, ошо Бөйөк Еңеүҙе яулап алғанын онотмаһын. Ул йылдарҙа берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы, ярҙамсыллығы, тырышып эшләү, илде һөйөү һәм хөрмәт итеү тойғолары бик көслө ине. Шул тойғолар хәҙерге һәм киләсәк быуындарға ла һәр саҡ хас булып ҡалһын.

Исмәғил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
хеҙмәт ветераны, ҡала һәм райондың почетлы гражданы.
Баймаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға