06.02.2016
«Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»
2016 йыл Салауатта ошондай исем аҫтында үтәсәк!
Быйыл Башҡортостаныбыҙҙың данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула. Шуға күрә Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән 2016 йылды дивизияның легендар етәксеһенә арнап, «Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа – Рәсәй Геройы!» исеме аҫтында уҙғарыу иғлан ителде. Был акцияны хуплап, ҡалабыҙға батырҙың тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалы районынан делегация килде.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Рәмил Әхмәтов, Шайморат ауылының ветерандар советы рәйесе Әфхәт Ниғмәтуллин, Иҫке Муса ауылының мәктәп музейы етәксеһе Фәниә Юнысова, «Даирә» гәзите хәбәрсеһе Эльнара Әбекәсева милли батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡалалағы фекерҙәштәре менән осрашыуға бик шатланып, илһамланып, рухланып килеп еткәйне. Салауаттар ҡунаҡтарҙы «Юрматы ере» мемориаль комплексында ҡаршы алды. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында улар ҡалабыҙҙың тарихы, бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынып танышты. Артабан ҡунаҡтарҙы ихлас күңел һәм яҡты йөҙ менән 25-се башҡорт гимназияһы ҡаршы алды. Был белем усағы Әҙәбиәт йылын ябып, Рәсәй киноһы йылын асыу, «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!» акцияһына арнап штандарттарҙы тапшырыуҙы башлау буйынса матур байрам ойоштороу урыны ла ине ул был көндө.
– Бөгөн беҙ былтыр ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан Әҙәбиәт йылына арнап башланған марафонды йомғаҡлайбыҙ һәм быйыл икенсе акция йылы тип иғлан итәбеҙ. Акцияның үҙенә башланғыс былтыр 9 декабрҙә, Ватан Геройҙары көнөн билдәләгәндә, Салауат делегацияһы бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы районына барғанда һалынғайны. Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен юллау өсөн ҡултамғалар йыйыу идеяһын Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы яңынан күтәреп сыҡты һәм ҡырмыҫҡалылар – атаҡлы комдивтың яҡташтары шунда уҡ уны күтәреп алды. Башҡорт халҡының данлыҡлы улына Герой исеме бирелеүгә республика, Рәсәй халҡы ярҙамы, тырышлығы менән ирешербеҙ, тип ышанам, – тине Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сибәғәт Рахманғолов.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Зуев, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ниндәй генә һуғыш, хәрби бәрелештәр булмаһын, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, илһөйәрлеге менән айырылып тороуын билдәләне. Шуға күрә лә батырҙар тейешле баһа алырға тейеш, тине.
Әлбиттә, сара башында Әҙәбиәт йылына йомғаҡ яһалды.
– Беҙҙең гимназия былтыр йыл буйына исемле йыл маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ҙур көс һалды. Төрлө саралар менән бер рәттән, уҡыусылар ижадынан торған йыйынтыҡ сыҡты, уҡыусыларыбыҙ төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә лә һынатманы. Әҙәбиәт йылы балалар өсөн эҙһеҙ ҡалманы, улар китап уҡыуҙың кәрәклеген, файҙалы булыуын аңланы, – тине белем усағы директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, былтыр Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башланғысы менән йыл буйына Әҙәбиәт йылына арнап исемле йылдың штандартын ойошма һәм учреждениеларға тапшырыу марафоны ойошторолғайны. «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе, музыка, белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледждары, китапхана, 53-сө балалар баҡсаһы, 25-се башҡорт гимназияһы, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, «Салауат» гәзите редакцияһына, уны күтәреп алып, үҙҙәренең коллективтарында төрлө саралар ойоштороп, әүҙемлек күрһәткәне өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәғариф идаралығы етәксеһе Фруза Хәбибуллина Әҙәбиәт йылының белем биреү учреждениелары өсөн әһәмиәтле булыуын, быға тиклем дә данлыҡлы дивизия командирына Герой исеме биреүҙе юллау буйынса ҡултамға йыйыу акцияһында белем биреү учреждениеларының актив ҡатнашыуын әйтеп үтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Юлтимеров шулай уҡ яугирҙарыбыҙҙың үҙ ғүмерен йәлләмәй, халыҡ азатлығы өсөн баш һалғанын, данлы улдарҙы оноторға ярамағаны хаҡында һөйләй, һуғыш шаһиттары булараҡ был акцияны хуплаясаҡбыҙ, тине.
25-се башҡорт гимназияһының һәр яҡлап һәләтле уҡыусылары үҙҙәренең сығыштары менән сараға йәм өҫтәне. Балаларҙың Башҡортостанды данлап шиғырҙар һөйләүе, йырҙар яңғыратыуы ҡунаҡтарҙың йөрәгенә май булып ятты. Улар йәштәрҙең рухлы итеп тәрбиәләнеүенә һоҡланыу белдереп, сығыш яһаусыларҙы алҡыштарға күмде.
Шул мәлдә сәхнәгә Салауат ҡалаһының тағы ла бер илһөйәр егеттәр төркөмө күтәрелде. Индустриаль колледждың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлын ентекле өйрәнеүсе «Патриот» клубы ағзалары башҡарыуындағы «Шайморатов генерал», «Батырҙар йыры» кисәнең гимны кеүек яңғыраны.
«Сатҡылар» берекмәһе ижадсыһы Наилә Биктимерова үҙенең тыуған яғы Ҡырмыҫҡалыла булып, арҙаҡлы яҡташына ҡуйылған һәйкәлде күргәндән һуң тыуған, Зиләрә Рафиҡова олуғ генералды данлап яҙған шиғырын уҡыны.
«Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа – Рәсәй Геройы!» атамаһы менән эшләнгән штандарттың береһе Ҡырмыҫҡалы делегацияһына, икенсеһе Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығына тапшырылды.
– Мин йәштәрҙе бөгөнгө тыныс, матур тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белергә саҡырам. Шайморатов беҙгә ниндәй бәхет бирергә тырышҡан, шуны йөрәгебеҙ түрендә йөрөтөргә кәрәк. Әгәр беҙ уға Герой исемен ала алһаҡ, республика өсөн ниндәй ғорурлыҡ булыр ине, – тине Шайморат ауылының ветерандар советы етәксеһе Әфхәт Ниғмәтуллин.
Ҡырмыҫҡалынан килгән ҡунаҡтар ҡалабыҙҙың йәмиғ мәсетенә лә инде. Улар дини йорттоң ҙурлығына, матурлығына һоҡланыуын йәшермәне. Рәмил хәҙрәт ҡырмыҫҡалыларҙы ҡала диндарҙарының эше, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.
Сәфәрҙәре тамамланып, хушлашҡанда, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Рәмил Әхмәтов салауаттарға делегацияны яҡшы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Салауат ҡалаһына килеү, музейға барып, уның тарихы, мәсеттә дини тормош менән танышыу беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Айырыуса 25-се башҡорт гимназияһында оло мәғәнәле байрам ойошторолоуы күңелебеҙгә ятты, – тине ул.
Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовты беҙҙең республика халҡы ғына түгел, сит яҡтарҙа ла ҙурлайҙар. Луганскиҙа 18-се миномет батареяһына уның исеме бирелгән.
Ә инде штандартты ойошмаларға, учреждениеларға тапшырыу яҡташтарыбыҙҙың күңеленә рухи ныҡлыҡ ҡуҙы, илһөйәрлек хисе өҫтәп ебәрер. Уның төп маҡсатына ирешеүгә, йәғни данлыҡлы генералыбыҙға Герой исемен биреүгә ҙур, хәл иткес өлөш индерер, тигән ышаныс уята.
Гөлнара АСҠАРОВА.
Автор фотоһы.