«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Еңеүҙә һеҙҙең дә өлөш бар!



10.05.2011 Еңеүҙә һеҙҙең дә өлөш бар!

Олатайым Нуриәслән Йәнбәков менән ағайым ҡәнзәфәр Әфләтунов беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен дә йәлләмәгән
Бөйөк Еңеүгә быйыл 66 йыл. Беҙҙең илебеҙҙә ҡот осҡос һуғыштың рәхимһеҙ еле бер генә ғаиләгә лә ҡағылмайынса үтмәгәндер. Илебеҙ азатлығы өсөн күпме аҫыл ир-егет башын һалды, күпме бала етем, ҡатын-ҡыҙҙар тол ҡалды. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар менән яулап алынған оло Еңеүҙең ҡәҙерен белергә мәңге бурыслы беҙ!

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Нурислам Ғөбәйҙулла улы Әфләтунов, ошо уҡ райондың Билал ауылынан ҡайным Фәйзулла Айнулла улы Юламанов та Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ине. Үкенескә күрә, икеһе лә бер үк йылда, 87 йәштә вафат булды. Улар икеһе лә ниш­ләп­тер һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Моғайын, йөрәк яраларын яңыртҡылары килмәгәндер. Әгәр тере булып, ошо байрамды күргән булһалар, нисек шатланырҙар ине!..
Кеше китә – йыры ҡала, тиҙәр. Ысынлап та, олатайым – әсәйемдең ағаһы Нуриәслән Хөснөтдин улы Йәнбәковтан иҫтәлек булып йыр-таҡмаҡтары ғына ҡалды. Ул һуғыш башланырҙан өс ай элек кенә өйләнгән була. Һөйгәне менән ҡауышып, рәхәтләнеп йәшәр генә сағында егетте тиҙ арала яуға оҙаталар. 1941 йылдың 6 авгусында Ишмырҙа ауылынан бик күп ир-егет һуғышҡа китергә ҡулына повестка ала. Исемлеккә атайым да, 24 йәшлек Нуриәслән олатай ҙа эләгә.
Хәрби комиссариат ул саҡта Баймаҡтың Хоҙайбирҙин урамында, мәсет янында урынлаш­ҡан була. Саҡырылыусылар тәүҙә медицина тикшереүе үтә. Бер аҙҙан Нуриәслән сыға, сәсен алғандар, документын ҡалдырғандар. «Ебәрерҙәр», – ти, ә атайым: «Мине әле генә ебәрмәҫтәр, сәсемде лә алманылар», – ти.
Митинг үтә. Хәрби комиссариат алдындағы трибуна алдына һәр оҙатылыусы баҫып: «Себендәй йәнем сыҡҡансы, тамсы ҡаным ҡалғансы һуғышасаҡмын!» – тип ант итә.
Колхоздың берҙән-бер йөк машинаһы менән Йәмил Ғибәҙуллин да фронтҡа китә. Аҙаҡтан ул атайыма: «Беҙҙең машина янды, миңә икенсе машина бирҙеләр», – тип хат яҙа. Йәмил олатай ҙа һуғышта башын һала.
Йор һүҙле, сәсән телле Нуриәслән олатайым һәр хаты һайын таҡмаҡ сығарып яҙа.
Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары
ҡырҙа эшләгәндәре.
Иҫтәремдән һис китмәйҙәр
Төрлө ҡыҙыҡ йырҙары,
тип колхозда бергә эшләгән ҡыҙҙарға ла сәләм күндерә ул.
Һуғышта олатайым ике тапҡыр ҡаты яралана. Госпиталдә ятҡанда:
Һыуҙа нисек йөҙә икән
Һыуһарҙың балалары?
Бер ҡайтырһың, тигән кеүек
ҡоштарҙың һайрауҙары, –
тип яҙғанда, барыбер тыуған яғына ҡайтырына өмөтөн өҙмәүе һиҙелә. Күңел тигән нәмә өмөттән нисек ваз кисһен инде?!
Маңлайымдағы йондоҙҙар
ҡояшта уҡ ялтырай.
Ниместәрҙе күргәндән һуң
Ғәйрәттәрем ташҡандай.
Быныһын госпиталдән сығып, тағы сафҡа баҫҡас, фашистарға нәфрәтләнеп яҙа.
1942 йылдың ғинуарында һуңғы хаты килә, шунан һуң башҡа бер ниндәй ҙә хәбәре булмай, хәбәрһеҙ юғала.
Волга аша сыҡҡанымда
Быуындарым тала бит.
Минең ғәзиз туғандарым
Йөрәгемде яндыра, –
тип яҙыуына ҡарағанда, олатайымдың яу юлы, моғайын, бөйөк Волга йылғаһы буйҙарында үткәндер, бәлки, ул шул ерҙәрҙә ятып ҡалғандыр, тигән фекер тыуа.
Студент сағымда, 1983 йылда Әстерханда төҙөлөш отрядында эшләгәндә, Волгоград ҡалаһына экскурсияға барҙыҡ. Мамаев ҡурғанындағы плиталарҙағы яҙыуҙарҙы ҡараштыр­ҙым, унда олатайымдың исем-шәрифен нисектер табыр кеүек инем. Ләкин ваҡыт яғы тығыҙыраҡ булды.
Ә бына атайымдың ҡустыһы ҡәнзәфәр Ғөбәйҙулла улы Әфләтуновтың яҙмышы тағы ла ҡыҙғанысыраҡ. Ул 17 йәшендә генә һуғыш­ҡа алына, шул китеүенән ҡабат тыуған яғына ҡайтырға насип булмай.
1942 йылдың июлендә ҡәнзәфәр ағайыма повестка килә. Әсәйем колхозда ашнаҡсы булып эшләй. Атын туғарып тормай, арбаға ултырып, Әүбәкер үҙәгенә бесән сабып йөрөгән ҡәйнешен алырға китә. ҡәйнешенең ҡулына повестканы тотторғас, ағайым:
– Юҡ, еңгә, мине дауаланырға ебәрерҙәр ул, күҙҙәрем насар күрә, – тигән була.
ҡайталар. Атты шул көйө генә ҡалдыра ла, ҡәнзәфәр тура усаҡлыҡҡа инә. Инһә, әсәһе – Ғәйникамал ҡартәсәйем, улының кирза итеген дегетләп ултыра, Ғәйшә инәй тирмән тарта, Мәүлиха инәй талҡанға ҡурмас ҡыҙҙыра – шуларҙы күрә лә, ысынлап та, һуғышҡа китәсәген аңлап, күҙҙәре йәшләнеп сығып китә.
Повестканы биргән көндө үк алып та китәләр.
Йәһәт кенә сәй эсереп, ҡартәсәйем улын атҡа ултыртып, Баймаҡҡа, хәрби комис­сариат­ҡа алып китә. Таныштары Шәйҙуллин ҡарттарға барып, ҡәнзәфәр ағайға көрөшкә алып бирә. Шул көндө генә атайымдан хат килгән була, аяғым яраланды, тип хәбәр итә. Шул хатты ҡәнзәфәр ағай үҙе менән алып китә.
«Бәпәйем, һинең өҫтөң бөтөн, гимнастерка, костюмың бар, итегең һәйбәт. Ана, башҡалар әсәләренең кәзәкейен кейгән, аяҡтарында калуш», – тигән булып, балаҡайымды алдаштырып ҡына ултыртып ебәрҙем», – тип илай ҡартәсәйем.
Кейеп киткән кейемдәрен ағайым посылка менән кире ебәрә. Костюмын апаһы Миңлебикә кейә, ә гимнастеркаһын һүтеп, әсәйем өлкән ҡыҙы Сәрүәргә күлдәк тегеп кейҙерә.
Тәүҙә улар Алкинда хәрби әҙерлек үтә. Аҙаҡ һуғыш яланынан да хаттары килеп тора. Ә инде 1943 йылдың йәмле июнендә ҡаҙаҡ милләтенән булған бер яугирҙан хат килә.
«ҡәнзәфәр Әфләтунов көслө алышта теҙенән яраланды, блиндажға алып барып еткерә алманыҡ, юлда йән бирҙе», – тигән ауыр хәбәр­ҙе еткерә ул хатында. Бына шулай аяныслы өҙөлә йәш егеттең сәскәләй ғүмере. Үкенескә күрә, бер хат та һаҡланмау сәбәпле, Нуриәслән олатайымдың да, ҡәнзәфәр ағайымдың да ҡайһы ерҙә ғүмере өҙөлөп, ҡайҙа ерләнеүе билдәһеҙ. Һыуға төшкән кеүек юғалыуҙары бик үкенесле, йөрәкте һыҙлата.
Бик күп ҡорбандар менән бер рәттән, ғәзиз кешеләремдең дә ҡаны менән яулап алынған был матур, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Һәр йыл һайын Еңеү көнөн байрам иткәндә, уларҙы ла хөрмәтләп иҫкә алам. ҡайҙа ғына ятһалар ҙа, тыныс йоҡлаһындар! Һеҙҙең алда баш эйәм, туғандарым. Был Еңеүҙә һеҙҙең дә өлөш бар!

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА.
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға