«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Хәйбулла шайморатовсылары



10.05.2011 Хәйбулла шайморатовсылары

1941 йылдың 17 ноябрендә Башҡортостанда ойошторолған кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән беҙҙең райондың өс яугир-кавалерисы тураһында яҙмаҡсымын.
Ғүмәр Ғибәт улы Нагаев 1916 йылда Турат (хәҙер Иләс) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ир ҡорона ингәс, Хәйбулла районының Һамар ауылында ойошторолған тракторсылар әҙерләү курсында ярты йыл уҡып сыға һәм, «ҡыҙыл юл» колхозына ҡайтып, тракторҙа эшләй башлай. 1937 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Житомир өлкәһенең Обруч ҡалаһында артиллерист булып хеҙмәт итә. 1939 йылдың авгусында Алыҫ Көнсығышта япондарға ҡаршы Халхин-Гол өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Япон милитаристарын ҡыйратҡас, көҙ көнө хәрби хеҙмәттән ҡайта һәм тыуған колхозында эш башлай.
Бер аҙ эшләгәс, Ғүмәр Ғибәт улын Хәйбулла районының эске эштәр бүлегенә алалар. Ләкин уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул 1941 йыл аҙағында яңынан хәрби хеҙмәткә алына һәм Дим станцияһында ойошторолған кавалерия дивизияһына эләгә. Полигонда хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 1942 йылдың мартында 7-се кавалерия корпусы составында Воронеж өлкәһендә һуғышҡа инә. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы башҡорт кавалеристары ҡыйыу, ҡурҡыу белмәй һуғыша. Ворошиловград өлкәһенең Чернухино станцияһы өсөн барған алыштарҙа ҡыйыулығы өсөн Ғүмәр Ғибәт улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Һуңынан дивизияның контрразведка бүлеге составында бандерасыларға ҡаршы көрәшә. Уларҙың башлығы Романовты һәм уның 25 кешеһен ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Ошо хәрби бурысты намыҫ менән үтәгәне өсөн башҡорт егете ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың ноябрендә барған ҡаты һуғыш ваҡытында аяғы йәрәхәтләнә. Госпиталдә дауаланғандан һуң Башҡорт кавалерия дивизияһы составында яу юлын дауам итә.
ҡыйыу кавалерист ниндәй генә ауыр операцияларҙа ҡатнашмаһын, үҙенең хәрби антына тоғро ҡалып, Эльба йылғаһындағы Премниц ҡалаһына тиклем юл үтә.
Украина һәм Польша биләмәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. Фашистик Германияны еңгәндән һуң, Ғүмәр ағай Иран менән Төркиә сигендә хеҙмәт итә.
Тыуған ауылы Туратҡа ҡайтыу менән тракторға ултыра. Ике йыл эшләгәндән һуң, ауылдаштары Ғүмәр ағайҙы колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуя. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа был яуаплы вазифаны башҡарыуы ауыр икәнен яҡшы аңлай кисәге яугир. Ең һыҙғанып эшкә тотона. Баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ буйынса эштәрҙе юлға һалыуҙы, колхозсыларҙың көнкүрешен яҡшыртыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Һуңынан район етәкселәре Ғүмәр ағайҙы урман зонаһындағы Салауат исемендәге колхозға рәйес итеп ебәрә. Бында ул үҙенең бар көсөн колхоздың иҡтисадын яҡшыртыуға бирә. 1960 йылда Ғүмәр ағайҙы «Аҡъяр» совхозының Юлбарыҫ бүлексәһенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Унда ул ун йылдан ашыу эшләгәндән һуң, «Степной» совхозына етәксе итеп ебәрәләр. 1977 йылдың июнендә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем шунда эшләй.
Ғүмәр ағай ҡайҙа ғына эшләһә лә намыҫына тап төшөрмәй, һөнәри бурыстарын еренә еткереп башҡара, кешеләрҙең ышанысын аҡлай. Хәрби хеҙмәттәре өсөн ул бик күп орден-миҙал, тыныс хеҙмәте өсөн Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Ул, Шәмсениса еңгәй менән өс малай, өс ҡыҙ тәрбиәләп, уҡытып, тормош юлына аяҡ баҫтыра. Үкенескә күрә, яугир 2005 йылда вафат булды.
Икенсе кавалерист ҡаһарман Ғәлләм улы Ғайсин 1910 йылдың ғинуарында Сәғит (ҡалтай) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан уҡ тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын да, аслыҡты ла үҙ елкәһендә татый. Уға йүнләп белем алыу мөмкинлеге лә булмай. Шунлыҡтан дүрт синыфты ғына тамамлай. ҡаһарман ағай нисек булһа һөнәр үҙләштереү маҡсатында Баймаҡ ҡалаһында токарҙар курсын тамамлай һәм тәүҙә колхозда эшләй, 1936 йылда уны Бүребай руда идаралығына эшкә саҡыралар.
ҡаһарман ағай 1942 йылдың февралендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Райондаш иптәштәре – Мәмбәт ауылынан Мөхәмәтйән Сәйфуллин, Татырүҙәктән Ниғәмәт Ишсурин менән кавалерияла хеҙмәт итеүгә алыналар. ҡаһарман Ғәлләм улы 60-сы гвардия кавалерия полкында 1942 йылдың февраль айынан 1944 йылдың ғинуарына тиклем хеҙмәт итә.
112-се башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткәндә дошман тылына рейдтар яһау, уларҙың һөжүмен тотҡарлау өсөн күперҙәрҙе шартлатыу кеүек һәм башҡа мөһим хәрби заданиеларҙы үтәргә, дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғышырға тура килә уға. Һуңынан танкыға ҡаршы дивизияла хеҙмәт итә. Польшаны, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинды штурмлауҙа ла ҡатнашырға тура килә. Ике тапҡыр аяғынан яралана, контузия ала.
ҡаһарман ағай хәрби хеҙмәттән Бүребайға 1945 йылдың декабрендә генә әйләнеп ҡайта. ҡыйыулығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», ике мәртәбә «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Армиянан ҡайтҡас, яңынан руда идаралығының гаражында слесарь булып, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем мастер булып эшләй. Һуғыштан һуңғы хеҙмәттәре өсөн төрлө дәрәжә Почет грамоталары, юбилей миҙалдары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә.
Өсөнсө яугир – кавалерист Ғәббәс Ғайса улы Сынбулатов 1922 йылдың 22 ғинуарында Әбүбәкер ауылында тыуған. Ул, ете йәшендә етем ҡалып, ҡартәсәһе Мөслимә ҡулында тәрбиәләнеп үҫә. 6-сы синыфты тамамлағас, «Игенсе» колхозының Әбүбәкер баҫыу­сылыҡ бригадаһында хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 генә йәш була.
Ғәббәс Ғайса улы 1941 йылдың 21 июлендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Таһир Күсимов етәкселек иткән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. 16-сы гвардия атлы дивизияһында сержант, артиллерист-тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә.
Уларға Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килә. Артабан 3-сө Украина фронты составында Брянск һәм Ленинград йүнәлешендә, Дон һәм Днепр йылғалары аша сығып, Тамбов, Воронеж, Черкассы, Чернигов ҡалаларын азат итеүҙә, Паулюс төркөмөн ҡамауҙа һәм юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ошонда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Ғәббәс ағай «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителә. Дон һәм Днепр йылғаларын кискәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн тағы ла икенсе мәртәбә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Тик Ғәббәс Ғайса улы тәүге миҙалы тураһында белмәй. Сталинград һуғышында бирелгән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 65 йылдан һуң ғына, үҙе үлгәс, уның балаларына тапшырыла.
Днепрҙы аша сыҡҡанда Ғәббәс ағай ҡаты яралана һәм госпиталгә оҙатыла, һауығып сыҡҡандан һуң тағы ла фронт­ҡа китә, икенсе дивизия составында Бессарабияға тиклем барып етә һәм Яссы-Кишинев операцияһында ҡатнаша. 1944 йылдың февралендә икенсе тапҡыр яралана. Госпиталдә һигеҙ ай дауаланғандан һуң, ҡабаттан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыу сәбәпле, сентябрь айында тыуған ауылына ҡайтып төшә.
Һуғыштан һуң Ғәббәс Ғайса улы мәктәптә хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Колхоз, ауыл советы сәркәтибе, ферма мөдире, баҫыусылыҡ буйынса бригадир һәм башҡа эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыға. Хәрби һәм тыныс тормоштағы хеҙмәттәре өсөн «ҡыҙыл йондоҙ», ике мәртәбә «Батырлыҡ өсөн» (берәүһе 65 йылдан һуң ғаилә ағзаларына тапшырыла) миҙалдары, III дәрәжә Дан ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», юбилей миҙалдары, «Гвардия» знагы, шулай уҡ бихисап Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ауылдашым «Почетлы колхозсы» исеменә лайыҡ була.
ҡатыны Сафия Һаҙый ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға белем алырға ярҙам итәләр. 1987 йылда ветеран ауыр яраларынан вафат була.
Беҙ яуҙа ғына түгел, тыныс тормошта ла һынатмаған кавалерист ауылдаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Марат МӘМБӘТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға