«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Уға атай һөйөүе эләкмәне



10.05.2011 Уға атай һөйөүе эләкмәне

Батырҙарса һәләк булған яугирҙың улы уның рухы ҡыуанырлыҡ итеп эшләне
Һуғыш башланғанда Әмир­йәнгә биш кенә йәш ине. Киевта урынлашҡан хәрби часть командиры Сәйетғәле Зәйнетдинов ғаиләһен эвакуацияланыусылар менән бергә тылға – Баш­ҡортостанға оҙатҡанда һөйөклө ҡатынын, ғәзиз улын һуңғы тапҡыр күреүен уйына ла килтермәгәндер, моғайын. Йәнифәһе: «Сәйетғәле, ҡәҙерлем, улың, тыуасаҡ сабыйың хаҡына, зинһар, үҙеңде һаҡла, юғиһә һинһеҙ беҙгә бик ауыр буласаҡ. Иҫән-һау ғына ҡайтырға насип итһен инде», – тигәйне лә бит. Юҡ, яугир Сәйетғәле Зәйнетдиновҡа ҡайтырға яҙманы, Киев өсөн ҡаты алышта батырҙарса һәләк булды...
Мең михнәт сигеп ҡайтып инде улар Радио ауылына. Йәнифә инәй таңдан таңға тиклем эшләне, үҙенең ике балаһы (1941 йылдың июне аҙаҡтарында ҡыҙы Фәниә тыуа) өҫтөнә туғандарының балаларын ҡарарға үҙендә көс тапты. Бер туған ҡустыһы Саҙрый Ғәббәсов Сталинград өсөн барған һуғышта ҡан ҡоя ине. Яхъя мәктәбе директоры булып эшләүсе һеңлеһе – бер туған апаһының ҡыҙы Нәзирәнең мәшәҡәттәре лә етерлек, уның балалары ла һәләк булған яугир ҡатынының иңендә булды. Әмирйән ана шул туғандарҙың балалары менән бергә ҡайнап үҫте. 1943 йылдың көҙөндә мәктәпкә уҡырға төштө. Артабан әсәһенең ҡул араһына инә башланы: бәләкәй сана менән утынын да, бесәнен дә ташыны, туғандарын да ҡараны. Ә Йәнифә инәй иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем колхоз эшендә булды. Шулай, бер кис арып-талсығып, өшөп-туңып, өйгә ҡайтып ингәс, почтальон часть командиры Сәйетғәле Зәйнетдиновтың, Киев өсөн барған аяуһыҙ һуғышта батыр­ҙарса һәләк булыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ» килтергәс, әсә менән ул үкһеп-үкһеп иланы. Иң ҡәҙерле кешеләрен мәңгегә юғалтыу ҡайғыһынан шаңҡыһалар ҙа, нишләйһең, йәшәргә кәрәк ине уларға.
Һуғыштан һуң да ауыр йылдар дауам итте. Шуға ҡарамаҫтан, Әмирйән ауыл мәктәбен уңышлы тамамлап, бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырыу өсөн шоферҙар һәм тракторсылар әҙерләү курсына уҡырға инә. Һуңынан егетте тыуған ауылында ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Хеҙмәт юлын шофер булып башлағанда, Әмирйән Сәйетғәле улына ун һигеҙ генә йәш тулғайны. Әйтеүе генә анһат, йәмғеһе 43 йыл руль артында меңәрләгән саҡрым үтә ул. Ошо йылдар эсендә ниндәй генә маркалы автомобилдәрҙә эшләргә, күпме саҡрым юл үтергә тура килмәне уға?! Ауыр йөк машиналарында, үҙбушатҡыстарҙа капиталь ремонтһыҙ унар йыл эшләгән саҡтары ла булды 1-се класлы шоферҙың. Ә күпме яғыулыҡ-майлау материалын экономияланы уңған һөнәрмән.
Оҙаҡ йылдар «Восток» колхозында эшләне: комбайндан ырҙын табағына, элеваторға иген ташыны, запас частар, төрлө ауыл хужалығы йөктәре алып ҡайтыу өсөн алыҫ рейс­тарға сығып, һәр саҡ имен-аман йөрөп ҡайтыр ине. Һуғышта батырҙарса һәләк булған атаһы Сәйетғәле нигеҙ һалған колхозды бөтөрмәҫ, тарҡатмаҫ өсөн арымай-талмай эшләне...
682-се ПМК-ның яңы тәпәй баҫҡан мәле. Шул ҙур ойошманың етәксеһе Әмирйән Зәйнетдиновты саҡыртып ала һәм уға яуаплы, ауыр вазифа – автоколоннаның баш механигы вазифаһын йөкмәтә. Ә унда 300-ләп техника берәмеге һәм шунса кеше яҙмышы. Өҫ тиҫтә йылға яҡын автомеханик булып эшләү дәүерендә Әмирйән Зәйнетдинов күпме йәш кешене эшкә өйрәтте, уҡырға ебәр­ҙе, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итте. Уның элекке уҡыусылары – хәҙер үҙҙәре тәжрибәле водителдәр.
Һәләк булған яугир улының намыҫлы, тырыш хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды: миҙалдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Бөйөк Еңеү байрамын һағышлы, болоҡһоулы күңел менән ҡаршылай һәм бер үк ваҡытта ул, атайым кеүек яугир­ҙарҙың ҡаны бушҡа түгелмәне, фашист Герма­нияһы үҙ өңөндә дөмөктөрөлдө, Бөйөк Еңеү тантана итте, тип шатлана. Әлеге көндә Әмирйән Сәйетғәле улы Малаяҙҙа йәшәй, күп юғалтыу, ҡайғы-хәсрәт кисерһә лә (йорт-ҡаралтыһы менән бергә ҡатыны ла янып үлде, дүрт балаһы ла фажиғәле һәләк булды), йәшәргә тырыша. Украинаға барып, атаһының ҡәберенә тыуған яғының бер ус тупрағын, сәскәләр һалырға хыяллана. Хыялығыҙ тормошҡа ашһын, Әмирйән Сәйетғәле улы!

Зилә БУРАНҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға