«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Өнһөҙ шаһиттар



10.05.2011 Өнһөҙ шаһиттар

йәки Украинанан килтерелгән һыйырҙың башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ ғаиләләрен аҡлы иткәне
1946 йылдың майы баштарында ҡарап ҡына торған ҡуңыр һыйырыбыҙ, ике айҙай ауырығандан һуң ятып үлгәс, беҙ, биш бала, бөтөнләй аҡһыҙ тороп ҡалдыҡ. Майлаһаң, сабата ла бата, тигәнгә таянып, атайым менән әсәйем, нисек тә булһа аҡса йүнләп, һыйыр һатып алырға булды. Атайымдың атаһы, указлы мулла Ғәбделҡотдостан ҡалған ҙур ғына ҡарағай келәтте, өй башында ҡабыҡ йәшниктә һаҡланған һигеҙ кәтүшкәле граммофонды һатып, һыйырлыҡ аҡса йүнләнеләр. ҡыҙыл мәсет баҙарына бер нисә тапҡыр барһа ла, оҡшатҡан һыйырын тапмағас, гел буш ҡайтты. Һарыҡташ беҙгә 130 саҡрымдай. Бер көн атайым, намаҙын уҡып, юлға сыҡты. Был юлы инде уның юлы уң булып сыҡты – ҡапҡабыҙ янына ҙур ғына, һырты аҡ һыйыр тейәгән «полуторка» килеп туҡтаны. Атайым шоферға тейешле әжерен биргәс, «полуторка» һыйырҙы ҡалдырып, тырылдап китеп тә барҙы. Беҙ, балалар, һыйырҙы яратабыҙ, муйынынан һыйпап, үлән ҡаптырабыҙ, ә әсәйем, шул арала уға һыу эсереп, бер күнәктәй һөтөн һауып алды. Донъябыҙға йәм өҫтәлде.
Атайым һыйырҙы 1941 йылда Украинанан эвакуацияланған Науменко тигән бер украиндан һатып алған икән. ҡарттың һөйләүе буйынса, һуғыш башланыу менән күптәр, өй кәрәк-яраҡтарын аттарға, ҡул арбаларына тейәп, һыйырҙарын етәкләп, немецтарҙан ҡасып, төркөм-төркөм көнсығышҡа табан юл ала. Улар менән бергә, ошо һыйырын етәкләп, ҡатынын, ике балаһын эйәртеп, аҡһаҡ Науменко ла була. Бер айҙан ҡасаҡтар фронт һыҙығына килеп етә. Немецтар ошо төркөмдәргә ышыҡланып килеп, һөжүмгә ташлана. Ошо ут эсенән Науменколар иҫән сыҡҡан. ҡыҙыл Армия яғына сыҡҡас, уларҙы, эшелондарға тейәп, Чкалов, аҙаҡ Ырымбур өлкәһенә оҙаталар. Науменколар Һарыҡташ районының Николаев­ка ауылына килеп төпләнә. Был ауылда биш йыл йәшәгәс, һырты аҡ һыйырҙарын һатып, тыуған илдәренә – Украинаның Житомир өлкәһенә ҡайтырға йыйынғандар.
Һыйыр, ысынлап та, һөтлө лә, йыуаш та ине. Нәғим ағайым менән уны һөҙөргә өйрәттек һәм ник өйрәттек тигән көнгә төштөк.
Март аҙаҡтарында быҙаулағас, әсәйемде үҙенә лә, быҙауына ла яҡын ебәрмәне. Һауыр алдынан алдына ашарға ултыртып, бәйләп кенә һауҙы. Тамам йөҙәгәс, атай-әсәйем уны һатыр­ға булды. ҡыҙыл Мәсет баҙарынан икенсе һыйыр һатып алдылар. Ул саҡта һәр кем үҙ баҡсаһының яртыһына – картуф, яртыһына көнбағыш сәсеп, уңышты йыйып алғас, ҡурып, өс-дүрт кеше бер булып, дөйәле ҡаҙаҡтарҙы яллап, көнбағыш һатырға Магнит баҙарына юлланыр ине. Һыйыр һатҡандың икенсе йылына, атайым да, ете-һигеҙ тоҡ көнбағыш менән ҡаҙаҡ дөйәһенә ултырып, Магнит баҙарына барып ҡайтты. Унда элекке һыйыр һатып алған урыҫ ҡартына фатирға төшкән. Украина ҡарты һыйырҙы ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһендә йәшәгән улына тейәп оҙатҡан икән. Украинанан алып ҡаҙаҡ далаларына тиклем юл үтеп, һөтөн украиндар, немецтар, башҡорттар, урыҫтар, ҡаҙаҡтар һәм сыуаштар эскән был һырты аҡ һыйырҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Һыйырға 1946 йылдың 10 октябрендә бирелгән справка әле лә һаҡлана... Ә тәүге ҡуңыр һыйырыбыҙҙың үҙе кеүек ҡуңыр үгеҙ башмағын атайым колхозға тапшырып, ун ике бот бойҙай алғайны. Башмаҡ эре һөйәкле булғанға колхоз уны иткә тапшырманы, ә ике йылдан егә башланы. Уның менән утын-бесән ташынылар, өҙәрем юлдарға сыҡтылар, колхоз һауынсылары, уға ултырып, төшкө һауынға йөрөнө. Үҙем дә, уны егеп, кино движогын, башҡа ҡумталар тейәп, ауылдарға бер нисә мәртәбә кино ла алып барҙым. Ә үгеҙ тамам йыуанайып, юрмыһы ярамай башлағас, атайым уға ҙур юрмы яһаны, ә иҫкеһен һарай башына алып ҡуйҙы. Ун биш йылдай еккәндән һуң, ҡуңыр үгеҙҙе иткә тапшыр­ҙылар. Тиҫтәләрсә йыл һарайыбыҙ башында ятҡан иҫке юрмыны былтыр ҡыш район музейына бирҙем. Ул бөгөн унда ике тәртәлә егеүле килеш тора...

Рәхимйән ВАХИТОВ.
Күгәрсен районы,
Юлдыбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға