RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән

28.09.2010 Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән

Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән1941 – 1945... Эйе, был йылдар кешелектең хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Йылдар, быуаттар үтер, әммә миллионлап кеше ҡорбан булған һуғыш, ауыр ғазаптар менән яуланған Еңеү онотолмаҫ. Беҙ был ғәрәсәтте кисермәнек, тик нәфис фильмдарҙан күреп, китаптан ғына уҡып беләбеҙ. Һуғыш афәте бер көнлөк сабыйҙы ла, түшәктә ятҡан ҡарт-ҡороно ла аямаған. Ил дошманына ҡаршы олоһо ла, кесеһе лә берҙәм күтәрелгән. Фронттағылар илбаҫар­ҙар менән алышҡанда, тылдағылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. Ғөмүмән, һәр бер кеше оло Еңеүҙе яулар өсөн бар көсөн һалған.
Бөгөн һуғыш ветерандары бик аҙ. Баймаҡ районының Татлыбай ауылында ике генә яугир ҡалды. Икеһе лә – минең олатайҙарым.
Салауат Солтангәрәй улы Хәйбуллин 1923 йылда Татлыбай ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш кенә була. Һуғышҡа 1942 йылдың апрель айында алына. Тәүҙә Волхов фронтында 145-се полктың 5-се минометсылар бригадаһында һуғыша. 1944 йылдың ғинуарында ҡаты яралана. Күкрәгенә ингән снаряд ярсығы әле лә үпкәһендә йөрөй. Апрель айында госпиталдән сыҡҡас, Ленинград фронтына ебәрелә, блокаданы өҙөүгә көс һала. Эстония ерендә фашисты тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Элекке рус фельдмаршалы Барклай де Толли имениеһы тирәһендә барған ҡаты алышта тағы ла ҡаты яралана.
Олатайым Еңеү яҙын 201-се уҡсылар дивизияһының 103-сө батальоны составында Карелия ерендә ҡаршылай. Ул күп наградаға ла лайыҡ: I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн», Георгий Жуков исемендәге миҙалдары, «Ленинград өсөн һуғыш», «2-се удар армия ветераны» значоктары күкрәген биҙәй.
Олатайым тыуған яғына 1946 йылдың ғинуарында әйләнеп ҡайта. Шул уҡ йылдың мартында үҙ ауылы ҡыҙы Сәлимә менән тормош ҡороп ебәрәләр. Уларҙың туйы һуғыштан һуң беренсе туй була.
Өләсәйебеҙ Сәлимә Айса ҡыҙы 1941 йылдың ноябрендә Һамар ҡалаһына дүрт айлыҡ тракторсылар курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамлағас, Сталин исемендәге колхозға ҡайтып, тракторға ултыра. Һуғыш тамамланғас, колхозда ашнаҡсы булып эшләй. Хаҡлы ялға Татлыбай мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп сыҡты. Тырышлығын баһалап, хөкүмәтебеҙ уны «Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләне. ҡартатайыбыҙ менән һигеҙ уңған ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы, өләсәйебеҙ I, II дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары, I, II дәрәжә «Әсә­лек» миҙалдары менән бүләкләнә. 16 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәһе бар.
Уларҙың бергә тормош ҡороуҙарына быйыл март айында 64 йыл тулды.
Улар беҙҙең бәхет өсөн көрәшкәнИкенсе олатайым Муллабай Айытбай улы Байбулатов 1924 йылда Баймаҡ районының Ғәле ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алына. Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе олатайым Курск дуғаһында, Эстонияла, Балтик диңгеҙе буйында барған алыштарҙа дошманды ҡыйрата. Курск дуғаһынан һуң ул Иранда, Тәһранда фашизм­ға ҡаршы коалиция илдәренең конференцияһы уҙғарылған мәлдә хәүефһеҙлек урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
1944 йылда ҡаты яралана, өс ай госпиталдә дауалана. Һуғыш тамамланғас, хеҙмәтен Таллин ҡалаһында дауам итә. 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Олатайым Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Шул уҡ йылдың көҙөндә фронтовик Баймаҡ районының Фәйзулла ауылы ҡыҙы Вәғиҙәгә өйләнә.
Өләсәйем 14 йәшенән Чапаев исемендәге колхоздың һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй. Һуғыштан һуң ҡырсылыҡта ашнаҡсы вазифаһын атҡара. 1971 йылда Татлыбай ауылына күсеп килә. Хаҡлы ялға мәктәп яны интернатында йыйыштырыусы булып сыҡты.
Улар 62 йыл бергә ғүмер итә. Ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өләсәйебеҙ II дәрәжә «Әсәлек даны» ордены, I дәрәжә «Әсәлек» миҙалы менән бүләкләнгән. Уларҙың әлеге көндә 17 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәһе бар.
Беҙ ике олатайыбыҙ менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Оло Еңеү яулаған яугирҙарға теләктәрҙең иң изгеләрен генә теләйбеҙ. Улар бит беҙҙең бәхет өсөн көрәшкән. Күптәре яу яланында башын һалған. Иҫән ҡалған олатайҙар­ҙың, инәйҙәрҙең тән яралары уңалһа ла, йөрәк яралары әле лә уңалмай.

Надим БАЙБУЛАТОВ.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»