«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...



09.05.2018 Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
18 йәшендә генә һуғышҡа китеп тотҡонлоҡ михнәттәрен кисергән башҡорт егете Фәтхулла Юламанов 30 йәшендә саҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайта

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа быйыл йәйгеһен 95 йәш тула. 18 генә йәшендә Ватанын фашист илбаҫарҙарынан яҡларғафронт ҡа алынған йәш һалдат сал далалы тыуған еренә 30 йәшендә генә кире әйләнеп ҡайта ала. Яҙмыш уны нисек кенә һынамаһын, алдына ниндәй генә кәртә ҡормаһын, ул Тыуған иленә тоғро яугир булыуҙан тайпылмай, барлыҡ ауырлыҡҡа
тешен ҡыҫып түҙә, шуға ла мораҙына ирешә – тыуған яҡтарына ҡайта...
Фәтхулла Аҡъярҙа 7-се класты бөтөп, колхоздың төрлө эшендә эшләп, бил нығытып йөрөгәнендә мәкерле Гитлер фашистары Советтар Союзына вәхшиҙәрсә баҫып инә. 1942 йылда 1923 йылда тыуғандар фронтҡа саҡыртыла башлай. Ф.Юламанов та, Шишмә, Дәүләкән райондарында хәрби әҙерлек үткәндән һуң 776-сы пехота дивизияһы составында Сталинград өсөн барған һуғышҡа ташлана.

– Сталинградҡа табан беҙҙе
йәйәүләп алып барҙылар. Бөтә
нәмә емерек, ерҙең аҫты өҫкә
әйләнгәйне. Донды борамдарға тейә-
леп аша сығып, оборона тоттоҡ. Көстәр тигеҙ
түгел, дошман ут яуҙыра, беҙҙекеләр ҙә
бирешмәй. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә
аяғым яраланды, башыма ла бомба ярсығы
эләкте, – тип күҙ йәштәре аша хәтерләй ул
мәхшәр мәлдәрҙе ҡарт һалдат. – Шулай бер
мәл, ал-ял белмәй һуғышҡан саҡта, беҙҙеке-
ләр нисектер алға китеп, дошман беҙҙе урап
үткәнме, 100-ҙән ашыу кеше ҡамауҙа ҡалып,
пленға эләктек.
Немецтар совет һалдаттарын 2 – 3 ай тирә-
һе сусҡа һарайында бикләп тота. Суровикино
станцияһында уларҙы ҡайҙалыр алып китергә
йыйынғандарында совет ғәскәре был ергә
күпләп бомба ырғыта. Мәхшәр мәлендә
күптәр ҡаса, Фәтхулла ла ике рус егете менән
бер машинаға ултырып китә. Русса йүнле
һөйләшә лә белмәгән ипле башҡорт егетен
юлаусылары ярты юлда ташлай ҙа китә.
Украина еренә барып сығып, шунда көндөҙ
соҡорҙа йәшенеп ятып, төндә генә йөрөп,
серек алма менән тамағын туйҙырған ваҡыт-
тары аҙ булмай уның. Ябығып, йонсоп киткән
ир-егетте кешеләр күрһә, ҡоттары осоп ҡаса
башлай. Унан уны румын һалдаттары шәйләп
алып, самолеттан төшөрөлгән диверсант тип,
бер килке яфалай, бер туҡтауһыҙ һорау ала.
Тамам хәле бөткән Фәтхулланы бәҙрәф кеүек
урында бикләп тоталар. Көнө-төнө иҫтән
яҙҙырғансы туҡмайҙар. Румындар, нисек
кенә туҡмалһа ла, ауыҙынан бер тыны сыҡма-
ған совет һалдатының ныҡлығына аптырай.
Шунан уны Польшалағы лагерға оҙаталар.
Унда эргә-тирәләге илдәрҙән кешеләр килеп,
тотҡондарҙы үҙҙәренә эшкә һайлап алып
йөрөгән. Ат менән эш итә белгән Фәтхулланы
итальяндар алып ҡайтып китә. Шулай итеп, ул
эшләп тамаҡ туйҙыра, шул мәлдә партизан-
дарға эләгеп китеп, шулар менән 3 – 4 ай
үтеүгә кеше яҙмыштарын пыран-заран кил-
тергән ҡәһәрле һуғыш та тамамлана. Һуғыш
бөткәс, шул тирәләге лагерҙарҙа тотҡонда
булған 25 меңләп кешене бер урынға йыялар.
Шуларҙың меңдән ашыуы ғына Тыуған илгә
ҡайтырға теләге булыуын белдерә.
Ҡалғандарының да үҙ ерҙәренә бик ҡайтҡыһы
килә лә ул, әммә улар, Иосиф Сталиндың
«Хәрбиҙәрҙең пленға эләгеүе һәм дошманға
ҡорал ҡалдырыу яуаплылығы тураһында»ғы
270-се бойороғо менән яҡшы таныш булған-
лыҡтан, был уйҙарынан кире ҡайта. Сөнки ул
мәлдә тотҡонлоҡҡа эләгеү Тыуған илгә хыя-
нат итеүгә тиңләнә. Ниндәй генә михнәт
күрһә лә, бындай аҙымға бармаған Фәтхулла,
ни булһа ла булһын ти ҙә, ҡайтыу яғын ҡарай.
Ул бер нәмәне яҡшы белә: үҙ теләге менән
дошман яғына сыҡманы, бер ваҡытта ла
һатылып, илебеҙгә ҡаршы эш алып барманы.
Пленға хәрби алыш мәлендә, яраланып, ҡан-
һырап, иҫһеҙ ятҡанында эләкте.
Уларҙы Австрияға оҙаталар. Артабан
Фәтхулла Чехословакия, Венгрия ерендә хеҙ-
мәт итә. 1947 йылда инде уларҙы Литваға
алып киләләр һәм тотҡонға эләккәне өсөн яза
биреп, тағы ете йылға Себер тарафтарына
ауыр эшкә оҙаталар. Мәңгелек боҙ ятҡан
төбәктә ир ҡорона инеп, ҡылмаған гонаһтары
өсөн тулы яза алып, Сталин үлгәс кенә – 1953
йылда ғына Аҡъярға ҡайтып төшә.
Фәтхулла Юламанов ҡайтып ингәндә иле-
беҙ һуғыш михнәттәренән арынып, емерек-
лектәр тергеҙелеп, тормош матурланып кил-
гән саҡ була. Ата-әсәһе, туғандары уны һағы-
нып ҡаршы ала. Күпте күргән әсәһе: «Улым,
инде ҡыҙҙар күҙләп йөрөргә йәш-елкенсәк
түгелһең, 30-ға еткән ирһең. Бына күршелә
генә Гәүһәр исемле үҙе һылыу, үҙе уңған ҡыҙ
бар. Шуға өйләнәһең», – тип әйтә.
Ҡәҙерлеһенең һүҙен йыҡмай Фәтхулла.
Матур ғына йәшәп китәләр, бер-бер артлы
биш балалары тыуа. Колхозда ең һыҙғанып
эшләп йөрөгән мәлдә – 1961 йылда һуғыш
яралары үҙҙәрен һиҙҙертә башлай. Аяғы
шешеп китеп, оҙаҡ дауаханала ята. Табиптар
һул аяғын ҡырҡырға ҡуша. Түҙемлеге, ныҡлы-
ғы менән сит ерҙәрҙә лә үлем тырнағынан
ҡотолоп ҡалған башҡорт ир-егете был юлы
ла, даими гимнастика яһап, дауалау физкуль-
тураһы менән шөғөлләнеп, аяғын һаҡлап
ҡала.
– Бөйөк Ватан һуғышының икенсе төркөм
инвалиды булһа ла, ул әле лә физик күнекмә-
ләр яһауҙан туҡтамай. Көнөнә ике тапҡыр саф
һауаға сығып йөрөй, дөрөҫ туҡлана, – ти ҡыҙ-
ҙары Гөлшат менән Гүзәл. – Әсәйебеҙ менән
улар 60 йыл бергә татыу ғүмер итте, сәләмәт
тормош алып барҙы. Үкенескә күрә, бынан
биш йыл элек әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа күсте.
Беҙҙе ул берҙәм булырға, бер-беребеҙҙе
ниндәй хәлдә лә ташламаҫҡа, таҙалыҡҡа һәм
йыйнаҡлыҡҡа өйрәтте.
Юламановтарҙың биш балаһы ла Хәйбулла
районында йәшәй. Гөлсөм апайҙары ғына
Байғусҡар ауылында тора, ҡалғандары –
Гөлшат, Гүзәл, Илшат, Рәжәп Аҡъярҙа
төпләнгән. Әлеге көндә Фәтхулла Әһлиулла
улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ
алған иркен фатирҙа Гөлшат ҡыҙы менән
йәшәй. Беҙ ветеран тураһында яҙырға бар-
ғанда ҡыҙҙары, Гөлнара килене уның янында
ине. Хәл белергә ике
улы ла инеп сыҡты.
– Көн дә шулай
хәлен белешә-
беҙ. Оло кешегә
ни, күп кәрәк-
мәй, йылы
һүҙебеҙҙе ишет-
һә лә, яҡты
йөҙөбөҙҙө күрһә лә
ҡыуа нып китә, – ти
ҡыҙы Гүзәл Рәшитова. Үҙен
гел маҡтап ҡына телгә алған балаларына
ветеран да һөйөп баға:
– Аллаға шөкөр, балаларым шәп. Атай, тип
өҙөлөп торалар. Хөкүмәтебеҙ ҙә хәстәренән
айырмай. Ил етәкселегенә рәхмәт, йәшәйе-
шебеҙ яҡшы. Ошо муллыҡтан, тыныслыҡтан
айырмаһын. Йәш быуын һуғышты белмәһен,
күрмәһен! – ти Фәтхулла Юламанов, түшен-
дәге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы
ордены, «Гер манияны еңгән өсөн» һәм бик
күп юбилей миҙалын сыңлатып.
– Михнәттәрҙе күп күргәнһегеҙ, ауырлыҡ-
тар ҙа аҙ булмаған. Йәшегеҙ 95-кә етһә лә,
кәүҙәгеҙ төҙ, аҡылығыҙ камил. Нәҫелегеҙҙә
оҙаҡ йәшәүселәр бармы? – тип һораным
ветерандан. Ул, һалдаттарса, кәүҙәһен тағы
ла турайтып:
– Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Мәмбәттә
йәшәүсе бер туған апайым, ваҡытында
Башҡортостан Республикаһы Президенты
ярҙамсыһы булған Миҙхәт Әхмәтхан улы
Мәмбәтовтың әсәһе, 100 йәшкәсә йәшәне.
Ул, оҙон ғүмерлекте һиңә ҡалдырам, ҡустым,
тип әйткәйне. Бер туған ҡустым Һибәтулла
Әһлиулла улы Юламанов оҙаҡ йылдар
Башҡортостан прокуратураһында прокурор
ярҙамсыһы булып эшләне. Ул әле лә иҫән,
Өфөлә йәшәй, яңыраҡ 90 йәшен туйланы, –
тип яуапланы. – Бирешергә ярамай, беҙҙеке-
ләр әле иҫән. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 73 йыл-
лығын районда туғыҙ ветеран иҫән-һау ҡар-
шылай. Күҙ йәштәре аша яуланған байрамы-
быҙ менән, иптәштәр!
Гөлдәр ҠАДАЕВА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға