«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Ҡамауҙа



30.04.2011 Ҡамауҙа

Аҫыл ирҙең даны үҙенән алда йөрөр. Халҡыбыҙҙың был аҡыллы һүҙҙәренең ни тиклем хаҡ икәненә күп тапҡыр үҙ тәжрибәмдә ышанырға һәм уларға инанырға насип булды миңә. Баймаҡ районының Ғөбәйдулла (ҡуштүбә) ауылында тыуып үҫеп, аҙаҡ республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы Темәстә төпләнгән Миндеғол ағай Арыҫланов менән дә шулай булды. Үҙе менән танышҡанға тиклем байтаҡ йылдар элек үк уның генерал Миңлеғәле Шайморатов командалыҡ иткән 16-cы башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы ветераны, заманында Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеп тә, ниндәйҙер һылтаумы, сәбәпме арҡаһында уны ала алмауы хаҡында хәбәрҙар инем. Әммә беҙгә тәүләп осрашыу бары 2000 йылда ғына, икенсеһе 2008 йылда насип булды. Ике быуат сигендәге шул ике осрашыу ваҡытында ул мине үҙенең яу хәтирәләре менән кинәндергәйне. Әле шунан бер өҙөк тәҡдим итмәксемен.
Немецтарға үс итеп, урамдарын бер итеп…

... Дошман тылына етмеш биш саҡрым үтеп ингәйнек. Кругом ҡамауҙа ҡалдыҡ. Беҙ ударный төркөмдә инек. Бөтә ғәскәр бөткән. Беҙҙең генә батарея ҡалған. Алты ат егелгән калибры 76 миллиметрлы пушка менәнбеҙ. Китеп барабыҙ. Тегенән-бынан йыйылған ҡалдыҡ-боҫтоҡ бер нисә кешебеҙ бар. Башы ла шул, арты ла шул беҙҙең ғәскәрҙең.
Бер мәлде немец занимать иткән ауыл аша үтергә тура килде. Башҡаса юл юҡ. Ни эшләмәк кәрәк? Взвод командиры беҙҙең менән ине. Уның әйткән һүҙе шул булды:
– Ауылдың уртаһынан үтергә! Унда – немецтар. Улар атыр. Атышып тормағыҙ! Яраланыусы булмай ҡалмаҫ – туҡтап тормағыҙ. Сабып үтәһегеҙме, нисек – уныһы һеҙҙең эш.
Беҙ сабып сыҡтыҡ та киттек. Әллә немецтар, үҙебеҙ ҡамауға эләктек, тип ҡурҡты, әллә ни? Һирәк-мирәк кенә атып ҡалды. Ездовой булып хеҙмәт иткән бүрәт егетенең яраланыуын иҫәпкә алмағанда, минең расчетҡа бер ни ҙә булманы.
Ауылды сыҡҡас, уңға боролорға тейеш инек. Сөнки һул яҡта – тимер юл. Уның өҫтөндә бронепоезд. Шуны абайлап алдыҡ та унан ҡотолоу сараһын уйлаша һалдыҡ:
– Үәт, әй! Беҙҙе юрамал шул аждаһа яғына ҡыҫырыҡлағандар икән!
– Әйтәм, урамда ныҡлап атманылар…
– Берәмләп сүпләгәнсе, быларҙы бронепоез­ға бирәйек, тигәндәрҙер инде.
Егеттәрем шулай һөйләнгән арала, Фәйзуллиндың аты ҡоланы ла, юл быуылды ла ҡуйҙы.
– Яраланһа, Мозафар ағай, пастромкаһын өҙә сап та был урындан тиҙерәк ысҡынайыҡ! – тинем. Яҡшылап ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ: пастромкаһына уралған. Күмәк кеше ни:
– Раз, два! Взяли!
Атты аяғына баҫтырып, пастромкаһын рәтләй һалдыҡ. Аттар тағы сабып сыҡты ла китте. Сапмай ни! Уларҙа ла йән бар бит. Беҙ арттарынан йүгерҙек. Дилбегәне Күгәрсен районынан Хөсәйен ағай тотҡан ине.
– Хөсәйен ағай, әҙ генә сабыр ит, – тинем.
– Тыр-р-р! – тине был.
Аттар туҡтаған арала береһенең ҡойроғона йәбештем. Исмәғилем минең салғыйға тотондо. Аттар саба. ҡайҙан көс-ғәйрәт ингәндер, улар­ҙан ҡалмай, беҙ сабабыҙ. Шул килеш боролош­ҡа барып та сыҡтыҡ – бронепоезд ата ла башланы. Әлегә төҙәп ата алмай. Шулай ҙа унан ялтаныу хәйерле тип:
– Хөсәйен ағай, уңға тарт! – тип команда бирҙем.
– Есть уңға тартырға!
Шулай сабышып, беҙ уңға борол да кит. Бронепоезд, өҙмәй ҙә ҡуймай, ата ла ата. Бер тауҙы әйләнгәйнек, уның уты беҙҙе ала алмаҫ булды: снарядтары йә беҙгә етмәй ярыла, йә аша төшөп, ерҙе аҡтара.

Бер офицерҙың һәләк булғаны

ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат ҡойроғона йәбешеп китеп ултырһаҡ, бер ун биш аҙымдай ерҙә берәү китеп бара. Полушубкаһынан уның офицер икәнен таныныҡ. Офицер икәнен танып та өлгөрҙөк – шул әҙере, һыҙғырып килеп тороп, баш осонда шрапнель ярылды. Беҙгә бер ни ҙә булманы. Әлеге офицер сразы йығылды. Йүгерешеп барһаҡ, пистолетын һәрмәп ята. Уны алып, үҙенең маңлайына терәргә итә. ҡулы тыңламай. Уға ҡарауы ла имәнес ине. Артҡа ҡарай-ҡарай, үтеп киттек тапҡырынан. Әҙерәк китә биргәйнек, тып итеп ҡалды. Пистолет атҡан тауыш ине был. Боролоп ҡараһам, теге урында өс кеше тора. Исмәғил артҡа ҡалғайны. Ах та ух итеп килеп етте.
– Теге офицерҙың эсе ярылған булған. Мандый алмаҫын үҙе лә белгәнгә: “Зинһар, мине атып китегеҙ! Немецҡа ҡалдырмағыҙ! Зинһар!” – тип ялынды. Үҙ кешеңә нисек ҡул күтәрелһен инде. Шунан кәңәш итештеләр. Мин ҡарап тора алманым. Кемелер үтәне меҫкендең үтенесен. Эй, Аллам, ул шәһит киткәндең йәнен йәннәткә юлыҡтыр! – тине Исмәғилем, үлемде күп күрһә лә, күҙенә йәш алып.

Әҙер ҡәбер тапҡаным

Иртәнсәк бер ауылда ашарға туҡтаныҡ. Бер ерҙән геүләгән тауыш килә.
– Иптәш лейтенант, нимә килә? Самолетмы? – тип һорайым эргәмдәге офицерҙан.
– Юҡ, танк, – тине.
Беҙ тиҙ генә был ауылдан һыҙҙыҡ. Ауылдан сығып, артабан үтеп китеп, тағы бер ауылға еттек. Шунда туғыҙ танк ҡаршы алды. Эргәбеҙгә килмәй, дөбөр-шатыр ата башлағайны, беҙ икегә бүленеп китергә мәжбүр булдыҡ. Немец минометтары гөпөлдөгө сыға. Координаттарҙы шул тиклем дә теүәллек менән әйтеп тороусылары булғандыр инде. Бер баштан башлап, берәм-берәм һәр өйҙө яндыра килә, яндыра килә. Нәүбәт беҙҙең аттарыбыҙ торған һарайға ла килеп етте… Шул тиклем йәл булды ул хай­уан­дар…
Өйҙән сыҡтым. Яҡында ғына емерек ҡоҙоҡ. Тәрәнлеге метр ҙа һикһәндән үтмәҫ. Әһә, әҙер ҡәбер бит был. Әжәл етеп, үлемдән башҡа сара ҡалмаһа, эт-ҡошҡа ем булғансы, үҙ аяғың менән килеп, ошонда төшөп үлергә була. Исмәғилгә әйтәм:
– Мин үҙебеҙгә әҙер ҡәбер таптым. Әйҙә, шунда төшөп ултырайыҡ...
– ?
Артабанғы хәлдәр беҙгә ул “әҙер ҡәбер”гә эйә булырға форсат бирмәне.

“Катюша”ға дан!

Аттарыбыҙҙы немец ҡырып бөткәс, беҙгә приказ булды: “Хәҙер беҙҙең нәүбәт етте. Немец барыбер ҡуймаясаҡ: миналарын беҙгә төҙәп атасаҡ. Тиҙ генә орудиеларҙың йоҙағы менән панорамаларын алырға!” Беҙ шул эшкә керештек. Шул арала тегеләр беҙҙе уратып та алды. Көпә-көндөҙ. Теге туғыҙ танк беҙгә ҡурҡыу һалды ла ары китте. Улар артынса пехота килеп инде. Көймәле машина менән килә лә килә былар.
– Исмәғил ағай, нисә патроның ҡалды?
– Етәү генә.
Үҙемдең ете патронымды уға бирҙем.
– Эх, ошо урында “Катюша” булһын ине! – тип ҡуйҙы Исмәғилем. “Катюша”ның дәһшәтле ҡорал булыуына Сталинград һуғышында тәүгә шаһит булғайныҡ. Ул саҡта, Сталинградты уң яғынан әйләнеп, төнөн тимер юлды һә тигәнсе ҡырҡып ингәйне беҙҙең атлы дивизия. Сталинград поезға бай ҡала булған икән. Беҙ бараһы яҡҡа немец ике вагонлы бронепоезд ултыртып ҡуйған. Беҙҙең артдивизион шунда бар ҙа ин. Эш һәләк тигәндә генә әллә ҡайҙан “Катюша” атып ебәрҙе – әле генә үҙ көсөнә үҙе маһайғандай ҡуҡырайып ултырған немец бронепоезы селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Шул “Катюша” булмағанда, беҙҙең артдивизионға ла, дивизияға ла бик ауырға тура килә ине. Шуны уйлап, әле:
– Ул саҡта күрмәгәнен күрер ине немец-кафыр! – тип ҡуйҙым, Исмәғилемдең һүҙен ҡеүәтләп. Шулай тип әйтеүем дә булды, бына бит Хоҙайҙың рәхмәте – ап-аҡ ҡарҙы ҡып-ҡыҙыл итеп, “Катюша” ата башламаһынмы! Немецтар ҡайҙа ҡасырға ла белмәне. Уларҙа “Катюша”ға ҡаршы торорлоҡ бер нәмә лә юҡ ине шул. Немецтың бар уйы – сылбырға теҙелеп, беҙҙе окружать итеү ине.
Атты-атты ла, бер ваҡыт “Катюша” шымып ҡалды. Боеприпасы бөттө. Ул шымғайны, йә-ә, бер заман, лауылдығы сығып, немецтар уның яғына йүгерешә башланы.
– Ай, әттәгенәһе! Немец ала бит хәҙер беҙҙең “Катюша”ны!
– Егеттәребеҙ ҡалайта инде хәҙер…
Шулай тиешеп, йәнде ҡулға алып торолона. Немецтарҙың килеп еткәнен көтөп кенә торҙо ла “Катюша”ла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙ уны шартлатты ла ҡуйҙы. Ул ҡорал хәрби сер итеп һаҡлана ине. Шуға күрә лә, әгәр дошман алырға итһә, “Катюша” дивизионы уны шартлатырға тейеш булды. Тәртибе шулай ине. Ә беҙҙең егеттәр немецҡа әсир төшөүҙән “Катюша”лары менән бергә һәләк булыуҙы артығыраҡ күрҙе. Үҙҙәре лә, дәһшәтле ҡоралдары ла һәләк булды, уларҙы ҡулға төшөрөп, кәмендә наградаға “Тимер тәре” алырға хыялланып, ябырылып килгән фашистар ҙа шунда әжәлен тапты. “Катюшасы”-минометсы шул башҡорт егеттәренең батырлығы хаҡында әлегәсә бер кем бер һүҙ ҙә яҙманы.
Авторҙан. Миндеғол ағайҙың: “Беҙҙең егеттәр немецҡа әсир төшөүҙән “Катюша”лары менән бергә һәләк булыуҙы артығыраҡ күрҙе”, – тигәне тағы бер хәтирәгә ялғанды. Уны миңә ошо яугир менән 2008 йылдың мартында осраш­ҡандың иртәгеһенә Сибай ҡалаһында Ғәлимйән Шакир улы Солтагилдиндың ауыҙынан ишетергә насип булғайны. Ғәлимйән ағай 1925 йылда Әбйәлил районының Таһир ауылында тыуған (ул ауыл хәҙер Баймаҡ районы биләмәһенә инә). Темәс педучилищеһында Ғилман Яҡупов, Сәғит Ишбирҙин, Абдрахман Ғәлләмов, Әҙеһәм Әлибаев ише үҙҙәрен аҙаҡ республикабыҙҙа билдәле шәхестәр итеп танытҡан һабаҡташтары менән өсөнсө курста уҡып йөрөгән еренән уны ла фронтҡа оҙатҡандар. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған мәлдә уларҙың часы Венгрияла була. Хәҙер тыныс тормош башланыр инде, тип кенә торғандарында, бер көндө уның подразделениеһын хәрби тревога яңынан ҡоралға тотонорға мәжбүр итә. Юҡ, Ғәлимйән ағайҙар дислокацияланған урын тыныс була. Уларҙы бик тә ашығыс рәүештә Прагаға оҙаталар. Дошмандың бындағы гарнизоны, бирелергә теләмәй, Берлинды алыуға тәғәйен көстәрҙе кәметеү маҡсатында, ҡорал һалмаҫҡа маташа. Ләкин ул көстәрҙе йәлеп итеүҙәре был гарнизондың үҙ башына була. Күптәре әжәлен шунда таба, байтағы әсирлеккә юлыға. Унда власовсылар ҙа һуғышҡан икән. “Бына бер ваҡыт үҙебеҙҙекеләр тарафынан әсиргә алынған власовсыларҙы, айырым сафҡа теҙеп, сығара башланылар, – тип хәтерләй Ғәлимйән ағай. – Бәләбәйҙән бер хеҙмәттәшем бар ине. Шуның менән әҙер генә торабыҙ. Нимәгә әҙерләнеп торабыҙ? Шуның өсөн – әгәр ҙә мәгәр власовсылар араһында берәй башҡорт килеп сыҡһа, приклад менән ошонда уҡ иҙеп һалырға. ҡарап торабыҙ. ҡарап торабыҙ. Берәй азиат күренеү менән һорай һалабыҙ:
– Ты кто такой? Башкир?
– Нет…
– Проходи!
– Кто такой? Башкир?
– Нет…
– Проходи…
Шулай һораша-һораша, вис үткәреп бөттөк. Бер генә башҡорт та килеп сыҡманы. Бына нисек һуғыштыҡ беҙ, башҡорттар!”
Төшөнгәнһегеҙҙер, “катюшасы”-минометсылар хаҡында Миндеғол ағай һөйләгәндәрҙең дә мәғәнәһе шуға ҡайтып ҡала. Шулай бит?

Рус винтовкаһы төйҙәһенең ике немецты ялпайтҡаны

Хәҙер кискә ҡалдыҡ. Шунда команда булды: “Перейти на партизанскую тактику. По пять, по четыре человека не разрешаю. По одному, по два человека сығаһығыҙ. Ана, биш километрҙа ята основной фронт. Шул ергә сығырға тырышығыҙ, егеттәр!”
Осмот та ат ҡалманы бит инде. Боеприпас бөттө. Пушкалар ҡалды. Ашарға юҡ. Асыҡтырҙы. Шундай саҡта Юламанов Мозафар ағай:
– ҡустылар, минең кеҫәлә он бар, шуны ҡарға бутап ашап ҡарайыҡ – ти. Хәл юҡ, ашарға мәжбүр булдыҡ.
Йәштән бергә үҫкәс, Исмәғил менән һаман айырылған юҡ. Мин әйтәм:
– Беҙ теге яҡҡа сыҡмайыҡ. Иртәнсәк танкылар күренгән яҡҡа барайыҡ. Бүтән яҡты ҡамап бөттөләр бит инде. Ни булһа, шул булыр тип, шунда юл тотайыҡ беҙ...
– Ярар, улай булғас, – тигән була Исмәғил.
Була бит шундай саҡ. Һин тупикҡа килеп терәләһең, ни хәл итергә, тип ыуаланаһың. Шундай мәлдә Аллаһы Тәғәлә уңай шартты тоҡҡа һалып тотторғандай була. Аллаға шөкөр! Был юлы ла шулай булды. ҡараңғынан файҙаланып, танкылар үткән яҡҡа китеп барабыҙ, китеп барабыҙ. Китеп барһаҡ, өс кеше тап булды. Башҡорт егеттәре. Биш метр, ун метр киттекме-юҡмы, мин, хәжәтемә күрә, саҡ ҡына ситкә тайшанған арала, улар, тысҡылдығы сығып, прикладтары менән нимәнелер төйә башланы.
– Уах! Уах! Уах!
– Дөп! Дөп! Дөп!
Тиҙ генә тегеләрҙең эргәһенә барҙым.
– Иптәш Арыҫланов, ашайбыҙмы?
– ҡайҙа, нимә бар?
Баҡтиһәң, санаға ат егеп, ике немец үҙҙәренең войскаһына боеприпас, ризыҡ алып килә ятҡан икән. Патрон ҡумталары, бер ни саҡлы винтовка, икмәк һалып алған булғандар. Көндөҙ килергә ҡурҡҡандарҙыр инде. Кисләтеп килергә булғандар. Теге ухылдау менән дөпөлдәүҙең сере шул. Беҙҙекеләр дуғаһыҙ егелгән аттың ике яғынан ике немецты эләктереп, уларҙы тауыш ҡуптармай ғына дөмөктөрөргә булған. Русский винтовканың төйҙәһе – ҡул менән бер. Шуның менән бер һуҡтыңмы – немецыңды ялпайта ла ҡуя. Бында ла уның шул ҡөҙрәте үҙенекен иткән. Етмәһә, иҙеп бөткәнсе туҡмағандар икәүһен дә. Шулай булмай һуң, ҡалай булһын: ас кеше – асыусан, шуның өҫтөнә – ҡамауҙа ҡал. ҡулда русский винтовка. Тик патрондар иҫәпле генә. Мул булһа ла, атмаҫтар ине. Атырҙар ине, тауыш ҡубыуы бар. Бына шуға шым ғына бөтөргәндәр икән тегеләрҙең эшен.
Беҙҙең винтовкалар биш кенә яһаулы. Быларҙың ылауындағы мылтыҡтар унар яһаулы. Хәҙер икмәк ашап тороп, быуынды нығытып, унар яһаулы мылтыҡтар менән боеприпас алып, артабан бишәүләп киттек. Немец аты санаһы, иҙмәһе иҙелгән хужалары менән тороп ҡалды.

Таллыҡ аша талсығып, бара биргәс, тау сығып…

Әкиәттәге шикелле, китеп барабыҙ, китеп барабыҙ. Әкиәт батырына берәм-берәм Тау батыр, Күлуртлар батыр, Уғатар батыр, Йүгерек батыр, Ертыңлар батыр кеүек юлдаштар осрап тора. Осраған берен тегеһе: “Берәүҙән икәү яҡшы”, “Икәүҙән өсәү яҡшы”, – тип, эйәртеп ала бара, ала бара. Эйәрткән береһе кәрәк саҡта, үҙҙәренең хәленә ҡарап, төп батырға йә булыша, йә уға хыянат итә. Шуның кеүек, беҙгә лә ҡушыла барҙылар, ҡушыла барҙылар. Шулай ҡушыла торғас, ун етегә тулып киттек. Хәҙер күмәкләшеп, алмашлап ҡар йыра-йыра, шым ғына китеп ултыра инек, бер лейтенант тап булды. Башҡорт. Иңендә – карталы, компаслы планшет. Әллә ҡурҡып әйтте, әллә дөрөҫөн әйтте:
– Кем дә кем миңә эйәрә – шул кеше тере ҡаласаҡ. Ваҡыт иҫәпле! – тине лә тауҙы төшөрөп алып китте.
Планшетынан картаһын алып, плащ-накидка менән ҡапланып, ҡайҙа барғаныбыҙҙы, был ауылға нисә километр, быныһы – ҡалай, тегенеһе – ҡалай, асыҡлайбыҙ ҙа ары атлайбыҙ, асыҡлайбыҙ ҙа ары атлайбыҙ.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға