11.05.2012 Ҡаһарманлыҡ мәңге хәтерҙә
Еңеү байрамы Өфөлә, һәр йылдағыса, шаулап-гөрләп уҙҙы. Байрам тантаналары баш ҡаланың һәр майҙанында, паркында ойошторолдо. Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) һәйкәленә, Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр һалырға БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре лә килде.
Сәскә гөлләмәләре һалғандан һуң республика етәксеһе ветерандар менән яҡындан аралашты. Тантананан һуң паркта үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән тамашалар дауам итте. Һуғыш йылдары техникаһы ҡуйылған күргәҙмә лә байрамға килеүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәктәп уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә лә ойошторғайны.
Еңеү көнөндә Рөстәм Хәмитов Ленин исемендәге майҙанда, Якутов һәм Матросов исемендәге парктарҙа үткәрелгән тантаналы сараларҙа ҡатнашты, оло быуын вәкилдәре менән аралашты. Президент, ветерандарға мөрәжәғәт итеп: „Һеҙ киләсәккә оптимизм менән ҡарайһығыҙ, ә ул йәштәрҙең күбеһенә етмәй. Ошо сифаттың һеҙҙә оҙағыраҡ һаҡланыуын теләйем. Һау-сәләмәт булығыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ҡыуандырһын», – тине.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү