«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Эҙләү дауам итәсәк



09.04.2011 Эҙләү дауам итәсәк

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда тыуған 127 меңдән ашыу яугир хәбәрһеҙ юғалған, 100 меңдән ашыу кешенең ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ – улар яу яланында ятып ҡалған.
Һуғыш йылдарында Рәсәйҙә йәмғеһе 5,5 миллиондан ашыу кеше хәбәрһеҙ ғәйеп булған, әле һаман ер ҡуйынына тапшырылмаған 6 миллиондан ашыу һәләк булған яугир иҫәпләнә. Шунлыҡтан 23 апрелдә Башҡортостан эҙәрмәндәре экспедицияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған совет һалдаттарын һәм офицер­ҙарын эҙләү өсөн Псков, Новгород һәм Ленинград өлкәләренә юлланасаҡ.
БР Эҙәрмәндәр отрядтары йәмәғәт фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев әйтеүенсә, яугирҙарҙың һөйәктәрен табыу өсөн экспедиция ваҡытында һәр ҡатнашыусы 20 тонна ер ҡаҙа. 10 көн эсендә эҙләү отрядтары меңәрләгән һалдаттың мәйетен таба.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға