«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Ауылдаштарым еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көсөн йәлләмәне



07.05.2011 Ауылдаштарым еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көсөн йәлләмәне

Мин Күгәрсен районының ҡасҡын ауылында тыуғанмын. Бала саҡ йылдарым шунда үтеп, Бөйөк Ватан һуғышының башын, Еңеү көнөн дә тыуған еремдә ҡаршыланым.
1941 йылдың июнь айы бөгөнгөләй хәтерҙә. Иҫкә төшһә, йөрәк һуға, ҡулдар ҡалтырай башлай. Миңә 10 йәш ине. Ул көндө тау аръяғындағы баҫыуҙа әбейҙәр һәм балалар иген утайбыҙ. Бригадир килеп, немец фашистарының илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлауын хәбәр итте.
Әбейҙәр белгән доғаларын уҡый, беҙ, балалар, илайбыҙ.
Шул көндән ауыл ирҙәре һуғышҡа китә башланы. Берҙән-бер машинаны (1,5 тонналы), яҡшы аттарҙы алып киттеләр. Үгеҙ, һыйыр егеп, ер һөрөргә мәжбүр булдыҡ. Һәр кем үҙ малын һабанға егергә алып бара. Бер көндө, әсәйем ауырып, һыйырҙы миңә етәкләргә тура килде. Һабанға ике мал егелә. Береһе тартһа, икенсеһе тора. Беҙҙең һыйырҙы күгәүен тешләгәйне, туғарылып, туғайға сабып инеп китте. Мин уны ялан аяҡ көйө эҙләп, алып килдем.
Кесерткән аяҡтарҙы саға – сыҙап та булмай. Һабанға егергә маташҡанда һыйырым аяғыма баҫты. Бер нисә көн уҡырға бара алманым.
Мәктәп дүрт саҡрымдағы күрше Санъяп ауылында, йәйәүләп йөрөйбөҙ. Барып еткәнсе дүрт күпер аша сығырға кәрәк, уларҙың береһе лә төҙөк түгел, йылғаны кисеп сығырға тура килде. Төшкә тиклем уҡыйбыҙ, унан һуң эшкә көтөп торалар. Уңыш өлгөргәнсе утау менән булабыҙ.
Иген өлгөргәс, ураҡ башлана. Әсәйҙәргә көнөнә 0,5 гектар майҙандың игенен урыу бурысын ҡуялар. Задание үтәлһә, 100 г он бирелә, үтәлмәһә – юҡ. Шуға күрә әсәйҙәр беҙҙе лә ураҡҡа алып бара. Ололар урған усманы йыябыҙ, игенде тамырынан йолҡоп, көлтә бәйләргә бау әҙерләйбеҙ. Көлтәне әсәй бәйләгәс, ташып, ҡырлыҡҡа өйәбеҙ. Аяҡ, ялан­ғас булғас, ҡамылға һыҙырылып, ҡанап китә.
Көн эҫе, эсергә һыу бөтә. Беҙҙе, балаларҙы, йәйәү һыу алып килергә ауылға ҡайтаралар.
Көҙ еткәс, көлтәләрҙе ташып, молотилка менән баҫтыралар. Иген ҡыйлы, уны елгәргес менән әйләндереп таҙарталар. Елгәргес тотҡаһына буйыбыҙ етмәй, аяҡ аҫтына әйбер ҡуйып, ике кеше әйләндерәбеҙ. «Бөтәһе лә – фронт өсөн!», «Бөтәһе лә – Еңеү өсөн!» тип, бер көн ҡалдырмай эшләнек. Игенде дәүләткә оҙатырға машина килһә, күмәкләп күнәкләп тейәп ебәрәбеҙ. Ул төшкә табан йәки кис килһә, бригадир тимер һуға. Беҙ ошо тауышҡа йыйылып киләбеҙ ҙә уңышты тейәп оҙатабыҙ.
Баҫыуҙа тороп ҡалған башаҡты йыйырға йөрөтәләр. Унда ла задание бирелә.
ҡышҡыһын да беҙгә эш етерлек булды. Кис ултырып бейәләй, ойоҡбаш, бирсәткә бәйләйбеҙ. Уларҙы посылка менән фронтҡа оҙаталар. Уны алғас, яугирҙарҙан ауылға рәхмәт хаттары килә.
Туҡмаслап ҡырҡып, картуф киптерә инек. Сөнки һәр өйгә задание бирелгән. Унан тыш, дәүләткә һыйыр майы, һарыҡ тиреһе, тауыҡ йоморт­ҡаһы тапшырҙыҡ.
Беҙҙән олораҡ апай-ағайҙарҙың Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн түккән көсөн һанап та, яҙып та бөтөрөрлөк түгел.
Минең ике ағайым фронтҡа китте. Миҙхәт ағайым Ленинград блокадаһында булып ҡайтып, ашҡаҙан сиренән өйҙә вафат булды. Икенсе ағайым Ғәбделхәй – танкист. Ағыулы минаға эләгеп, бер ҡул, бер аяҡ менән әйләнеп ҡайтты. Яфаланып ауырып, биш балаһын етем итеп, вафат булды. Ә атайым Абдрахман бөтөнләй ҡайта алманы. Бер өй эсенән өс яҡын кешеһен фронтҡа оҙатыу­сы әсәйемә еңел булманы, ғүмере буйына атайымды көттө.
Зәкиә апайымдың ирҙәр урынына эшләмәгән эше ҡалмағандыр. Иген, яғыулыҡ ташыны, аты алып ҡасып китеп, мискә аҫтында ла ҡалды. Яҙын Ырғыҙлыға ағас киҫергә, бүрәнә ағыҙырға йөрөнө. Өс ҡыҙҙы вербовка менән Ленинград өлкәһенә торф сығарырға ебәрҙеләр. Миңлевафа апай шунда үлеп ҡалды, Зәкиә менән Мәрйәм апайҙар әйләнеп ҡайтты.
Ауылға почтальон килгәнен көтөп алабыҙ. Ул кемгәлер – шатлыҡлы, кемгәлер үлем тураһында хаттарҙы тарата. Ауылға беренселәрҙән булып Арыҫлан ағай Солтангә­рәевтың «ҡара ҡағыҙы» килде. Ул көндө ауылды ҡара ҡайғы баҫты. Тора-бара халыҡ шомло хаттарға өйрәнә лә башланы кеүек. Сөнки һәр көн ҡабатланған ҡайғылы көндәр дүрт йыл буйы дауам итте.
Ауылда хеҙмәтте һөйгән кешеләр йәшәне. Улар беҙҙе, балаларҙы, эшкә, тәртипкә, йәшәргә өйрәтте. Шуның өсөн ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Сөнки мин дә махсус белем алып, уҡытыусы булып, илгә 40 йылға яҡын хеҙмәт иттем. Гел алдынғылар рәтендә йөрөп, Рәсәй Федерацияһының алдынғы уҡытыу­сыһы булып хаҡлы ялға сыҡтым. Ауылым йөҙөнә тап төшөрмәнем. Тыуған яғыма ҡайтҡанда ауылдаштар менән осрашып, йәшлек хәтирәләрен, үткәргән аслыҡ-яланғаслыҡты хәтерләп алабыҙ. Әле һуғыш ветерандары ҡалмаған, тыл ветерандарын да һанарға бер ҡул бармағы етә. Әлеге көндә тыл ветерандары – Зөбәржәт, Рауил Мәхийәновтар, Гөлсөм, Фәүзиә Исхаҡовалар, Йомабикә Иҫәнбирҙина иҫән. Ветерандар һуғыш йылдарында, унан һуң күргән михнәттәре хаҡында әсенеп һөйләй.
Эйе, ауылдаштар тураһында яҙыуы еңел дә, ҡыйын да. Сөнки, һуғыш йылының иң йәш ветераны булһаҡ та, беҙ кешеләрҙе, бигерәк тә ауылдаштарҙы, ауыл, район, республика, хатта ил тормошондағы күпселек ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләйбеҙ, шул саҡтағы ысынбарлыҡты хәҙерге яҙмаларға ҡарағанда тулыраҡ һәм дөрөҫөрәк күҙ алдына килтерәбеҙ.

Асия ИГЕЛЕКОВА.
Көйөргәҙе районы,
Яңы Мораптал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға