«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Миәкәләр ҡаһарман улдарын онотмай



07.05.2011 Миәкәләр ҡаһарман улдарын онотмай

Майор Аҫылгәрәй Нафиҡов, ике тапҡыр яраланғас та атыша-атыша, батырҙарса һәләк була
Миәкәләр ҡаһарман улдарын  онотмайСатый мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ауылдаштарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәтен тулыраҡ өйрәнергә тырыша. Бында патриотик тәрбиә буйынса күп кенә саралар үткәрелә.

Фронтҡа ауылдан 280 кеше киткән, шулар­ҙың 159-ы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың да күбеһе, яраланып, тыуған тупһаһына саҡ ҡайтып йығылған. 35 яугир – Сәлим Әхмәров, Шәүәли Әхмәтшин, Миңләхмәт Ахунов, Ғабдрахман Ғәлиев һәм башҡа бик күптәр хәбәрһеҙ юғалған. Һөйәктәре ҡайһы ерҙә, ҡайһы илдә ята икән? 18 – 19 йәшлек булып ҡына киткән һалдаттарҙан, улар бер нисә тиҫтә булған, икәүһе генә иҫән ҡайтҡан. Бөгөн дә ни бары ике генә ветеран иҫән.
Музейҙа яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында документтар, һүрәтләмәләр, белешмәләр ҙә күп. Түбәндә һүҙем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полк командиры, майор Аҫылгәрәй Нафиҡов хаҡында.
Ул 1907 йылдың 25 авгусында Сатый ауылында Ғәбделҡадир һәм Миңлехаят ғаиләһендә тыуа. Ишле була был ғаилә. Өлкән бала Миңлеғәли Беренсе донъя һуғышында ла ҡатнаша. Уның ҡустылары Сәғитйән, Бәхте­гәрәй, Аҫылгәрәй Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса баш һала. Сания һәм Сажиҙә иһә тылдың бар ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәрә. Ата-әсәләре балаларын ислам ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырыша, бәләкәйҙән эшләп үҫә ул-ҡыҙҙары.
...1921 йыл. Апрель аҙаҡтарында башланып киткән ҡоролоҡ сентябрь урталарынаса һуҙыла. Ырымбур тарафтарынан бик йыш әсе ел иҫә, түҙеп торғоһоҙ эҫе. Өйәҙе, Тимер йылғалары ныҡ һайыға, шишмәләр ҡорой, баҫыуҙарҙа иген көйрәй. Ғәбделҡадир ағайҙың да хужалығы бик бөлә. Ярай әле Миңлеғәли Ташкент яғына сығып китеп өлгөрә, Сәғитйән менән Бәхтегәрәйҙе әрмегә алалар. Күп кенә мәшәҡәтләнеп, Аҫылгәрәйҙе балалар йортона урынлаштыралар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң малай­ҙы өлкән ағаһы үҙ янына – «икмәкле» Ташкентҡа – алып китә. Шулай итеп, ике бер туған маңлай тирен түгеп икмәк таба башлай. Ә ауылда, хужалары аслыҡтан вафат булғанлыҡтан, өйҙәрҙең яртыһы тиерлек бушай.
Аҫылгәрәй тырыш, зирәк була, хатта ай яҡтыһында ла уҡый. Әрмегә алынғас та хәрби шөғөлөн камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Хәрби мәктәпте тамамлап, һуғышҡа тиклем яуаплы бурыстар үтәй. СССР Хәрби халыҡ комиссариатының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була, исемле ҡылыс, сәғәт менән бүләкләнә. Һуңғыһы БР Милли музейында һаҡлана. Яҡташыбыҙ 1941 йылда Мәскәү янында барған дәһшәтле һуғыштарҙа батырҙарса көрәшә. Хәрби етәкселек уны Башҡортостанға, башҡорт атлылары дивизияһына ебәрә. А. Нафиҡов Зубов ауылында яугирҙарҙы һуғышҡа әҙерләй.
Дошман Мәскәү янында еңелгәндән һуң ғәскәрен, техникаһын күпкә арттыра, 1942 йылдың йәйендә өҫтөнлөк уның яғында була. Илебеҙҙең байтаҡ ауыл-ҡалаһын, мөһим районын тартып ала. Фронтта легендар Шайморатовтың кавалерия дивизияһы ла һуғыша башлай. Ошо уҡ йылдың 2 июлендә Алешки – Малые Борки – Святоша һыҙығында дивизияла беренселәрҙән булып Аҫылгәрәй Нафиҡовтың полкы һуғыш­ҡа инә. Олым йылғаһы буйындағы бәрелештәрҙән һуң полк ҡамауҙа ҡала. Төндә командир үҙенең автоматсы, пулеметсылары менән дошман минометсылары төркөмөн ҡыйратып, ҡамауҙан сыға. Немецтар күп юғалтыуҙар менән сигенергә мәжбүр була. Был башҡорт яугирҙарының тәүге ҙур еңеүе була. Тиҙҙән Аҫылгәрәй Нафиҡов менән Таһир Күсимовтың полктарын 18 «Юнкерс» бомбаға тота. Дивизия командиры Шайморатов килеп тыуған хәүефтән сығыу сараһын күрә. Полктың ҡыйыу егеттәре – сержант Ишмөхәмәтов, эскадрон командирҙары Һөйәрғолов, Мирсаяпов, Колесник яугирҙарҙы дәррәү һөжүмгә күтәрә. Фашистар байтаҡ көсөн, техникаһын юғалта һәм ҡасырға, сигенергә мәжбүр була, беҙҙекеләр байтаҡ немец ҡоралын ҡулға төшөрә. Был тағы ла ҙурыраҡ еңеү килтерә. 9 июлдә Аҫылгәрәй үҙенең 70 яугиры менән төн уртаһында, немецтар иҙрәп йоҡлаған мәлдә, улар туҡтаған Лобановка ауылына бәреп инә. ҡот осҡос ҡанлы һуғыш башлана. 400 фашисты түшәп һала беҙҙең егеттәр, әммә юғалтыуҙар ҙа күп була. Командир ҡалғандарға сигенергә бойороҡ бирә лә, үҙе ике һуғышсыһы менән уларҙы ҡотҡарыу сараһын күрергә тырыша, ике тапҡыр яраланғас та атыша-атыша, батыр­ҙарса һәләк була.
К. Симоновтың «Красная звезда» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Һөжүм», «Башҡорт атлылар дивизияһында» тигән һүрәтләмәләрендә, полк командиры Г. Беловтың «Дан һәм батырҙар юлы» китабында хәрби Аҫылгәрәй Нафиҡовтың һәләтле, тәүәккәл булыуы, полк менән дөрөҫ етәкселек итеүе, һалдат йәнле полководец икәне бәйән ителә.
Яугирҙың ҡатыны Зыя Нәжметдин ҡыҙы, ғүмере буйына иренең үлеме ҡайғы-хәсрәтенән һағышланып йәшәгәнгә, иңенә ауыр йөк һалынғанғалыр инде, иртә ҡартайҙы, һулыны. Рухи шатлыҡтарға мохтаж булған­ға байрамдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине. Һандыҡтан иренең костюмын алып үтекләй, кире һалып ҡуя, тағы алып, сөйгә элә. Кейелгән һәм кейелмәгән күлдәктәренә яңы төймәләр таға, ҡәҙерлеһенең әйбер­ҙәренә оҙаҡ ҡарап тора. Унан ҙур батырлыҡтар күрһәткән өсөн Аҫылгәрәйҙе үлгәндән һуң ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү тураһындағы рәсми ҡағыҙҙы ҡат-ҡат уҡый. Өҙөлөп көтә... Ире тураһында һүҙ сыҡһа: «Ул иҫән», – тип яуаплай. ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй 51 йыл көтә һәм үҙе лә ҡайтмай торған ергә китеп бара. Мәрхәмәтһеҙ һуғыш бәхет-шатлыҡтарын тартып алған миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ине З. Нафиҡова. Тормошонда ауырлыҡтар күп булды уның. Һуғыш башланғас, уны ике балаһы менән тыуған ауылы Бәширгә үҙе саҡ йөрөгән атаһы алып ҡайтты. Сабый ваҡытта ғазаптарҙы күп күргәнгәлер инде балалары түҙем, кешелекле, яҡшы холоҡло булды. Әсәләре уларҙы уҡытырға тырышты. Спартак, институт тамамлап, Ташкенттың бер предприятиеһында баш инженер булып, Ким, техникумда уҡып сығып, оҙаҡ йылдар «Башэнерго»ла эшләне.
Сатыйға бер барғанымда ауыл ҡарттары, Аҫылгәрәй батырҙы хәтерләп, уның менән булған бер ваҡиғаны иҫләп торҙо. Уҙған быуаттың 30-сы йылдары уртаһында А. Нафиҡов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. 25 – 26 йәштәрҙәге сибәр, типһә – тимер өҙөрлөк, наган таҡҡан, ҡылыс аҫҡан, бөхтә хәрби кейемле офицер. Һабантуй барған көн була. Ир-егеттәр уны уратып ала ла, хәрбиҙәр атлылар һуғышына нисек әҙерләнә, тип, йөҙәтә башлай. Егет бер айғыр­ҙы менеп ала һәм йән-фарман сабып барышлай, уның ҡорһаҡ аҫтынан сығып, йәнә ултыра, юлда дошманды ҡырған кеүек хәрәкәттәр эшләй. Үҙе бер тамаша була. Ауыл халҡы бик ихтирам иткән Аҫылгәрәйҙе.
Ватан өсөн һәләк булғандар – үлемһеҙ. Яҡташтары күңелендә уларҙың яҡты исеме һәр саҡ һаҡлана.

Ким САДИҡОВ.
Миәкә районы,
ҡырғыҙ-Миәкә ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға