RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.05.2014 Һынмаҫ рух көсө

Һынмаҫ  рух көсөҒәҙеллек бар ул

– Ағай, миңә өйгә ҡайтып килергә ине... – ун ете йәшлек Хаммат Манапов, һуғыш­ҡа китәһегеҙ, тигәнде ишеткәс, ни әйтергә белмәй, бер аҙ тапанып торҙо ла, бер хәрби комиссариаттан килгән кешегә, бер Ҡыпсаҡ ауыл советының “Ворошилов” колхозы етәксеһенә өмөтләнеп ҡараны.

– Ниндәй өйгә ти ул?! Тегеләй-былай йөрөргә ваҡыт бармы? – хәрби комиссариаттан килеүсе екереп ебәрҙе.

– Әсәйем менән хушлашайым, тигәйнем, – үҫмерҙең күңеле тулышты, тамағына килеп тығыл­ған төйөрҙө саҡ йотто, илап ебәрмәҫ өсөн күҙҙәрен сылт-сылт йомдо. – Ул бит мине, урман эшендә йөрөй, тип уйлар.

– Әсәйеңдең нимә уйлауында минең эшем юҡ, ҡайтҡас, хушлашырһың, – хәрби кейемдәге әҙәм үҙенең ни әйткәнен дә ишетмәне, аңламаны, буғай, етди рәүештә һүҙен дауам итте. – Тыуған илде һаҡлау бурысы – һәр кемдең мөҡәддәс бурысы.

Тик уның артабан нимә тураһында һүҙ ҡуйыртҡанын оло хәсрәткә батҡан Хам­мат ишетмәне, әсәһен уйланы: “Әсәйем­дең бәхетенән, имен-һау әйләнеп ҡайтһам ярар ине, уны ҡара ҡай­ғылар­ға һалмаһам ярар ине...”

Хаммат 1925 йылдың 13 июлендә Байғаҙыла йә­шәүсе Нурисафа менән Ғарифулла Манапов­тар­ҙың ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа. Үкенескә күрә, аталы-әсәле бәхетле бала сағы оҙаҡ бармай, иртә тамамлана: тәүҙә милиционер, һуңынан колхозда бригадир булып эшләгән атаһы Ғарифул­ланың башына көнсөл әҙәмдәр етеп ҡуя. Әллә күпме аты, һыйыры бар, тип алдап күрһәтеп, кулак мөһөрө һуғып, уны төрмәгә оҙаталар. Нурисафа өс балаһын – Әхмәт, Хаммат, Ғәбиҙәһен ҡосаҡлап, зар илап ултырып ҡала. Шул китеүенән нахаҡҡа ғәйепләнгән Ғарифулла кире әйләнеп ҡайтмай (күп йылдар уҙғас ҡына уның исеме аҡлана). Кулак балаларына ҡара көндәр тыуа: ни ашарға, ни кейергә юҡ, һәр яҡтан – тик йәбер һәм әр... Биш йәшлек Хамматҡа ағаһы Әхмәт менән кешегә ялланып тамаҡ туйҙырырға, ялан тәпәй йөрөп ауыл малын, колхоз һарыҡтарын көтөргә тура килә. Ҡырҙа туңдырғыс ҡарлы ямғырҙар аҫтында өшөп-туңып йөрөгәндә, кескәй генә малай дер-дер ҡалтырап: “Атай, ҡайт инде!” – тип яҡын кешеһен саҡыра. Аслыҡтан йонсоп ҡатҡан, көйҙөргөс ҡояшта янып ҡарайған, шунлыҡтан ҡарт бабайға оҡшап ҡалған балаҡай­ҙар атайҙарын ныҡ һағына ла бит, тик уның ҡайтыр юлдары бикле булыуын белмәй шул... Тамаҡтары ашҡа туймау, өҫтәренә кейем эләкмәүҙән бигерәк, барыһының да улар­ҙы ситкә тибергә тырышыуы үҙәктәренә үтә. “Кулак балаһы!” – ошо ике һүҙ улар­ҙың тормошон ҡараға буяй, йәшәүҙәрен ағыулай... Ҡағылып-һуғылып үҫһәләр ҙә, күңелдәре ҡатмай балаларҙың. Сабыр, тыныс холоҡло, эшһөйәр булып үҫмерлек осорона аяҡ баҫалар. Һәм бына – һуғыш! Әхмәтте һуғыш башланғас та фронтҡа алалар. 1942 йылдың декабрендә бәләкәй генә буйлы, ҡаҡса Хамматҡа ла сират етә, повестка килә. Баш ҡалала медицина комиссияһын үткәс, уны Ленинградҡа ебәрәләр. Фашис­тарҙың һауа һөжүменә ҡаршы булдырылған аэростат оборонаһы составында немец илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

– Ҡурҡырға ваҡыт булманы, килгән көндән ут эсенә инеп киттек тә, һуғыштыҡ та йөрөнөк, – ти һуғыш ветераны. – Ошо тамуҡтан тыуған еремә иҫән-һау ҡайтып, өс көн туйғансы икмәк ашаһам, үлһәм дә үкенмәҫ инем, тип нәҙер әйттем. Сөнки үҫкәндә лә тамаҡ туйманы, фронтта ла аслы-туҡлы һуғыштыҡ, бар уй-ғәм икмәктә ине.

Еңеүҙе ул Германияның Люксем­бург ҡалаһында ҡаршылай. Бала сағында йүнләп белем алырға мөмкинлек бирмәгәс, Хаммат үҙенең имен булыуын хәбәр итеп, әсәһенә хат та яҙа алмай, уларҙың да хәлдәрен белә алмай йонсой. Инде ҡайтам, тип өмөтләнгән егеттең ҡанаттарын һындыралар – улар­ҙың эшелоны һис бер ҡайҙа туҡтамай тиерлек Көнбайыштан Алыҫ Көнсы­ғышҡа табан юллана. Япон милитаристарына ҡаршы һуғышта һалдаттың башы яралана. Ошоноң менән минең мажаралар бөттө, Уралға ҡайтам, тип дәртләнгән Хамматтың сабырлығын яҙмыш тағы һынай: Квантон армияһын теҙ сүктергәндән һуң ҡайһы бер һалдаттарҙы, шул иҫәптән Бөрйән егетен дә Монголияның Чойбалсан ҡалаһына ебәрәләр. Хаммат 449-сы хәрби госпиталгә хеҙмәткә эләгә. Ҡайғы ла хәсрәт эсендә йәшәгән әсәкәйенә тәүге хатты шунан, Монголиянан яҙып һала, бер аҙ аҡса ла ебәрә. 1949 йылда ул демобилизациялана.

...Ишектә оҙон буйлы, киң яурынлы баһадирҙы күреп, Нурисафа ултыра төшә. Ҡалтыранған ҡулы менән ауыҙын яба һәм ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Улым...” – тип шыбырлай. Үҫкән Ғәбиҙә лә, һуғыштан аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан Әхмәт тә тәүҙә шаҡ ҡата – бәләкәй генә буйлы, ябыҡ ҡына үҫмер урынына күкрәген икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы биҙәгән ҡарағайҙай егетте күр әле! Һуңынан башлана шатлыҡ-ҡыуаныс! Был ваҡытта әсәһе менән һеңлеһе Иҫке Собханғолда йәшәгән була.

Нығынған Хаммат хеҙмәт юлын банкыла ҡарауылсы булып башлай. Ә бер көндө ул типографияла эшләгән үткер телле, һылыу Шәмсинур Әбдрәхимова менән таныша.

– Беҙ Хаммат менән бер яҙмышлы кешеләр, – ти Шәмсинур Фәттәх ҡыҙы. – Шулай тим, сөнки икебеҙ ҙә – кулак балалары. Кулак, тип, шул урта хәлле булғанбыҙҙыр. Атай мал биреп тороп, колхозға инде, Әбделбасир ағайҙы уҡырға ебәрҙе. Тик эшләп йөрөгәнендә, нахаҡҡа ғәйепләнеп, төрмәгә ябылды. Малыбыҙҙы һаттылар, әйберҙе туҙҙырҙылар. Бер ни ҡалдырманылар, өҫтөбөҙҙәге алам-һалам ғына кейем ҡалды. Өйҙө, келәт-ҡуралар­ҙы тартып алдылар, хатта һарай башын да ҡутарып ташып бөттөләр. Өйөбөҙгә бер ғаилә инеп ояланы, беҙ мал өйөнә күсендек. Яңы хужаның бисәһе зәһәр ине: көн аша килеп, тентеп торҙо. Бер устай ғына ҡалған ашты табып, оялмай, шуны алып сығып китте. Бер инеүендә май шәм янып тора ине, шуға ла хужа булды – дөм ҡараңғылыҡта яланғас һикелә астан-ас ултырып ҡалдыҡ... Умарталарыбыҙҙы, ҡойманы ла шул ғаилә бысып яҡты. Баҡсабыҙға бәрәңге сәсергә рөхсәт итмәнеләр... Бәләкәй генә көйөмә тамаҡ хаҡына кеше балаһын да ҡараным, кеше керен дә йыуҙым...

Өс йылдан сиргә һабышҡан атай әйләнеп ҡайтты. Ҡайтты ла, ауырып, түшәктә ятты... Колхозда эш­ләп йөрөгән ағайымдың башына бәлә төштө: косилкаһының бер винты ҡайҙалыр төшөп ҡалған да, кулак балаһы махсус рәүештә сәүит власына зыян ҡыла, тип, уны төрмәгә япты ла ҡуйҙылар. Әлдә бер нисә айҙан һуң үҙен аҡлап ҡайтарҙылар. Ләкин һуғыш сыҡты. Әбделбасир ағайымды һуғышҡа оҙаттыҡ. Ғү­мергенәһе ҡыҫҡа үлсәнгән – яу яланында хәбәрһеҙ юғалып әрәм бул­ды. Ә беҙҙе, сабаталы үҫмер­ҙәр­ҙе, йәштәрҙе, һал ағыҙырға ебәр­ҙеләр. Боҙло һыуҙың һыуыҡлығы! Әле иҫләһәм дә тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Ә ул саҡта кисергәндәр... Һыуҙың аҫты – боҙ, өҫтән ҡар яуа, тән бер-ике минуттан уҡ ҡожорайып ҡата, бер ни тоймай башлайһың. Тәнең генә түгел, йәнең ҡата, йөрәгең өшөй һалҡындан... Саҡ ҡына йылынырға теләп, ярға сығыуың була, усаҡтар янында йылынған һыбайлы ҡарауылсылар ҡамсылар менән һелтәнеп беҙҙе кире һыуға ҡыуа. Әүжәндән бер мәрйә ҡыҙ һыуыҡҡа, ауыр эшкә түҙә алмай, гел илап йөрөнө, бахыр. Эй, уны йәлләйбеҙ, үҙебеҙҙе кем йәлләһен?! Һыуыҡ баракка ҡайтҡас, 400 грамм икмәк тә кәбеҫтә һыуы. Кейемде сыуалға һалып киптерер инең – урын етмәй (өлкәнерәктәр алып бөтә). Ун көн эшләгәс, түҙемлек бөттө, ҡастыҡ. Урманда ут яғып, йылынғас, эй, рәхәт булып китте. Борамға барып етһәк, унда беҙҙе милиция көтөп тә тора. Киренән һал ағыҙырға ҡыуҙылар... Тәнебеҙ, йәнебеҙ туңып, баш баҫып эшләнек тә эшләнек...

Береһе һыуҙы, береһе утты кискән Шәмсинур менән Хаммат сәстәрен сәскә бәйләй, гөлдәй ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡайҙа, кем булып эшләһәләр ҙә, исемдәренә тап төшөрмәйҙәр, гел алдынғылар рәтендә була Манаповтар. Һәр саҡ Кеше булып ҡала. Бер ҡыҙҙары йәшләй баҡыйлыҡҡа күскәс, уның балаларын аяҡҡа баҫтырған олатай менән өләсәй бөгөн ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Шулай булырға тейештер ҙә, юғиһә ғәҙеллеккә ышаныс юғалыр ине. Хәйер, бар ул ғәҙеллек – ҡасандыр кулак балаларын зар илат­ҡандар­ҙың нәҫел тамырҙары тотошлай ҡороған. Ә Манаповтар алтмыш туғыҙынсы Еңеү яҙын ҡаршылай!

Бөйөк Еңеүҙән олораҡ байрам юҡ

Манаповтарға күрше генә йәшәүсе һуғыш ветераны Гөлгизәр Изгина ла тулҡынланып 9 Майҙы көтә.
– Бөйөк Еңеүҙән дә олораҡ байрам юҡ, – ти ул.

Уның да яҙмышы Манапов­тарҙыҡына оҡшаш. Кулак мөһөрө менән атаһы төрмәгә оҙатылғас, бар мал-мөлкәттәре тартып алын­ғас, улар ысын-ысындан урамда тороп ҡала. Ярҙам итеүсе булмай – барыһы ла үҙҙәре, яҡындары өсөн ҡурҡа. Гөлгизәргә ул саҡта дүрт кенә йәш була, әммә ул барыһын да яҡшы хәтерләй, сөнки михнәттәр шул саҡтан башланып, оҙаҡ йылдар дауам итә. Өс бала менән урамда ҡалған әсә ҡабыҡтан йорт һалып ингән була. Тик унда ыжғыр бурандарҙа йылы торамы инде?! Аптырағандың көнөнән иҫке мунсаға күсәләр. Кулак ҡатыны тип, әсәне бер ҡайҙа эшкә алмайҙар, балаларҙы ла шул мөһөр арҡаһында гел ситкә тибәләр. Хатта уҡыусылар өсөн ойошторолған ашханаға яҡын юллатмайҙар! Ике йылдан һорау алыуҙарҙан, язаларҙан миктәгән атайҙары ҡайта. Һаулыҡ­ҡынаһы төрмәлә ятып ҡалғас, һал ағыҙғанда малярия сирен эләктереп, оҙаҡламай үлеп тә китә.
– Беҙ күргән ыҙалар… – тип уфтана Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы. – Кулак балаһы булып ныҡ ыҙаландыҡ, инде лә ҡыйырһытылдыҡ, ундай тормошто Хоҙай дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен. Әммә бирешмәҫкә тырыштыҡ, йәшәргә йәбешеп яттыҡ.

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ете синыфты тамамлай алған Гөлгизәр 1940 йылда район дауаханаһына эшкә урынлаша. Һуғыш башланғас, аслыҡтан, йәберләүҙәрҙән тамам туйған ун туғыҙ йәшлек Гөлгизәр әхирәте Ғәфүрә менән хәрби комиссариатҡа бара ла, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа: “Тыуған илем хәүеф аҫтында булғанда, мин ситтә ҡала алмайым…”. 1943 йылдың 15 июлендә улар һуғышҡа китә.

– Әсәйеңдең фронтҡа киткәнен иҫләйем, бер нисә ҡатын-ҡыҙ арбаға тейәлешкәйне, әсәйеңдең аяғында тәпешкә ине, беҙ, малай-шалай, уларҙы оҙатып ҡалдыҡ, тип әүәл Байназарҙан бер ағай һөйләгәйне, – ти Гөлгизәр әбейҙең ҡыҙы Әлфирә. – Шуны күҙ алдына килтерәм дә, күңелгә ҡыйын булып китә – йәп-йәш кенә булғандар бит, ә үҙҙәре, илем, Ватаным, тип һис бер ҡурҡыуһыҙ ут эсенә ингән. Ниндәй фиҙакәрлек, батырлыҡ… Ә бит әсәйем үҙенең һуғышта ҡатнашыуын һөйләмәне, шундай баҫалҡы, тыйнаҡ кеше ул.

– Ҡуйсәле, ҡыҙым, һуғышта ла булмаған һымаҡмын, фашистарҙы ла күрмәнем, шөкөр, – тип йылмая әсәһе. – Тик ҡайһы саҡ самолет тауышы ишетелһә генә тертләп китәм, әйтерһең дә, яңынан һуғыш яланына барып сыҡҡанмын да, баш осонда дошман самолеттары геүелдәп оса...

Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы Польшаның Котовица ҡалаһында урынлашҡан 1781-се зенит-артиллерия полкына, һауаны прибор­ҙар менән күҙәтеү бүлексәһенә эләгә. Бурыстары, дошман самолеттарының ҡайһы йүнәлештә, ниндәй бейеклектә осоуын билдәләп, шул турала хәбәр итеүҙән ғибәрәт була. Полкта тәртип мәсьәләләре ҡаты ҡуйылды, һалдаттар бер-береһен ихтирам итте, рух көслө ине, тип хәтерләй бөгөн һуғыш ветераны шул көндәрҙе. Оҙон ике йылдан һуң 1945 йылдың авгусында, ғәзиз Бөрйәненә аяҡ баҫа ул. Иркенләп ял итеп ятырға ирек юҡ, шунда уҡ магазинға һатыусы булып эшкә сыға.

Ә бер көндө район мәғариф бүлегендә эшләп йөрөгән фронтовик Әбделмән Изгин йөҙөндә бәхете килеп ишек ҡаға. Гөлгизәр менән Әбделмәндең һөйөүе хаҡында йырҙар яҙырлыҡ – шул тиклем матур йәшәй ике һөйкөмлө һөйәк! Тик һөйөү емештәре булып бер-бер артлы тыуған балалары, инде телдәре асылып, тәпәй атлап киткәс, уларҙы ҡайғылар һаҙлығына батырып, мәрхүм булып тора. Ҡайһы берәүҙәр, уңмағанды ҡыума, сирле ирҙән айырыл, тип йәш ҡатынды өгөтләһә, икенселәр, ике йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Баймаҡ районының Түбә ауылында рентген аппаратына барырға кәңәш итә. Йәштәр йәйәү ике көн бара Түбәгә. Тик­шерелгәс, Әбделмәндең үпкә­һендә (һуғыштан ҡалған снаряд ярсығы арҡаһында) туберкулез башланыуы асыҡлана. Йәш ҡатын бар көсөн һөйгәнен һауыҡтырыуға һала, һөйөклөһөнөң аяҡҡа баҫырына ысын күңелдән ышана. Айҙар буйы дауаханаларҙа ятыу үҙ һөҙөмтәһен бирә, ниһайәт, сир артҡа сигенә. Бәхетле парҙың бәхетен бермә-бер арттырып, Гөлсирә, Әлфирә, Ильяс, Мөхтәрҙәре тыуа. Ғаилә башлығы, Темәс педучилищеһын тамамлағас, юғары белем алырға дәртләнә. Политехник институтта уҡып, финанс белгесе дипломына эйә булған Әбделмән Изгин һуңынан бик күп яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ә Гөлгизәр магазин мөдире булып та эшләргә өлгөрә, ихласлап донъя ла көтә. Егәрле ҡатындың йорт-ере һәр саҡ балҡып тора.

– Йәш сағымда шәп булдым шул мин, – ти һуғыш ветераны. – Төш­көлөккә йүгереп ҡайтып, иҙән йыуып, ашарға бешереп өлгөрә торғайным.
– Хәҙер ҙә әсәйебеҙ шәп, күҙ теймәһен, – тип әсәһенә яратып ҡарай ҡыҙы. – Тышҡа сыҡһа, ҡулына һе­пертке ала һалып, һеперә лә башлай. Өйҙә лә тик ултырмай, ана бит, бүләһенең уйынсыҡтарын йыйыштырырға тотондо!

Шуға ла тырышлығы өсөн хәрби орден-миҙалдар янына хеҙмәт наградалары ла өҫтәлә. Бала сағым мунсала үтте, тип зарланма, кәләш, хан һарайындай йорт төҙөйөм мин һиңә, тип вәғәҙә биргән Әбделмән Усман улы һүҙен тота – ғүмерендә бер түгел, өс йорт һала! Шул йорттарҙың иң олоһонда Гөлгизәр Изгина бөгөн ҡыҙы Әлфирә, ейәнсәре Альбина, бүләһе Алмас менән донъя көтә.

– Бер нәмә ҡыҙыҡ түгел, ҡартай­һаң насар икән, – тип башын сайҡап ултырғанда, ул боролмалы борос һауытын күреп, уны ҡулына алғас, көлөп үк ебәрҙе. – Быны ни мин күрмәгәйнем, ҡалай ҡыҙыҡ нәмә!

Фронтовик ҡатындың был һүҙҙәре, донъяның ҡыҙыҡтары шулай һәр беребеҙгә асылып торһон, йәшәүҙәре күңелһеҙ булмаһын, тигән теләктәй яңғыраны. Һеҙгә лә шулай тойолдомо?

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Сабир СӘҒИТОВ фотолары










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»