«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » "Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."



28.04.2016 "Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."
"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."
"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәгән Башҡортостан ветерандары һәм тыл эшсәндәренә бағышланған, Еңеү көнөнә арналған музыкаль-поэтик кис шулай тип аталды.
Кисәгә килгән ҡунаҡтар Мәскәү "Буфф" театрында театрлаштырылған концертты ҡарау ғына түгел, Бөтә Рәсәй милләт-ара йәштәр союзы һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара Ассоциацияһы көсө менән баҫып сығарылған "Еңеүҙең 70 тарихы" исемле китабы менән дә танышты. Тарихтарҙың авторҙары олатай-өләсәйҙәренән яҙып алған, ишетеп белгән тетрәндергес ваҡиғаларҙы туплап был китапҡа индергән. Һәр бер тарих тәрән мәғәнәле, аяныс ваҡыттарҙы һүрәтләй, уйланырға мәжбүр итә. Еңеү өсөн бөтә илдең көрәшеүе, ир-егеттәрҙең, хатта малайҙарҙың фронтҡа китеүе, ҡатын-ҡыҙҙар, балаларҙың алһыҙ-ялһыҙ тырышып, ҡулдарынан килгәнсе Еңеүгә ҙур өлөшөн индереүе - былар барыһы ла китапта сағылдырылған. Сараға килгән инәй-олатайҙар был тарихтарҙы ишеткәс, үҙҙәре үткән юлды, үҙ күҙҙәре менән күргән ваҡиғаларҙы иҫләгәндер, тойғандыр. Ҙур теләк менән беҙ, был кистә ҡатнашыусылар, ойоштороусылар уларҙың хәтирәләре менән уртаҡлаштыҡ, кәйефтәрен күтәрергә, тырыштыҡ. Бер өҫтәлдә ултырып сәй эсеү, фекерҙәр менән алышыу, рәхмәтебеҙҙе белдереү, аралашыу - үҙе ҙур хөрмәт беҙгә, йәштәр өсөн.
"Китаптың тарихтары ябай һәм ҡыҙғаныс факттар түгел, ә ҡайғыға тулған тойғоло хикәйәләр. Беҙ уларҙың иң мөһимен сағылдырырға тырыштыҡ, сөнки аяуһыҙ һуғыштың бөткән әһәмиәтле көнөнән йылдар үткән һайын, бәхетһеҙ ваҡиғаның шаһиттары әҙәйгән һайын, хәтирәләрҙе тере һаҡлап ҡалдырыу бик мөһим", - тип һөйләй "Еңеүҙең 70 тарихы" проекты етәксеһе һәм музыкаль-поэтик кистең төп ойоштороусыһы, идея авторы Фатима Янбаева.
Беҙҙе үҙҙәренең кидеүҙәре менән ҡыуандырған, һоҡландырған ветерандарыбыҙ, тыл эшсәндәре: Белорет районы Манышты ауылынан Мәһәҙей Ғәли улы Ғәлин- подполковник, Мәсетле районы Тайыш ауылынан Мансур Ғәле улы Вәлиев, Өфө ҡалаһынан Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡов - кинооператор, Шишмә районы Яңы Үс ауылынан Йәмил Мостафа улы Мостафин - тыл эшсәне, Иглиндән Анатолий Филипп улы Поздеев - генерал-майор, Балтас районы Мәнәгәз ауылынан Флүрә Ҡасим ҡыҙы Әхмәтова - полковник.
Бындай күрешеүҙәр һис шикһеҙ кәрәк, мөһим, сөнки был сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре менән генә осрашыу түгел, ә бөтөнләй ике төрлө быуын осрашты, ҡеүәттәре менән алышты, ихлас күңелдән аралашты. Кисәгә әҙерлек ваҡытында мине йәштәрҙең ижади дәрте һоҡландырҙы. Хәҙерге һәм киләсәк быуынды информатиктар һәм потребителдәр быуыны тейҙәр, хәҙер мин һис шикһеҙ был фекер яңылыш тип әйтә алам. Үҙҙәренең баш ҡалалағы тығыҙ графиктарына ҡарамаҫтан, улар, ваҡыт ҡына табыу түгел, ҙур теләк менән бик ҙур эш башҡарҙылар, ветерандарға рәхмәттәрен белдерҙеләр. Беҙ студенттар менән сығыш яһауға илһамды бер өҫтәлдә ултырып сәй эскәндә ветерандарҙан алдыҡ. Минеңсә, музыкаль-поэтик кис юғары кимәлдә үтте. Йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр һәм тере музыка... Бында кистәр күҙ йәштәрһеҙ үтмәй. Һәм әлбиттә, бындай осрашыуҙар беҙгә, йәштәргә генә түгел, ә беренсе сиратта ветерандарға бик кәрәк. Ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға мин сикһеҙ рәхмәтлемен. "Беҙ күрмәнек һуғышты...", һәм беҙ рәхмәтлебеҙ. "Беҙ күрмәнек һуғышты...", һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ.
Беҙ булдырған эш - йылдан-йыл кәмеп барған ветерандарға концерт күрһәтеп, кәйефтәрен күтәреп был кисәгә саҡырыу һәм күҙҙәрендә ҡыуаныс күреү, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү - бик изге эш, һәм был мөмкинселекте ысҡындырмағаныбыҙға бик шатбыҙ.
Гөлйемеш Ласынова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға