«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Атайым да һуғыш ветераны исеменә лайыҡ кеше



10.05.2011 Атайым да һуғыш ветераны исеменә лайыҡ кеше

Атайым, Яхия Абдулхаҡ улы Ғәбиҙуллин, 1927 йылдың авгусында Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. 18 йәше тулғас, 1945 йылдың октябрендә, армияға алына, 1951 йылдың октябренә тиклем, йәғни алты йыл, хеҙмәт итә. Хәрби билетындағы яҙма буйынса, 1945 йылдың ноябренән 1946 йылдың февраленә тиклем 215-се уҡсылар полкында уҡсы булып, 1946 йылдың февраленән июнгә тиклем аш бешереүселәр курсында уҡый. Июндән ноябргә тиклем 216-сы полкта – уҡсы, 1946 йылдың ноябренән 1948 йылдың майына тиклем – сапер, 1948 йылдың майынан 1951 йылдың октябренә тиклем сапер-дорожник булып хеҙмәт юлын тамамлай.
Атайымдың һөйләүе буйынса, улар Көнбайыш Украинала бандерасыларға ҡаршы көрәшә. Хеҙмәт иткән осоронда ул ниндәйҙер наградаға ла лайыҡ була, ләкин был турала хәрби билетында мәғлүмәт юҡ. Һуғыштан һуң 6 – 7 йыл хеҙмәт иткәндәр «Һуғыш ветераны» тип һаналырға тейеш, тип ишеткәйнем, ә атайым, ни сәбәптәндер, «Һуғыш ветераны» тип танылманы.
Ни өсөн минең атай ундай исемгә лайыҡ булманы икән? Һуғыш ветераны исеме һуғыш бөткәндән һуң хеҙмәт итеүсе ниндәй категория һалдаттарға бирелгән? Атайым хеҙмәт иткән хәрби частарҙы хәҙер нисек белергә була? Кемдән һорарға? Бәлки, миңә яуап биреүсе булыр?
Атайым өс йыл элек гүр эйәһе булды, бик баҫалҡы, аҡыллы кеше ине. Һуғыш бөтөүгә 65 йыллыҡты ҡаршыларға әҙерләнгән осорҙа радио, телевидение, төрлө матбуғат биттәрендә һуғыш ветерандары тураһында һөйләйҙәр, яҙалар. Минең атайым кеүек, һуғыш бөткәндән һуң хеҙмәт итеүселәрҙең дә, «Һуғыш ветераны» булып йөрөгәнен ишетеп, уҡып, минең атай ҙа «Һуғыш ветераны» тип аталырға тейеш, тигән һығымта яһаным.

З. ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Бөрйән районы.
Аҫҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға