RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

30.10.2010 Бәхет йондоҙо тыуғанда

Яуҙа күптәрҙе һоҡландырырлыҡ батырлыҡтар ҡылып, ғорур күкрәген орден һәм миҙалдар менән биҙәп, тыуған ауылы Кәпәй-ҡыбауға (Бүздәк районы) ҡайтҡан Хәтмулла Солтанов, тыныс хеҙмәттә батырлыҡтарын дауам итеп, Соци­алистик Хеҙмәт Геройы исеменә, Октябрь революцияһы, «Почет билдәһе» ордендарына, әллә күпме миҙалға лайыҡ була. Унан тыш, партияның 24-се, 25-се, 26-сы съездары делегаты, СССР Юғары Советының 9-сы, 10-сы, 11-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. ҡандра быраулау идаралығында ғына түгел, илебеҙ кимәлендә хеҙмәте менән дан ҡаҙана Хәтмулла Солтанов. Әммә бик йәшләй үҙен һуғышта, дошман менән алышта, таныта ул. «Бәхет йондоҙо тыуғанда донъяға тыуҙың», – тигән уға атаһы. Фронтҡа килгәс тә, беренсе көндә үк дошман танкын сафтан сығара. Данлыҡлы 62-се армия сафында сержант Солтанов Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнаша. 174-се полкта үҙ урынын тиҙ табып өлгөрә. Сөнки ПТР – танкыға ҡаршы мылтыҡ уның ҡулында. Алға сыҡҡан немец танкыларының һирәге генә кире боролоп китеп ҡотола. Снайпер оҫталығын үҙләштергән егет уларҙы «сүпләп» өлгөрә. Йылдың теләһә ҡайһы миҙгеле булһын, Солтановтың расчеты, ер ҡуйынында «оя ҡороп», дошман һиҙмәҫлек итеп урынлаша. Ут асырға ашыҡмай. Уның ҡарауы, тоҫҡап атҡан һайын тиерлек сәпкә тейҙерә. Немецтарҙың йәнен йәһәннәмгә осора тора.
Польша ерендә лә, Герма­нияның үҙәгендә лә Солтанов ҡулындағы ПТР ышаныслы ҡорал булараҡ хеҙмәт итә, эйәһенә хөрмәт, дан килтерә.
... Иртә таңда беҙҙекеләр һөжүм башлағас, немецтар ике ҡатлы өйҙөң ҡыйығы аҫтынан эре калибрлы пулеметтан ут сәсә башлай. Һалдаттарыбыҙ һөжүмгә сығыу менән һәләк була бара.
«Мин үҙем!» – тип һөрән һала Солтанов. Бил ҡайышына гранаталар аҫып, һеләүһен тиҙлегендә алға ташлана. Өйҙөң арғы яғына үтеп, пулеметтың өнөн тыға, ә һуңынан ҡасып ҡотолорға ниәтләгән немецтарҙы ҡырып һала.
174-се полк Берлин урамдары буйлап рейхстагҡа яҡынлашҡан көндө рота командиры снайпер пуляһынан һәләк була. «Рота, минең команданы тыңла!» – тип һөрән һала көслө тауышлы өлкән сержант Солтанов һәм яуҙаштарын һөжүмгә алып китә...
Бәхет йондоҙо тыуғанда донъя­ға килгән Хәтмулла Арыҫлан­гәрәй улы Солтанов яуҙа арыҫландай батыр, тыныс хеҙмәттә аттай көслө була. Уның батырлыҡтары, халыҡ мәнфәғәтендә ҡылған изгелектәре тураһында китап яҙылды. Күптәрҙең бәхете хаҡына йәшәне был уҙаман.
Фәрит ВАХИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»