11.05.2012 45-се йылдың майы гел иҫтә...
− Һуғыш тураһында кино ҡарағанда мин һәр саҡ илайым, − ти ете йәшлек Аделина Хажипова. – Һуғыштан беҙҙең олатайыбыҙ Ринат Фазылла улы ҡайтмаған. Өләсәйем Фәниә Рәхим ҡыҙы һөйләүе буйынса, олатайыбыҙ бик батыр, ҡыйыу кеше булған. Ул тыуған ерҙе һаҡлаған.
Учалы ауылында Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына арнап үткәрелгән митингыла ҡатнашыусыларҙың береһе Аделина ғына түгел, оло йәштәге Рәсимә Алтынова ла, һуғыш тураһында ишетһә, күҙ йәштәрен тыя алмай. ҡырҡ беренсе йылда, уға ун йәш булғанда, атаһы фронтҡа китә. Таһир Уйылданов икһеҙ-сикһеҙ күренгән дүрт йыл дауамында хаттар яҙа. Тиҙҙән һуғыш бөтәсәк, мин ҡайтырмын һәм беҙ шундай матур итеп йәшәп китербеҙ әле, үҙебеҙ хатта хайран ҡалырбыҙ, тип яҙған хаттары уларҙы өшөгән саҡтарында йылыта, өмөтһөҙлөк ауына сырмалғанда өмөт өрә, хәлдән тайып йығылғанда хәл бирә. Һәм ҡырҡ бишенсе йылда «ҡара ҡағыҙ» килеп төшкәс, әйтерһең дә, күк өҫтәренә ауып, ер сайҡала. Был иң ҡурҡыныс көн була.
− «ҡара ҡағыҙ» алмаған ғаилә булдымы икән һуң? − тип ауыр һулай Фәғилә Алтынова. – Минең дә Ибәтулла ағайым, өс балаҡайын етем ҡалдырып, яу яланынан кире ҡайтманы. Һуңғы хатында, аттар ҡарайым, тип яҙғайны…
Фәғилә Ғиззәт ҡыҙы ҡырҡ өсөнсө йылда алтын приискыһында эшләй: алтын йыуа, уны һаҡлай, Магнитогорск ҡалаһына оҙатырға ярҙамлаша. Бер көндө эзбиз ташыған Шәүкәт исемле егет, саҡ ҡына алтын бир, тип һорағас: «Башым икәү түгел, иртәгә үк тотоп атырҙар!» − тип яуаплай.
− Хәҙер, нишләп шул һораған алтынын бирмәнем икән, тип уйлайым, дәүләт бер ҙә ярлыланып китмәҫ ине әле, − Фәғилә әбейҙең күҙҙәрендә бер мәлгә шаян осҡондар баҙлай. − Беҙ шундай тәртипле, яуаплы инек. Хәйер, тотош халыҡ шундай булды.
Янында ултырған Мәрйәм Ғөбәйҙуллина, Маргарита Юнысова, Фәрбүзә Яҡупова, Зәйтүнә Ғәлиәхмәтова уның һүҙҙәрен раҫлап, баш ҡаға. «Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла Еңеү өсөн!» лозунгыһы иртәле-кисле ҡолаҡтарҙа ғына түгел, йөрәктә яңғыраны һәм башҡаса йәшәү мөмкин түгел ине, тиҙәр. Митингыла сығыш яһаусыларҙы иғтибар менән тыңлап, бөгөн тормош шундай матур, йәшә лә йәшә инде, тип үҙ алдарына һөйләнеп ҡуялар.
− Һуғышта беҙ ошондай тыныс тормош хаҡында хыялландыҡ, − ти һуғыш ветераны Зәйнәп Килдейәрова. – Бөтә өмөттәр, уйҙар тик тыныс тормош менән бәйле ине, һәм киләсәк тураһында хыялланғанда һуғыштың дәһшәтле, ҡотһоҙ йөҙө онотолоп торҙо.
ҡырмыҫҡалы районы һылыуын 1942 йылдың майында һуғышҡа алып, Өфөнән эшелонда Сталинградҡа оҙаталар. Зенитсы, аҙаҡ телефонист булып хеҙмәт итә ул. Көнө-төнө барған ҡан ҡойғос яуҙар аша үткән Зәйнәп Бәхти ҡыҙы, мин − совет халҡы күрһәткән батырлыҡтың тере шаһитымын, ти: «Һәр ус тупраҡ ер өсөн йәнен бирҙеләр. Быны оноторлоҡ түгел…» Сталинградтан һуң уны Карелия фронтына ебәрәләр, махсус бронепоезда эшелондарҙы һаҡлап оҙатып йөрөйҙәр. Артабан Рига ҡултығына барып эләгә, шунда Еңеү тураһында хәбәрҙе ишетә.
− Был, ысынлап та, күҙ йәше ҡатыш шатлыҡ ине! – тип иҫләй Зәйнәп Бәхти ҡыҙы. – Беҙ ҡосаҡлаштыҡ, илаштыҡ, көлдөк. Хәҙер һәр туғыҙынсы майҙа мин шул ҡырҡ бишенсе йылдың бөйөк көнөн хәтерләйем...
Митингының тантаналы өлөшөнән һуң ялан кухняһында һәр кем һалдат бутҡаһын тәмләне, концерт ҡараны. Һуғыш йылдары йырҙары яңғырағанда, күккә аллы-гөллө һауа шарҙары осто. Ейәндәрен тубыҡтарына һыйындырған ветерандарҙың күҙҙәре тағы йәшләнде: «Ошо балаларҙың балалары һуғыш утын күрмәһен, донъялар имен торһон…»
Баныу ШӘРИПОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү