«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Өфөлә «Хәтер аллеяһы» барлыҡҡа килде



10.05.2011 Өфөлә «Хәтер аллеяһы» барлыҡҡа килде

Еңеү байрамын тантаналы билдәләү алдынан баш ҡалала «Хәтер аллеяһы»на нигеҙ һалынды.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ҡаланың почетлы граждандары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә исемләп 11 ағас ултыртты. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Даян Мурзин менән, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов – Өфө ҡала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Анатолий Анчунов, М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы директоры Василий Бабенко Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Вера Бәширова менән бергәләп ағас ултыртты.
Республиканың һәм Өфө ҡалаһының баш раввины Дан Кричевский ултыртҡан ағастарын холокост ҡорбандары иҫтәлегенә арнаны.
Һуғыш һәм хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәлләмов ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашыусыларға быйылғы йылдың үҙенсәлекле булыуы тураһында белдерҙе – фашистик Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлауына теүәл 70 йыл тула.
– Фашист илбаҫарҙары 1710 ҡала һәм ҡасабаны, 70 мең ауылды юҡ итте, 26 миллион кешене һәләк итте. Әммә беҙҙең халыҡ бирешмәне. Һәм бына беҙ 66-сы тапҡыр Еңеү байрамын билдәләйбеҙ, – тине ул.
Ағас ултыртыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, бындай сара быуындар күсәгилешлегенә булышлыҡ итеп, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусылар­ҙың батырлығы тураһындағы иҫтәлектең мәңгеләштерелеүен тәьмин итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға