20.05.2016 Яҙмыштарында – ил тарихы
Май – яҙҙың көҙ менән осрашҡан ваҡыты ғына түгел, һуғышты тыныслыҡ еңгән мәл. Бөйөк Еңеү көнө лә фәҡәт кешеләрҙең матур, тыныс тормошҡа булған өмөттәрен тормошҡа ашырыу ваҡыты һымаҡ. Шуғалыр ҙа олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ айы тип ҡабул ителә.
Ике олатайым да – яугир. Береһе һуғыштан еңеүсе булып ҡайтҡан. Ул – Динислам Абдрахман улы Хөснитдинов. Әммә оҙаҡ йәшәй алмаған. Икенсе олатайым – Харис Ситдиҡ улы Ситдиҡов Воронеж фронтында хәбәрһеҙ юғалған. Хәҙисә өләсәйем уны, иҫән булһа, ҡайтыр, тип көтөп-көтөп, мәрхүмә булып киткән. Яугир олатайым тураһында мәғлүмәт эҙләп, төрлө архивтарға хаттар ебәрҙем, бик алыҫтарға шылтыратып белештем. Архивта эшләүселәр йылы һөйләште, кәңәштәрен бирҙе. Эшемде райондың хәрби комиссариатынан башлағайным, ай эсендә олатайымды таптым! Германияға, Алыҫ Саксония еренә ҡыуып алып киткәндәр ҙә һаҙмыт ергә алып барып ташлағандар. Тотҡон һалдаттар йәшәү урыны итеп, үҙҙәренә ер өң ҡаҙып әтмәләп алған. Яраларҙан, ауыр эштән, йоғошло ауырыуҙарҙан көнөнә 250 – 300 кеше һәләк булған. Иҫән ҡалғандарынан мәйеттәрҙе бер соҡорға күмдергәндәр.
Олатайым да 1942 йылдың ноябрендә һәләк булған... Олатайымды ла, өләсәйемде лә күрмәһәм дә, үҙем эҙләгән ҡағыҙҙы тапҡас, бик ауыр кисерҙем был фажиғәле ваҡиғаларҙы...
Ҡайһы бер архивтарға хатымды конвертҡа һалып, боронғоса ебәрергә тура килде.
Яуҙан иҫән ҡайтҡан олатайҙарҙың береһе – Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Хәлфетдин Мырҙағәле улы Ишморатов. Ун һигеҙ йәшенән фронтҡа алынып, тыуған төйәгенә гвардия старшинаһы званиеһында еңеүсе булып ҡайтҡан яугир ауылдаштары күңелендә ябай, ихлас, эшһөйәр, туғандары, ерҙәштәре өсөн йән атып тороусы булараҡ һаҡлана. Заһира Солтан ҡыҙы менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр ҡайһыһына белем, тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яраларынан баҡый донъяға иртә күскән. Ҡаһарман хаҡында хәтирәләрҙе 22 майҙа, йәкшәмбелә, 10 сәғәт 10 минутта “Яҙмыштарҙа – ил тарихы” тапшырыуында тыңларға мөмкин, ҡабатлау – 20 сәғәт 10 минутта. Яугир тураһында “95-я гвардейская” тигән китапта ла яҙылған.
Тапшырыуҙарымдағы геройҙарым тураһында яҙылған “Еңеүселәр” исемле йыйынтығым тамамланыуға бара. “Бәйләнештәр” сайтында ла улар хаҡында ҡыҫҡа хәбәрҙәр яҙам, фотоларын ҡуям. Ваҡыт табып, иғтибар итһәгеҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ, рәхмәтле булыр инем. Һылтанма ошо: https://vk.com/club115778612.
Венера Ситдиҡова.