«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » "Һуғыш балалары - тарих яралары"



12.05.2016 "Һуғыш балалары - тарих яралары"

"Һуғыш балалары - тарих яралары"Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында йәшәүсе
Рәсимә Акилова хәбәр итә:

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр генә түгел, тыл ветерандарының да көндән - көн сафтары һирәгәйә бара.
Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы моделле китапханаһында Еңеүҙең 71-се йыллығына ҡарата "Һуғыш балалары - тарих яралары" исемле тыл ветерандары менән осрашыу, хәтер кисәһе үтте. Уға бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән тыл хеҙмәтсәндәре һәм яу яланында баштарын һалған яугирҙәрҙең балалары саҡырылды.

Ҡунаҡтар өсөн өҫтәл табыны әҙерләнде. Кисәне асып китапханасы Рәсимә Акилова, инәй-олатайҙаға иҫәнлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләне һәм бүләктәр тапшырҙы. Осрашыуҙы артабан хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ауылыбыҙ ағинәйе Гүзәл Ғүмерҙаҡ ҡыҙы дауам итте.

Шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәрен ветерандар ойошмаһы етәксеһе Фәтих Ишмөхәмәт улы Еңеү көнө менән ҡотлап үтте. Илһөйәр Сынбулатова, Гөлбикә Билалова, Зөбәржәт Билалова шиғырҙар һөйләне. Шулай уҡ “Ағинәйҙәр” клубы башҡарыуында йыр һәр кемдең күңеленә хуш килде. Аҙаҡтан барыһы ла яу яланында ятып ҡалған һәм беҙҙең ошо тыныс тормош өсөн һәләк булған ауылдаштарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Ҡунаҡтар Еңеү өсөн үҙҙәрен аямай эшләгән, аслыҡтан, яланғаслыҡтан интекһәләрҙә бөтәһе лә фронт өсөн тип тырышҡан. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған ололарҙың хәтирәләрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. "Башҡаса бер ваҡытта ла бындай һуғыш булмаһын, балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен", - тине улар.

Йылдар үтә, һуғыштың утлы көндәре һаман да йөрәктәрҙә йәшәй.Бөйөк Еңеүҙең хаҡы, ысынлап та бер ваҡытта ла онотолмаһын ине.
"Һуғыш балалары - тарих яралары"
"Һуғыш балалары - тарих яралары"
"Һуғыш балалары - тарих яралары"
"Һуғыш балалары - тарих яралары"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға