RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

04.05.2012 Еңеү һалдаты

 Еңеү һалдаты
Матрай ауылын уратып ағыусы Быҙаулыҡ йылғаһы ярындағы ҙур, күркәм йорт алдындағы эскәмйәлә оло йәштәге инәй менән олатай ултыра. Ара-тирә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп алалар, йә ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, йылғаға ҡарап уйға сумалар. Уйланыр уйҙары ла, хәтерләр иҫтәлектәре лә, ҡағыҙға яҙып бөтмәҫлек күргән-кисергәндәре лә байтаҡ уларҙың – Нәсиха инәй менән Сабирйән олатай­ҙың. ҡуҙғалған ыңғайға түшендәге орден-миҙалдары сыңлап, йөрәктәргә мәңге уңалмаҫлыҡ яралар һалған ауыр һуғыш йылдарын хәтерләтеп ҡуя...

Сабирйән Яңыбай улы Көҫәпҡолов 1925 йылда Матрай ауылында тыуған. Ата-әсәһенең балалары тыуа торған, үлә торған, шуға күрә боронғо йола буйынса Сабирйәнде тәҙрә аша һатып алғандар һәм сабыр йәнле булһын, тере ҡалһын өсөн шундай исем биргәндәр. Ата-әсәнең ышанысы юҡҡа булмай. Ысынлап та, Сабирйәндән һуң тыуған улы менән ҡыҙы ла имен-һау ғына үҫеп етә. Әсәйҙәре Сәмиға тирә-яҡҡа танылған имсе һаналған, йылан саҡҡан кешеләрҙе имләп, терелтер ине, тип хәтерләйҙәр.
Сабирйән Матрайҙың бәләкәй генә ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Бик тырыш инем, барлыҡ фәндәрҙән дә “дүртле” һәм “бишле”гә генә өлгәштем, бер немец теленә генә теш үтеңкерәмәне, тип иҫләй ул бөгөн. Был һүҙҙәрҙе дәлилләгән Мәғариф министрлығы танытмаһы ла һаҡланған. Бына нимә яҙылған унда: “1925 йылда тыуған Көҫәпҡолов Сабирйән Яңыбай улына Матрай ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуы һәм өлгөлө тәртибе тураһында ысын танытма тапшырыла. Түбәндәге баһалар ҡуйылды...” Барлыҡ фәндәрҙән дә тип әйтерлек “бишле” билдәләре тора. Танытма 1940 йылдың 27 июнендә тапшырылған. Сабирйән алтынсыны бөтөп барған май айында атаһы мәрхүм була һәм малайға башҡаса мәктәпкә йөрөргә насип булмай. Үҙенән кесе туғандарын ҡарарға, йорт-ҡура эштәрен башҡарырға, колхоз эшенә лә иртә егелергә тура килә үҫмергә. Сөнки әсәйҙәре колхоз эшенән бушамай. Яҡшы уҡыуы, математиканы шәп белеүе арҡаһында хисапсы итеп ҡуялар. Аҙаҡтан балаларына, хатта ейәндәренә лә математиканан өйгә эштәрен эшләшергә тура килә уға. Русса ла бик шәп белә, таҙа, хатаһыҙ һөйләшә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда малайға 15 йәш тула. Ир-егеттәр фронтҡа китеп бөтөп, бар ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ менән үҫмер малайҙар елкәһенә төшә. Колхоздың төп терәгенә әйләнә улар. “1943 йылдың сасҡау ғинуар һыуығында үгеҙ егеп, Суртанүҙәк ауылы баҫыуынан бесән ташый инек. Суртанүҙәккә барып етеп тә өлгөрмәнек, арттан һыбайлы ҡыуып етте: “Тиҙ генә ҡайтып етегеҙ, һеҙгә һуғышҡа саҡырыу килде”, – тине. Беҙ ауылдан 14 йәштәш егет сығып киттек. Колхоз әҙ-мәҙ ярҙам итеп, икмәк бешерерлек он биреп, фронтҡа оҙатты. Хатта военкоматҡа ла алып бармай, тура Аҡъярға, унан Сара станцияһына килтерҙеләр. Шул төндә үк, вагонға ултыртып, ары оҙаттылар. ҡайҙа барғанды әйтмәнеләр. Ырымбурға, ул ваҡыттағы исеме Чкалов ине, алып килгәндәр икән, аҙаҡ белдек. Шунан Тоцкиға килтерҙеләр, төрлө һөнәргә, һуғышырға өйрәтә башланылар. ҡулда – ағас мылтыҡ. Кемдер – уҡсы, кемдер – пулеметсы, артиллерист һ.б. Казармабыҙ – землянка, һыуыҡ, ашау яғы насар. Өҫтә бер шинель, башҡа нәмә юҡ. Көнө буйы ҡомлоҡта, һыуыҡта, ямғырҙа йөрөп һыуланып, бысранып бөтәбеҙ ҙә, шул уҡ шинелде түшәп, шуны ябынып, ситәндән эшләнгән һәндерәлә (нары) йоҡлайбыҙ. Аттарға биргән төпрәне үҙебеҙ кимерәбеҙ, сөнки аслыҡ көслө. Хатта аслыҡтан, һыуыҡтан ауырып, таңға тиклем үлеп ятҡан иптәштәребеҙ ҙә булды. Иртәнсәк һуғышырға өйрәнәбеҙ, төштән һуң 12 саҡрымға йәйәүләп утынға барабыҙ. Утын бысып, түмәрҙе арҡаға йөкмәп, кире ҡайтабыҙ. Шулай мин утын йөкмәп ҡайтып барғанда бер ауылдашымды тап иттем. Улар утынға китеп бара. Илһам менән күрешеүгә шатланып, хатта илап ебәрҙем. Оҙаҡлап һөйләшә алманыҡ, командир күреп ҡалып, минең арҡаға тағы бер түмәр йөкмәтеп, ҡайтарып ебәрҙе. Илһам, бер мәрйәгә өйләнеп, Мәскәүҙә тороп ҡалды. Мине ҡунаҡҡа саҡырып тора ла ул, йәш саҡта ҡунаҡлап йөрөргә ваҡыт булманы, хәҙер хәл етмәй.
1943 йылдың 23 февралендә присяга ҡабул итеп, ысын һалдат булып киттек. ҡулға ла ысын мылтыҡ, ҡорал бирҙеләр. Берәй аҙнанан төрлө ергә ебәрә башланылар. Беҙҙе лә вагонға тейәп алып киттеләр, ҡайһы йүнәлештә китеп барғанды әйтмәйҙәр. Беҙ Матрай районынан өс егет бергә эләктек, ул икәү Түш ауылынан ине. ҡыуандыҡҡа килеп төштөк. Казармаға урынлаштырҙылар. Кесе командирҙар әҙерләүсе 6-сы Көньяҡ Урал уҡыу корпусы икән. Уға генерал-майор Товадзе етәкселек итте. Ашау яғы яҡшы. Тау араһында урынлашҡанбыҙ, көнө буйы занятиелар, төн етһә – тревога. Йүгертеп станцияға алып баралар ҙа, шунда көтөп торабыҙ-торабыҙ ҙа ҡайтабыҙ. Ә бер көн ысын тревога булды һәм беҙҙе, вагонға тейәп, тағы алып киттеләр.
Сталинградҡа килеп етмәҫ борон фашист самолеттары бомбаға тотто. Поезд янды. Артабан Сталинградҡа тиклем төнө буйы йәйәүләп барҙыҡ. Барып инһәк, унда ҡаланың әҫәре лә юҡ, бөтөн ер емерек, торбалар ғына һерәйеп тора. Матрай ауылы ҙурлыҡ подвалға урынлаштыҡ. Һалдаттар шығырым тулы. Шунда резервта яттыҡ. Көн һайын берәүҙәр китеп, икенселәр килеп тора. Тағы төндә юлға сыҡтыҡ, урманға килеп еттек. Шунан мотоциклға ултырттылар. Һәр мотоциклда өс кеше: береһе – рулдә, икенсеһе – пулеметсы – коляскала, өсөнсө автоматсы артта ултыра. Ошонда мин “боевое крещение” алдым. Ворошиловск ҡалаһына килеп еттек тигәндә фашистар һөжүм итте, беҙҙекеләрҙе тетеп һалды ла ҡуйҙылар. Иҫән ҡалғандарҙы Горлов уҡсылар дивизияһына ҡуштылар. Улар ҙа яңы һуғыштан сыҡҡан, ныҡ һирәгәйгән, формированиела тора ине.. ҡабаттан кейендереп, мунса индерҙеләр. Пушка, пулемет вагондарға тейәүле әҙер тора ине. Мин 122 мм-лы гаубицаға эләктем, ул алыҫҡа ата, яҡынса ауырлығы өс тонна. Уны ете кеше хеҙмәтләндерергә тейеш. Тик һалдаттар етмәү сәбәпле, өс-дүрт һалдат хеҙмәтләндерергә мәжбүр булдыҡ. Төндә фронтҡа, Киев яғына юлға сыҡтыҡ. Барып етеп, ҙур бер күпер аҫтына йәшендек. Өҫкә бомба, пуля яуа, ике көн шунда көтөп ултырҙыҡ. Өсөнсө көнөнә Белая Церковь ҡалаһына барҙыҡ. Шунда тәүге һөжүмгә эләктек һәм яҡшы һуғышып, тәүге “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тап ошо Белая Церковь оборонаһы өсөн алдым. Мине установщик итеп ҡуйҙылар. Буйға төпөш кенә малаймын, снаряд ауыр (22 кг), көс етеңкерәмәй. Доцельник снарядты этеп индерә лә, затворҙы яба, шунан атаһың. Тәүге үлем, ҡан, аяҡһыҙ-ҡулһыҙҙарҙы шунда күрҙем, әммә ҡайғырып, йәлләп торорға ваҡыт та булманы. Орудие командирыбыҙ 1924 йылғы сержант ине, ул да ошонда һәләк булды. Шунан мине орудие командиры итеп ҡуйҙылар. Прицелды ҡарарға ла буй етмәй, снаряд йәшниген ултыртам да, шунда менеп, прицелдан ҡарайым. Тура төҙәргә лә өйрәнеп алдым. Орудиены тәүҙә үҙебеҙҙә сығарылған ЗИЛ-дарҙа йөрөттөк. Улар емерелеп, шартлап бөткәс, ат йә дөйә бирҙеләр. Дөйәләр – үжәт хайуан, үсекһәләр, ята ла ҡуялар, торғоҙоп булмай. Мылтыҡты дөйәнең ҡолаҡ төбөнә алып барып, ситкә атып ебәрһәң генә ҡурҡышынан һикереп тора инде. Аҙаҡтан ғына американдарҙың “Студебеккер”ҙарын бирҙеләр.
Артабан Днепрҙы кисеүҙә ҡатнаштым. Өҫтән фашист самолеттарына күренмәһен өсөн һыу аҫтынан күпер һалдыҡ. Беренсе тапҡыр аръяҡҡа сыҡһаҡ та, немецтар шул хәтлем һөжүм итте, кире сигенергә тура килде. Икенсе тапҡыр үҙебеҙҙекеләр ярҙам­ға килде, самолеттар бомбаға тотто. Беҙ бирешмәнек“, – тип хәтерләй бөгөн алыҫта ҡалған һуғыш йылдарын Сабирйән олатай.
Ул Днепрҙан һуң Висланы кисеүҙә ҡатнаша, Дан ордены менән бүләкләнә. Артабан Сабирйәнгә алыҫ Одер, Эльба йылғаларын кисергә, Польша, Чехословакия ерҙәренән йәйәүләп үтергә насип була. Карпат тауҙарында саҡ ҡамауға эләкмәнек, ти олатай. Төрлө яҡтан фашистар уратып алған тарлауыҡ эсендә ҡала улар. Ауыр орудиеларҙы ташларға тура килә, хатта үҙ аяҡтарында йөрөй алмаған яралыларҙы ла ҡалдырырға мәжбүр булалар. Шарлап аҡҡан тау йылғаһы, туҙып-емерелеп бөткән иҫке аҫылмалы күпер аша уларҙы алып сығыу, бик теләһәк тә, мөмкин түгел ине, ти ул. Төрлө еләк-емеш, тамыр ашап, оҙаҡ ҡына тау һырттары буйлап йөрөргә тура килә. Ярҙам килеп еткәс, иң тәүҙә урманда йәшереп ҡалдырған яралы иптәштәренә ашығалар, әммә улар­ҙың күҙ алдына ҡурҡыныс картина баҫа. Бер иҫән ҡалған һалдат юҡ. Иҫ китмәле һылыу санитарка ҡыҙҙы фашистар шул ҡәҙәр мәсхәрәләгән һәм киҫәктәргә тураҡлаған...
Оҙон-оҙаҡ ҡәһәрле юлдар үтергә тура килә артабан да Сабирйән олатайға. Ике тапҡыр яралана, орудиела кеше етешмәгәс, хатта госпиталгә лә һалып тормайҙар, көн дә килеп, бәйләп, яраһын таҙалап китәләр. Ә бер ярсыҡ әле лә йөрөй ветерандың тәнендә, ҡулбашында. Көн боҙолһа, үҙен һиҙҙертеп, һыҙлап, оноторға ирек бирмәй ыҙалата...
9 майҙа Еңеү иғлан ителгәс тә, уларға ҡаршы һуғышҡан фашист дивизияһы бирелмәй ҡаҡшата. Уны Марова Острова тигән ерҙә саҡ йырып сығалар. Чехословакияның яртыһын – американдар, яртыһын беҙҙекеләр ала. Бөтөн ерҙә аҡ флагтар тора, һәммәһе лә ҡулдарына аҡ сепрәк тағып йөрөй. Уларға бер аҙна ял бирәләр. Унан ҡаланан-ҡалаға күсереп барып, Овруч ҡалаһына килеп етәләр. Шунда төшкән фотоһы ла һаҡланған олатайҙың. “26 июнь, 1950 йыл. Бергә хеҙмәт итеүҙең иҫтәлегенә, сержанттар” тигән яҙыуы ла бар. Буденныйҙы ла ошонда күрә. “Ул килгәндә мин почетлы ҡарауылда торҙом,” – ти Сабирйән олатай. Барлығы ете йыл йөрөп, 1950 йылдың мартында ғына ҡайтып төшә ул тыуған яҡтарына.
Бер көндә Бөйөк Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн яуға киткән өрлөктәй 14 егеттең алтауһы ғына ауылына имен-аман әйләнеп ҡайта. ҡайҙа инде имен-һау: кемеһе – аяҡһыҙ, кемеһе – ҡулһыҙ тигән кеүек. ҡалғандары батырҙарса һәләк була.
1954 йылда Яманһаҙ ауылы ҡыҙы Нәсиха менән тормош ҡороп ебәрәләр. Элекке ауыр заманда кеше бик итәғәтле, киң күңелле була. Шул ауыр йылда Юлдыбайҙағы балалар йортонан бер етем малай уларға килеп һыйына. Яңыраҡ ҡына өйләнешкән йәш ғаиләне үҙ итеп, бергә йәшәп ала ла китә. Баймаҡ районының Әмин ауылынан Сәләх Халиҡов исемле малай була ул. Флүрә исемле бер апайым Ленинградта уҡый, икенсеһе – Йәмилә Өфөлә, тип һөйләгән. Дүрт йыл самаһы йәшәгәс, Өфөлә пединститутта уҡыған бер туған апаһы – Йәмилә килеп алып китә. Әле уҡып та бөтмәгән, тормошҡа сыҡҡан. Тормош иптәшем дә уҡытыусылыҡҡа уҡый, Йомағужа районының Әпәс ауылыныҡы, тип әйткәйне, тип нисәмә йыл үтһә лә бик яҡшы хәтерләй бөгөн Сабирйән олатай менән Нәсиха инәй. Үҙ балаларылай күреп эҫенгән, бер телем икмәкте бүлешкән Сәләх хаҡында бик белгеләре килә уларҙың. Бәлки, ошо юлдарҙы уҡып, улар тураһында хәбәр итеүсе изге йәнле кешеләр табылыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Ә Көҫәпҡоловтарҙың ғаиләһен йәмләп, дүрт балалары донъяға килә. Үҙҙәренә оҡшап сибәр ҙә, аҡыллы ла, тәүфиҡлы ла булып үҫә балалары. Наилә менән Рәйлә – уҡытыусы, иң оло улдары Урал былтыр был яҡты донъя­нан киткән. Әле кинйә улының ғаиләһе менән бергә гөрләтеп донъя көтә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Сабирйән Яңыбай улы. Килендәре менән егерме йыл татыу бер ҡыйыҡ аҫтында көн итәләр, бына тигән өс ейәне үҫә.
Һуғыштан һуң кем генә булып эшләмәй Сабирйән олатай: хисапсы ла, малсы ла, бригадир ҙа, төҙөүсе лә, совхозда партком секретары ла. Партмәктәпкә лә димләйҙәр бик белемле, уҡымышлы Сабирйәнде. Әммә ғаиләһен ташлап, уҡырға китмәй. 1985 йылда хаҡлы ялға сыға.
Бына ергә тағы ла бер яҙ килде. Еңеү яҙын хәтерләтеүсе тыныс яҙ. Ә ветерандар әле лә ауыр, дәһшәтле йылдарҙы онота алмай: төштәрендә күреп һаташа, кинола күреп тетрәнә, иҫтәренә төшөп йонсота ул ҡәһәрле йылдар.

Зөлфирә ҡАҘАҡБАЕВА.
Йылайыр районы,
Яманһаҙ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»