RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һуғыш балалары онотолмаһын!

25.06.2011 Һуғыш балалары онотолмаһын!

(«Беҙҙең үтенес ишетелерме? йәки Бала сағы урланған һуғыш осоро балаларын кем хәстәрләр?», «Йәшлек» № 34, 7 май, 2011 йыл)
Зыя Юлмөхәмәтовтың «Йәшлек»тә баҫылған хатын тетрәнеп уҡыным. Әсендем, әрненем, сөнки мине лә был проблема күптән борсой ине. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан һалдаттар, уларҙың ғаиләләре хөкүмәттән ниндәйҙер ярҙам, льготалар, юғары пенсиялар менән фай­ҙалана.
Ә беҙ, яҡындарыбыҙҙы һуғышта юғалт­ҡан ғаиләләр, балалар, бала сағыбыҙ урланған быуын, бер ниндәй ҙә ярҙам алғаныбыҙ юҡ. Һаман бер үк ветерандар, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрә хөкүмәт. Был беҙҙе атайһыҙ, етемлектә, аслыҡ-ялағаслыҡта, хәйерселектә үҫкән быуынды, кәмһетә, ғәҙелһеҙлекте әсе кисерергә дусар итә. Минең ғаиләмдән генә атайым Мостафин Сол­танмәхмүт Хибатулла улы, өлкән ағайым Әбүзәкир Ибраһим улы Мәмбәтҡолов (әсәйемдең баш балаһы), Мирза Солтанмәхмүт улы Мостафин үҙ теләктәре менән һуғышҡа китеп, Мирҙа ағайым ғына 20 йәштә һыңар аяҡ, ярты үпкә менән II төркөм инвалиды булып ҡайтты. Ә атайым менән Әбүзәкир ағайым – һуғыш ҡорбандары. Иптәшем мәрхүмдең дә атаһы Әхмәр Хәсәнов, уның бер туған ҡустыһы ҡәйүм һуғышта һәләк булған.
Әсәйем бала саҡта беҙгә бәләкәй генә пенсия ала торғайны, ә ул ашап-эсергә лә, кейенергә лә етмәй ине. Апайым менән ағайым 3 класс ҡына уҡыны, сөнки мәктәп булманы. Ә беҙ ағайым менән уҡыныҡ. Ағайым Магнитогорскиҙа һөнәрселек училищеһын тамамлап, ҡорос ҡайнатты, ә мин тырышып-тырмашып 10-сы синыфты бөткәндән һуң, пединститутта белем алып, бөтөрөп, уҡытыусы булып эшләнем. Мирза ағайым да уҡытыусы булды. Һуғышта алған яраларынан интекте, хәҙер гүр эйәһе. Ә бына беҙ әле барбыҙ, ләкин барыбыҙ ҙа сирле. Апайым бәләкәй генә пенсия ала. Ағайым да осон-осҡа саҡ ялғап йәшәй, үҙе астма менән интегә. Фатиры иҫке. Беребеҙҙең дә хәле маҡтанырлыҡ түгел. Ә бына иҫән ветерандар, йә уларҙың тол ҡалған ҡатындары файҙаланған льготалар ниңә беҙгә лә булмаҫҡа тейеш? Ҙур пенсияларын, фатирға алған сертификаттарын балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бүләк итәләр. Был сертификаттар өсөн балалары бер-береһе менән дошманлашып бөттө инде ул. Ашарын-ашаған, йәшәрен-йәшәгән әбейҙәргә бирелде ул. Етмәһә улар бит иҫән ҡайт­ҡан ирҙәре менән заманында гөрләтеп йәшәгән, ә бына беҙҙең әсәйҙәргә, бер нәмә лә юҡ. ҡәҙерле кешеләребеҙ инде күргән михнәттәрҙән күптән гүр эйәләре. 70-се йылдарҙа уларға ла фатир алырға мөмкинлек сыҡҡайны, ләкин үрҙәге түрәләр, бюрократтар унан да тәтетмәне. Ә беҙ, 6 кеше, 51 квадрат метр торлаҡта йәшәнек, кеше башына 8 метр ғына ла тура килмәй. Балалар икешәре бергә, береһе өләсәһе менән йоҡлай торғайны. Әсәй ҡартайғас, уңайлы фатир кәрәк ине. Юҡ! Бирмәнеләр. Хәҙер байығалар. Унан ары бөтөнләй һуғышта булмаған кешеләрҙең тол ҡатындарына ла сертификаттар эләккеләне. Бына шуның өсөн төплө уйлап-уйлап ҡына бирһендәр ине бирер льготаларҙы. Кемгәлер гел ҡуйы бутҡа, беҙҙең һымаҡ һуғыш осоро балаларына – бер нәмә лә юҡ. Булмаҫ та, моғайын.
Рәйсә ХӘСӘНОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»