«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Ҡәҙерле байрам



07.05.2011 Ҡәҙерле байрам

91 йәшлек яугир Мөҙәрис Бүләков сираттағы Еңеү яҙын ҡаршылауына сикһеҙ шат
Ҡәҙерле байрамБөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөҙәрис Юныс улы Бүләков тураһында яҙыу күптәнге хыялым ине. Уны тор­мош­ҡа ашырам тип, каникулдың бер көнөндә Мәләүез яҡтарына юлландым.
Мөҙәрис Юныс улы 1920 йылдың 1 ғинуарында Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районының Түбәнге Таш ауылында тыуған. 1940 йылда ошо райондан хәрби хеҙмәткә алына. Ул Горький өлкәһендәге Балахна ҡалаһына, электр станцияһын һаҡлаусы часҡа эләгә. Шунда хеҙмәт итеп йөрөгән саҡта, 1941 йылда, һуғыш башланып китә.
– 25 йыл алдан уҡ Германия һуғыш башлап ҡараған. Ләкин ул оҙаҡҡа һуҙылмай, туҡтатыла. 41-се йылға тиклем фашистик Германия әҙерлек алып барған. ҡорал, провизия базалары ныҡ нигеҙле булды уларҙың. Шырпы ҡабы хәтлем икмәкте ҙур итеп бүрттереп, консерваланған аҙыҡ менән туҡланды фашист һалдаттары, – тип иҫләй бабайым.
1941 йылдың июнендә илдә дөйөм мобилизация башланған. Дзержинск ҡалаһында өс ай «учебка»ла булғас, Мөҙәрис бабайҙы Мәскәүгә ебәрәләр. Бында ул Мәскәү – Архангельск тимер юлының 2-се линияһын һаҡлаған. Мөҙәрис Юныс улы әйтеүенсә, һуғышта еңеү өсөн мөһим булған был тимер юлы линияһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөп, сафҡа индергәндәр.
Фронт линияһының 300 километр араһын йәйәү үтеп, бомба, снарядтан ялтанып, һуғышҡа инеүҙәре тәүге һынау­ҙар була.
1941 йылдың 20 сентябрендә, Калинин ҡалаһы өсөн һуғышта бабайым контузия ала. Шул йылдың аҙағында сержант званиеһында бабай тағы ла фронтҡа инә. Тәүҙә уны Сталинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнашҡан часҡа ебәрәләр. Ләкин взводтар тулы комплектлы булғанға, Мөҙәрис Юныс улы 2-се Украина фронтына, Курск дуғаһына, 142-се зенит-артиллерия полкының 1-се миномет взводына барып эләгә. 1942 йылдың 9 мартында Мөҙәрис Бүләковтың ҡулы ныҡ яралана. Курск госпиталдәрендә урын булмағас, уны Рязань өлкәһенә ебәрәләр.
Ғаиләһен ҡайғы-хәсрәткә батырып, Мөҙәрис бабайҙың үлеме тураһында «ҡара ҡағыҙ» килә. Бәхеткә күрә, госпиталдә һауығып, өс айҙан һуң яугир тыуған ауылына ҡайтып төшә. Бер аҙҙан бабайым Свердловск техника эшләү заводына эшкә урынлаша. Тылдағы билдәһеҙлеккә түҙә алмай, 1943 йылдың аҙағында Мөҙәрис Юныс улы фронтҡа китеп барған эшелонға ултырып, үҙ теләге менән яуға китә. ҡабаттан 2-се Украина фронтына барып эләгә. Тағы ла яралана, «Батырлыҡ өсөн» миҙалын ала.
1944 йылда Мөҙәрис бабай сержант, химинструктор званиеларында Белоруссияның Гомель ҡалаһын һауа һөжүменән һаҡлауҙа ҡатнаша.
Еңеүҙе Мөҙәрис Юныс улы Белоруссия ерендә ҡаршылай. «Оло байрамды, шатлыҡ-ҡыуанысты билдәләп, һауаға 100-ҙән ашыу снаряд залпы ебәрелде, – тип иҫенә төшөрҙө ул. – Тик шатлыҡлы ғына түгел, ҡайғылы ла булды был Еңеү. Күпме дуҫым һуғыш яланында ятып ҡалды…»
1945 йылдың Еңеү көнөнән һуң, Ирандың Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлау ҡурҡынысы тыуғас, хеҙмәткә яраҡлы һалдаттарҙы, улар­ҙың иҫәбендә бабайым да була, Баку эргәһендәге Обшик утрауына ебәрәләр. Ләкин бүтән һуғыш башланмай һәм 1946 йылда һалдаттарҙы өйҙәренә ҡайтаралар.
Ауылына ҡайтып, Мөҙәрис бабайым ғаилә ҡора, ете бала тәрбиәләп үҫтерә. Улы Динис Бүләковтың исеме, моғайын, бөтәгеҙгә лә таныштыр.
Ауылда тыуып үҫкән кеше үҙ тыуған еренә тартыла инде. Әммә ауыл йәки ҡалала йәшәһәң дә, йорттоң йылы, уңайлы булыуы кәрәк.
Пенсияһының күп өлөшөн бабайым дарыуҙарға тотона. Транспорттағы нужалары, ҡиммәт хаҡҡа кеше яллап йөрөүе, льготалар менән файҙалана алмауы тураһында ла әйтеп үтте.
Еңеүҙең 66 йыллығында үҙенең 91 йәшен билдәләү Мөҙәрис бабайым өсөн ҡыуаныслы ла, ҡәҙерле лә.

Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға