«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Олатайым – беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ



10.05.2011 Олатайым – беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ

Олатайым – беҙҙең оло ғорурлығыбыҙОлатайым Мәлик Ғәзиз улы Хәкимов 1929 йылдың 13 июлен­дә Әлшәй ра­йо­нының Иҙрис ауы­лында крәҫтиән ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1941 йылда ун бала атаһы – Ғәзиз Хә­ким улы фронт­ҡа китә. Бөтә донъя мәшәҡәттәре Мәликкә йөкмәтелә, үҫмер әсә­һенең уң ҡулы була. Бәләкәйҙән колхозда эшләй башлай, сана һөйрәп, әсәһе менән Бәләбәй районының Знаменка ауылына картуфты игенгә ал­маштырып ҡайталар. Ун ике йәшенән тылда хеҙмәт итә: ат егеп, трак­тор­ға яғыулыҡ ташый. Ниндәй эш тура килһә лә, тырышып эшкә то­тон­ған. Атаһы ла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Артабан мал ҡараусы, ташсы булып эшләй. Таштан мал һарайҙары, иген һаҡлау өсөн амбар­ҙар төҙөйҙәр. 1952 йыл­да өләсәйем – Гөлбикә Әхмәтйән ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Алты балаға ғүмер биреп, үҙенең тыуған ауылында бөгөнгө көнгә тиклем тигеҙ, һау-сәләмәт ғүмер кисерәләр. Хәҙер инде алты ейәне, ете ейәнсәре, өс бүләһе, дүрт бүләсәре менән һоҡланып, ҡәнәғәт булып йәшәй ҡәҙерлеләрем. Олатайым, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырмай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса эштәре менән булышып көн итә. Хәкимовтар – ауылдың ихтирамлы, хөрмәтле, үрнәкле ғаиләһе. Беҙ олатайыбыҙҙың уңған, тыныс холоҡло, аҡыллы, эшсән булыуы менән ғорурланабыҙ. Улар янына гел дә ашҡынып, һағынып ҡайтабыҙ. Хоҙайҙан һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ насип итеүен теләйбеҙ.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,
Өфө ҡалаһының136-сы башҡорт лицейы
уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға