RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Булманы башҡорт ҡайҙарҙа…

07.05.2011 Булманы башҡорт ҡайҙарҙа…

Салауат районының Лаҡлы ауылы егете һаҙый Мөхәмәтдинов Еңеү көнөн Германияла ҡаршылай
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа…Һуғыш ветерандары Һаҙый олатай менән Зәйтүнә инәйҙәрҙең йорто Лаҡлы ауылының иң осонда, тауға терәлеп тигәндәй ултырған. Улар беҙҙе бик йылы ҡаршы алды, түргә саҡырҙы.
Һаҙый Харис улы, һуғыш йылдарын хәтеренә төшөрөп, бик ғазаплы кисерештәргә күмелде. Үлек тулы һуғыш яландарын яңынан күҙ алдына килтереп, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш аҡты.
– Тәүләп 1942 йылда Сталинград эргәһендәге иң ҡаты яуға индем. Һуғыш яланы күҙ асҡыһыҙ, баш ҡалҡытҡыһыҙ – пулялар ямғыр кеүек ябырылды. Бәләкәй генә ҡул пулеметын тотҡанбыҙ, йүнләп атырға ла өлгөрмәйенсә, яраланып ауҙыҡ. Ян-яҡта гел үлектәр, унда тере кеше әҙ ине…
Сталинград яуында яраланғандар араһында Һаҙый Харис улының яҡташы Шафиҡ Абдуллин да була. Ул да һуғыштан, еңеп, тере ҡайта (тик һуңынан, әбейе үлгәс, ҡыҙы уны Өфөгә күсереп алып китә).
Госпиталдән сыҡҡас, һалдат үҙенең инженер-сапер часына кире ҡайта. Миналар һалалар, траншеялар ҡаҙалар. Украина фронтынан Днепр, Висла, Германияла Одер һәм Эльба (Берлиндан ары) йылғалары аша күперҙәр төҙөйҙәр.
– Аҙна-ун көндә берәр күпер әҙер була ине. Хәтеремдә, Одер йылғаһы аша күпер һалырға тип килеп кенә төшкәйнек, немецтар бомба ташланы ла, бер тере кеше ҡалманы, – тип дауам итә ҡарт яугир, ә күҙҙәренән йәнә йәштәр тәгәрәй… – Беҙ шулай күпер һалабыҙ, ә һөжүмгә барасаҡ танкыларыбыҙ йылғаны артылырға сиратта тора…
Еңеү көнөн Һаҙый Мөхәмәтдинов Германияла ҡаршылай.
– Атыу тауыштары, туптар гөрһөлдәүе, бомбалар шартлауы 9 майҙа туҡтаманы әле, май урталарына тиклем дауам итте, –тип хәтерләй ул был көндө.
Яугир фронтта ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һ.б. миҙалдар менән наградлан­ған. Һуңынан алғандары араһында Еңеүҙең 20 йыллығына арналған, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн һәм хеҙмәт ветераны миҙалдары ла бар.
Һуғыш бөткәндә Һаҙый олатайға 22 генә йәш була һәм ул, тағы ике йыл Әзербайжанда хеҙмәт итеп, тыуған Лаҡлыһына 1947 йылда ғына ҡайтып төшә. Артабан ғүмере буйы – 44 йылдан ашыу Хамматов исемендәге колхозда тракторсы, игенсе, ҡул оҫтаһы булып эшләй, башҡа эштәрҙе башҡара.
5-се синыфтан уҡ хеҙмәт юлын башлап, аҙаҡ тракторсы һәм комбайнсы һөнәрен үҙләштергән Зәйтүнә инәйҙең дә тылдағы фиҙакәр хеҙмәте һуғыш ветераныныҡына тиңләштерелгән.
Улар иген яланында бергә тракторсы-комбайнсы булып эшләп, бер-береһенә ғашиҡ булып, 1949 йылдың 19 ноябрендә ҡауыша. Шунан бирле бына 60 йылдан ашыу бер-береһенә таяныс һәм терәк булып, татыулыҡта һәм мөхәббәттә ғүмер кисерәләр. Үҙҙәре һөйөп-яратып үҫтергән биш ҡыҙы менән ике улының, 22 ейән-ейәнсәренең бәхет-шатлыҡтарын күреп, ҡыуанышып йәшәйҙәр.
– 44 йыл эш стажым бар минең дә, – ти Зәйтүнә инәй. – Ғүмерем буйы алһыҙ-ялһыҙ, балалар менәң ҡырҙа ятып эшләнем, өйгә аҙнаһына бер тапҡыр мунса инергә генә ҡайта торғайныҡ. Бала-сағаны яланда бөтә ауыл халҡы ҡарашты, уларға рәхмәтлемен. Бер эшһеҙ торманым – төнө буйы шәл бәйләнем. 4-се синыфта уҡығанда уҡ күршеләге бик аҡыллы Мәрхәбә тигән уҡытыусы апай өйрәткәйне шәл бәйләргә. Ғүмерем буйы бәйләнем – бер шәлде аҙна-ун көндә бөтөрә инем…
Был һоҡланғыс һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары бөгөн дә тик ултырмай, баҡса тултырып картуф үҫтерә, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Миллионлаған ҡорбан килтереп яуланған тыныс тормоштоң рәхәтен күреп, оҙон-оҙаҡ иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын инде уларға.

Зәйтүнә ХАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»