10.05.2016 Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис
Учалы районы Ураҙ ауылының туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуыусы һуғыш ветераны өсөн 9 Майҙан да ҙурыраҡ байрам юҡ
– Һуғыш кемде аяһын? Бер кемде лә аямай ул: фронттағылар ҙа ҡан ҡойош эсендә ыҙа сигә, тылдағыларға ла михнәт һурпаһы етерлек тейә, – Учалы районы Ураҙ ауылының һуғыш ветераны Рәис Вәлиев көрһөнә. – Һуғыш осоронда бик интегеп, ауыр эштән миктәп, саҡ йән аҫрап йәшәнек, күптәр аслыҡтан ҡырылды. Һалҡын, оҙон ҡыштан һуң, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән баҡсаға сығып, серек бәрәңге эҙләйбеҙ, бер нисә бөртөк тапһаҡ та – оло ҡыуаныс. Балтырған, кесерткәндән аш бешереп, тамаҡ ялғаныҡ. Колхоз эшендә йөрөһәк тә, мәктәптә уҡыуҙы ташламаныҡ.
Ете синыф белемле Рәис комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй, ҙурайғас, мотлаҡ комбайнсы буласаҡмын, тип хыяллана – үҙе ҙур техникала баҫыуҙарҙы иңләп йөрөгөһө килә. Һуғыштың еңеү менән тамамланырына, тиҙҙән тыныс тормошта йәшәй башларҙарына тамсы ла шикләнмәй улар, йәш кенә тыл батырҙары. Бар уй-ғәмдәре тик шуға бәйле була: “Бына һуғыш бөтһә...”. Ураҙҙағы бөтә өлкән ир заты яуҙа йөрөгәндә, 1944 йылда уларға ла, ун ете йәшлек егеттәргә лә, фронтҡа китергә сират етә. Ауылдан: Аһулла Әлмәтов, Ғәзиз Зиннуров, Фуат Шәрипов, Вәкил Заһиров һәм Рәис Вәлиев сығып китәләр. Уларҙы Мейәскә тиклем санала оҙаталар, унан Рәис Йәнгир улы Ырымбур өлкәһендәге снайперҙар мәктәбенә эләгә. Землянкаларҙа йәшәп, наҡыҫ ҡына ҡаты-ҡото менән тамаҡ ялғап, көндәр буйы төрлө күнекмә үтәләр. Төплө әҙерлектән һуң, һуғышҡа индек, тигәндә, Германияның капитуляцияһы тураһында мәғлүм була. Һуғыш бөткәс, бәлки, беҙҙе өйҙәребеҙгә таратырҙар, тип, һалдаттар йүнләп ҡыуанырға ла өлгөрмәй, уларҙы, йәһәт кенә эшелондарға тейәп, Көнсығышҡа ебәрәләр. Өҙөк-һурыҡ хәбәрҙәрҙән Япония милитаристарының беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш асыуын белгәс, күңелдәренә ҡурҡыу оялай, тиҙ генә өйгә ҡайтыу өмөтө өҙөлгәндәй тойола. Барыһына ла тыуған йортҡа кире ҡайтыу бәхете эләкмәй: күптәрҙең ғүмерен дошман пуляһы, снарядтары ҡыя, сүллектә бер тамсы һыуға зар-интизар булып, сарсап та үлә егеттәр.
– Сүллек буйлап ҡорал йөкмәп, Оло Хинган тауҙарына табан барғанда, иптәштәребеҙ әлһерәп йығыла ла, һыуһыҙлыҡтан интегеп йән бирә, ярҙам итер әмәлең юҡ, үҙең дә шул бер сама, – һуғыш ветераны өсөн 1945 йылғы ваҡиғалар кисә генә булғандай – барыһы ла әүәлгесә күҙ алдында. – Нисек түҙгәнбеҙҙер, белмәйем... Япондар ныҡ ҡаршы торҙо, көслө ҡоралланғайнылар, беҙ ҙә бирешмәйбеҙ, аяуһыҙ алыштар көнө-төнө барҙы. Барыбер еңдек дошманды. Яраланған япон һалдаттары, әсир төшмәҫ өсөн, эстәрен бысаҡ менән яра торғайны, уныһы үҙе бер йән өшөткөс күренеш. Һуғыш бик ҡурҡыныс ул. Бер кемгә лә ундайҙы күрергә яҙмаһын.
Япондарҙы еңгәс тә, снайпер Рәис Вәлиевҡа Манжурияла тороп ҡалырға тура килә. Унда осраҡлы рәүештә еҙнә тейешле кешене осрата: һуғыш осоронда Порт-Артурҙа хеҙмәт иткән Абдулла Рәисте танып, үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Сит-ят ерҙә һәр таныш яҡын туғандай күренә, Рәис өсөн дә Абдулла еҙнәһе менән күрешеү ҙур ваҡиғаға әйләнә. Оҙон ете йыл хеҙмәттән һуң, Рәис Йәнгир улы тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ә ҡайтыуына бар ерҙә әүәлгесә аслыҡ-яланғаслыҡ, етешһеҙлек... Ҡытайҙа ашау яғы яҡшы, физик әҙерлеге лә тейешле кимәлдә булғас (Рәис дивизияла штанга күтәреү буйынса бер нисә тапҡыр еңеү яулай), һалдаттың көс-ҡеүәте ташып тора, шуға ла өйҙә оҙаҡ ял итеп ята алмай, колхозға эшкә сыға, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, комбайнға ултыра. Турник яһап, шунда иртәле-кисле күнекмәләр яһаған Рәискә күҙ атыусы ҡыҙҙар аҙ булмағандыр, әммә уның күңеле Илтабан ауылы ҡыҙы Нурияға ята. Комбайнсы егет һөйгәненә өйләнә. Илле туғыҙ йыл бергә ғүмер иткән Вәлиевтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән Радик, Рафаэль, Нурҙиҙә, Рәйсә һәм Рушан бөгөн үҙҙәре олатай-өләсәй инде. Рәис Йәнгир улының ҡатыны дүрт йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән, ләкин ул яңғыҙ түгел – балалары ата йортона эҙҙе һыуытмай. Ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр өсөн дә ул ҡәҙерле олатай. Бар ғүмерен иген игеүгә бағышлаған ветеран, яуҙағы һымаҡ, баҫыуҙа ла һынатмай, гел алдынғылар сафында йөрөй, социалистик ярыштар еңеүсеһе булараҡ таныла.
Өлгөлө ғүмер кисереп, һикһән һигеҙ йәшкәсә күҙлек кеймәгән, донъя яңылыҡтары менән даими хәбәрҙар булған, “Йәшлек”те лә алдырып уҡыған Рәис Вәлиев – беҙ барғанда ауырый ине. Тын юлым ҡыҫыла, тип бошондо. Шулай ҙа Радик улы хоккей, бокс ярыштары тураһында һүҙ сығарғас, күҙҙәре ялтырап китте – ошо спорт төрҙәре буйынса бәйгеләрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтә ул. Спортсыларҙан тыш, артист, йырсыларҙы ла телевизор, матбуғат аша танып белгән ветеран, йөрәкһеп, 9 Май байрамын көтә. Уның өсөн Еңеү көнөнән дә бөйөгөрәк байрам юҡ, тине улы һаубуллашҡанда: “Еңеү көнө – ул бит тыныслыҡ, өмөт, бәхет көнө. Шуларҙан юғарыраҡ, ҡәҙерлерәк тағы ни бар?!”.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.